Бухартовскийҙар йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Дом Бухартовских
Город Уфа

Бухартовскийҙар йорто — мәҙәни мираҫ объекты (архитектура ҡомартҡыһы)[1], Өфөлә Аксаков урамы, 48-се йорт (Коммунистик һәм Аксаков урамдары сатында) адресы буйынса урынлашҡан. Шулай уҡ балкон мөйөшлө Йорт исеме аҫтында билдәле[2]. Әммә күптән түгел балкон алып ташланды. Хәҙер был йортта 17 ғаилә йәшәй

Ике ҡатлы йорт, штукатурланған, ҙур тәҙрәләрле. Кәрнизе, селтәре, ҡаймаһы һәм тәҙрә ҡапҡастары ағас һырлауы менән бай семәрләнгән. Йорт башта ҡырҡылған мөйөшлө була һәм был ерҙә йортҡа инә торған төп ишек урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йорт 1890 йылда төҙөлгән, уға хужа поляк дворян сығышлы Бухартовскийҙар ғаиләһе булған, улар араһында иң билдәлеһе — Халыҡ айыҡлыҡ паркына (хәҙер И. Якутов исемендәге парк) нигеҙ һалған Өфө полицмейстеры Бухартовский Генрих Генрихович. Беренсе ҡатында хеҙмәтселәре йәшәгән, икенсеһендә — хужа үҙе һәм ғаиләһе. Әлегә тиклем бейек түбәләрҙә әүәләп эшләнгән биҙәүестәр, ҙур ике яҡҡа асылмалы ишектәр, мейестәр, шулай уҡ селтәре, ҡаймаһы һәм тәҙрә ҡапҡастарында бик бай ағас һырлауы һаҡланған. Революциянан һуң йорттоң беренсе ҡатында бөҙрәхана урынлаштырыла, ә икенсеһендә чекистар йәшәй.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Өфөлә Иҫтәлекле Урындар