Эстәлеккә күсергә

Буҫтау рәттәре (Краков)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Буҫтау рәттәре
Нигеҙләү датаһы XIV быуат
Рәсем
Изображение интерьера
Дәүләт  Польша
Административ-территориаль берәмек Краков
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Архитектор Джаммария Моска[d]
Обитатель Q9265482? һәм Национальный музей[d]
Мираҫ статусы недвижимый памятник[d][1]
Адрес Rynek Główny
Рәсми сайт mnk.pl/oddzial/galeria-s…
Вид в ночное время
Был объекттан күренештәр категорияһы Category:Views from Sukiennice[d]
Номер в польском реестре культурного наследия 10[1]
Карта
 Буҫтау рәттәре Викимилектә

Буҫтау рәттәре (пол. Sukiennice) — Краков майҙаны үҙәгендәге бина, Польшаның элекке башҡалаһындағы баҙар сауҙа рәттәре кеүек төҙөлгән. Малопольск воеводалығы мәҙәниәте ҡомартҡыһы.

1257 йылда король Стыдливый V Болеслав, ҡалаға Магдебург хоҡуғы биреп, баҙар майҙаны уртаһында таштан төҙөлгән ике рәт буҫтау сауҙа йорттары төҙөй.

XIV быуат уртаһында король Бөйөк III Казимир, оҙонлоғо 108 метр һәм киңлеге 10 метрлыҡ буҫтау рәте булған яңы бина төҙөтә. Ике яҡтан аркалы көмбәҙҙәр менән ҡапланған 7,5 метрлыҡ сауҙа кибеттәре төҙөй.

Был готика стилендә төҙөлгән бина 1555 йылда яна.

Панкратий ҙур буҫтау рәте залдарын аркалы көмбәҙ менән яба. Тышҡы стеналары маскарон менән декоратив аттик биҙәлеше ала. Шул уҡ ваҡытта колонналар менән лоджиялар барлыҡҡа килә (Джованни Мария Падовать проекты). 1601 йылда төҙөлөп бөткән ризалиттар үтә арҡыры аша сығыу юлы эшләнә.

1875—1879 йылдарҙа буҫтау рәттәре архитектор Томаш Прылинский проекты буйынса яңынан төҙөлә. Бина тирәләй ослайып торған неоготик аркалар өҫтәп төҙөлә. Аркада колонналары капителдәре (колоннаның ослайып тамамланған урыны) Ян Матейко проекттары буйынса эшләнә.

1931 йылдың 12 мартында Буҫтау рәттәре Малопольск воеводалығы ҡомартҡылары реестрына индерелә.

Түбәнге залда стеналар буйлап ағастан сауҙа кибеттәре төҙөлгән.

Өҫкө ҡатында «XIX быуат поляк сәнғәтенең галереяһы» — Краков Милли музейы филиалы урынлашҡан.

Фотоһүрәттәр галереяһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]