Бурҙар (хикәйә)
Бурҙар | |
Жанр |
рассказ |
---|---|
Автор | |
Төп нөхсә теле |
урыҫ телендә |
Ижат ителгән ваҡыты |
1890 |
Тәүге тапғып нәшер ителгән |
1890 |
Бурҙар — Антон Павлович Чеховтың хикәйәһе. 1890 йылда яҙылып, беренсе тапҡыр 1890 йылдың 1 апрелендә «Яңы ваҡыт» журналының 5061-се һанында Антон Чехов ҡултамғаһы менән баҫыла.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Бурҙар» хикәйәһен А. П. Чехов Сахалинға сәйәхәткә йыйын ваҡытында яҙа. Композицияның Хикәйә 1890 йылдың 15 мартына ҡарата «Яңы ваҡыт» журналына ебәрелә һәм «Ендәр» исеме менән баҫылып сыға. Нәшриәтсе А. С. Суворин үҙенең хатында Чеховтың хикәйәһе тураһында фекерен яҙған. Чехов Суворинға: «Һеҙ, мин ат бурҙары хаҡында яҙғанлыҡтан, ат урлау — яуызлыҡ тип әйтеүемде көткәнһегеҙҙер. Әммә был минән башҡа ла күптән билдәле лә инде. Присяжный заседателдәр әйҙә уларҙы хөкөм итһен, ә уларҙың ниндәй булғандарын күрһәтеү — минең эш. Мин былай тип яҙам: һеҙ ат ҡараҡтары менән эш итәһегеҙ, ти, белеп ҡуйығыҙ: улар хәйерсе түгел, ә туҡ кешеләр. Улар культ кешеләре һәм ат урлау ғәҙәттәге урлашыу ғына түгел, ә ялҡынлы теләк» — тип яуап яҙған.
Хикәйәлә һүрәтләнгән ат ҡарағы Мериктың исеме башҡа пьесалары һәм хикәйәләрендә лә осрай: «Баҫылып сыҡмаған пьеса» йәки «Атайһыҙлыҡ» (1879—1881), «Оло юлда» этюды[1].
Маркс нәшер иткән Әҫәрҙәр йыйынтығы өсөн автор хикәйәһен эшкәртеүгә дусар итә. Чехов Мериктың балалайкала уйнау, Калашниковтың йырлау сәхнәһен текстан сығара, Любка һәм Мериктың бейегәнен тасуирлауҙы ҡыҫҡарта, Калашниковтың ғәйрәтле ат ҡараҡтарының "рыцарҙарса әңгәмәләр"ен хикәйәләүен алып ташлай. Беренсе вариантында хикәйә шундай фраза менән тамамлана: «Һәм уға күктә шәфәҡ ҡыҙыллығы түгел, ә Мөхәббәттең ал ҡаны кеүек тойола башланы, һәм ул, Мериктан көнләште». Яңы вариантта хикәйә шул ерҙә генә тамамланмай — редакцияның һуңғы абзацында уҡыусы иғтибары фельдшер Ергуновҡа күсә. Ат ҡараҡтары менән төндә осрашҡандан һуң фельдшерға үҙенең "ғәҙәттәге тормошо"ноң мәғәнәһеҙлеген аңлау килә.
Хикәйәлә Таганрог эргәһендәге ерҙәргә хас билдәләргә урын бар[2].
Баҫмалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хикәйә тәүге тапҡыр 1890 йылдың 1 апрелендә «Яңы ваҡыт» журналының 5061-се һанында Антон Чехов ҡултамғаһы менән баҫыла.
Хикәйә Чеховтың А. Ф. Маркс нәшер иткән Әҫәрҙәр йыйынтығына ингән.
Сюжеты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хикәйәлә дауахана өсөн ваҡ-төйәк һатып алып Репиндан ҡайтып килгән фельдшер Ергунов тарыған мажаралы ваҡиғалар тасуирлана. Доктор уға был сәфәр өсөн үҙенең иң яҡшы атын биргән була.
Йонсоу көндә юлдан ҡайтып килгәндә ул элек үлтерелгән Андрей Чириков йортонда туҡтай. Өйҙә Андрейҙың ҡатыны һәм ҡыҙы Любка йәшәй. Был йортта мут ир Калашников һәм ат ҡарағы Мерик менән осраша. Әңгәмәләшкәндә, фельдшер үҙе һәм үҙенең эше тураһында һөйләй. Һуңынан уны һыйлайҙар, эсерәләр, шунан һуң ул мәлйерәп төшә һәм атты ҡулдан ысҡындыра. Ул, башы ауыртҡан көйө, йәйәүләп ҡайтып килгәндә: «Әгәр мин әлегә тиклем бур ҙа, мутлашыусы ла мошенник йәки хатта юлбаҫар булмағанмын икән, быны белмәгәндән һәм осрағы килеп сыҡмағандан ғына», — тип уйлай.
Йыл ярымдан һуң, дауахананан эштән сығарылған фельдшер, трактирҙан сығып, Репин буйлап барғанда, матур ҡуйы бурлат шәфәҡ ҡыҙыллығы күрә. Баҡһаң, был Чириков Андрейҙың ихатаһы яна икән. Ул йыл ярым элек үҙе менән нимә булғанын иҫенә төшөрә, һәм һуйылған ҡарсыҡ менән Любка нисек янғанын күҙ алдына килтерә, Мерикка күҙе ҡыҙа. Бай кешеләрҙең өйөнә ҡарап, «төндә байыраҡ берәрһенең өйөнә төшһәң, шәп булыр ине!» тип уйлай.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чехов А. П. Воры // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
- П. Сурожский. Местный колорит в произведениях А. П. Чехова. — «Приазовский край», 1914, № 171—172.
- Чалый В. В. Лингвопрагматический аспект художественной прозы А. П. Чехова: автореф. дис. … канд филол. наук. Краснодар, 2001. 22 с.
- Семина С. И. Рассках А. П. Чехова «Воры»: Опыт лингвокультурологического прочтения. Вестник ТГПИ. Вестник № 2. с. 65.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чехов А. П. Воры. Оригинальный русский текст