Эстәлеккә күсергә

Боронғо Греция медицинаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Боронғо Греция медицинаһы
Рәсем

Боронғо Грецияның беренсе билдәле медицина мәктәбе Книдала беҙҙең эраның 700 йылында асыла. Унда анатомия буйынса тәүге хеҙмәт авторы Алкмеон эшләй, тап ошо мәктәптә пациенттарҙы күҙәтеүгә алыу тәжрибәһе беренсе тапҡыр ҡулланыла. Һуңынан Кос утрауында Гиппократ үҙ мәктәбен төҙөй[1]. Эллиндарҙың Мысыр медицинаһын ихтирам итеүенә ҡарамаҫтан, ул замандарҙа мысырҙарҙың тәжрибәһен грек еренә күсерергә тырышыу булмай, сөнки боронғо медицина терминологияһын аңлатҡан яҙма сығанаҡтар етерлек булмай. Шулай булһа ла, гректарҙың үҙҙәренең медицина белешмәләре өсөн бик күп мысыр дарыуҙары рецептарын алыуҙары билдәле. Мысырҙың йоғонтоһо Искәндәриәлә грек медицина мәктәбе асылғандан һуң бәхәсһеҙ була[2].

Гиппократ һәм «гиппократ» медицинаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Гиппократты «хәҙерге медицинаның атаһы» тиҙәр[3][4]

Гиппократтың хеҙмәттәре тупланмаһы уның мәктәбенең медицина текстарының нигеҙен тәшкил итә. Элек был Йыйынтыҡта барлыҡ главалар ҙа шәхс!н Гиппократ тарафынан яҙылған тип иҫәпләнһә, бөгөн бик күп ғалимдаруларҙың бер нисә тиҫтә йылдар дауамында төрлө авторҙар тарафынан яҙылған, тип күҙаллай. Авторлыҡты асыҡлап булмағанлыҡтан, шәхсән Гиппократтың ниндәй доктриналар тәҡдим итеүен әйтеүе ауыр.

Гиппократ антының булыуы «Гиппократ» медицинаһы ҡәтғи әхлаҡи кодекс менән бәйле профессиональ терапевтар төркөмөнәң эшмәкәрлеген ҡылыҡһырлай. Ғәҙәттә, белем алырға теләгәндәр инеү иғәнәһе түләгән һәм үҙенсәлекле ғаиләнең бер өлөшө булып киткән. Уҡыу эсенә нәсихәттәрҙе һәм уҡытыусының ярҙамсыһы ролендә ғәмәли эш башҡарыуҙы үҙ эсенә ала, сөнки Ант уҡыусының мотлаҡ пациент менән бәйләнештә булыуын күҙаллай. Ант шулай уҡ терапевтың ғәмәлдәрен сикләй («мин берәүгә лә, үтенеп һорағанда ла, үлемесле дарыу бирмәйем түгел») һәм башҡа өлкәгә ҡараған табиптар, моғайын, хирургтарҙыр, булыуын күрһәтә («мин бер ваҡытта ла таш ауырыуҙарынан яфаланыусының тәнен киҫмәйәсәкмен, быны ошо эш менән шөғөлләнгән кешеләргә тапшырасаҡмын»).[5]

Медицина теориялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Миазматик теорияны Гиппократ формалаштыра һәм ул Европа медицинаһында XIX быуаттың икенсе яртыһына тиклем өҫтөнлөк итә, йоғошло ауырыуҙарҙың миазма — һыу һәм һауа аша тапшырылыусыосоусан ағыулы матдәләр — тәбиғәтен күрә. Миазмалар ер тетрәүҙәр йәки вулкандарҙың атылыуы ваҡытында һаҙлыҡтан йәки ер аҫтынан бүленеп сыҡҡан ағыулы быуҙарҙы тәшкил итә. Был теория буйынса, миазмалар, кеше тәненә танау, ауыҙ, ҡолаҡ һәм күҙ, йәки тире аша, бигерәк тә эҫе һыуҙа йыуынғандан һуң, эләгеүе мөмкин. Миазмаларҙың һауала булыуы билдәһе — насар еҫ, уларҙы хуш еҫле матдәләр һиптереп йәки үлән яндырып баҫырға тырышҡандар.

Миазматик теорияны медицина йәмғиәте XIX быуаттың икенсе яртыһында, йоғошло ауырыуҙар тыуҙырыусы беренсе микроб-ҡуҙғытыусыларҙы асҡандан һуң ғына кире ҡаға.

  1. Atlas of Anatomy, ed. Giunti Editorial Group, Taj Books LTD 2002, p. 9
  2. Heinrich Von Staden, Herophilus: The Art of Medicine in Early Alexandria (Cambridge: Cambridge University Press, 1989), pp. 1-26.
  3. Useful known and unknown views of the father of modern medicine, Hippocrates and his teacher Democritus., U.S. National Library of Medicine
  4. The father of modern medicine: the first research of the physical factor of tetanus, European Society of Clinical Microbiology and Infectious Diseases
  5. Owsei Temkin, «What Does the Hippocratic Oath Say?,» in «On Second Thought» and Other Essays in the History of Medicine (Baltimore: Johns Hopkins University Press, 2002), pp. 21-28.