Эстәлеккә күсергә

Бурнашети сиркәүе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Бурнашети сиркәүе -Грузияла төкәтмәле сиркәү, Ахалкалаки муниципалитетының Бурнашети ауылында урынлашҡан. Сиркәүҙең көньяҡ яҡтан парлы аркалар менән биҙәлгән ҡапҡалары бар. Архитектура-декоратив формалары һәм көнсығыш фасадында рельефы X быуаттан һуң түгел төҙөлгән. Сиркәүҙең диуарҙарында ике яҙыу һаҡланған. Береһе уның көньяҡ фасадта. Грузин урта быуат алфавиты менән яҙыуҙа сиркәү төҙөлөшөнөң Аллаһҡа доға формулаһы яҙылған. Икенсе яҙыу сиркәү эсендә төньяҡ диуарҙа тора. Тыш яҡта сиркәү аркалы ҡапҡаларға эйә. Көньяҡ фасадта ҡояш сәғәте урынлашҡан, унан әле тик фрагменттар ғына ҡалған. Хәйер, ҡояш сәғәттәре бер нисә Грузия сиркәүҙәренең көньяҡ фасадтарында ҡалған. Улар араһында Гелати һәм Икорти ҡорамдары бар.

Бурнашети сиркәүе 2006 йылдың 7 ноябрендә Грузия президенты указына ярашлы Грузияның дәүләт әһәмиәтендәге күсемһеҙ мәҙәни ҡомартҡы исемлегенә индерелә[1]

  • ქართული საბჭოთა ენციკლოპედია, ტ. 2, გვ. 580, თბ., 1977 წელი.
  • ბურნაშეთის ეკლესია
  1. ↑ საქართველოს პრეზიდენტის ბრძანებულება № 665, 2006 წლის 7 ნოემბერი, ქ. თბილისი, კულტურის ზოგიერთი უძრავი ძეგლისათვის ეროვნული მნიშვნელობის კატეგორიის მინიჭების შესახებ