Эстәлеккә күсергә

Бәхәс (хикәйә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бәхәс
Жанр

хикәйә

Автор

Антон Павлович Чехов

Төп нөхсә теле

русса

Ижат ителгән ваҡыты

1888 йылдың 30 декабрендә

Тәүге тапғып нәшер ителгән

1889 йылдың 1 ғинуарында

Нәшриәт

«Новое время»

«Бәхәс» («Әкиәт») — А. П. Чеховтың бай банкир менән йәш юристың ғәҙәти булмаған бәхәс ҡороуы тураһындағы хикәйәһе. Хикәйә тәүге тапҡыр 1889 йылда баҫтырылған.

1888 йылдың 17 декабрендә Чехов С. Н. Худековтан «Петербург гәзите» өсөн хикәйә яҙырға заказ ала, уны бик тиҙ генә яҙа башлай. Был турала ул А. С. Суворинға[1] яҙған хатында хәбәр итә. 1888 йылдың 22 декабрендә «Сапожник и нечистая сила» хикәйәһе яҙыла һәм 1888 йылдың 25 декабрендә ул «Петербург гәзитендә» (№ 355, с.2) баҫылып сыға.

Алексей Суворин Чеховтың «Новое время» гәзитенә яҙыу урынына икенсе гәзиткә яҙғаны өсөн бик ныҡ үпкәләй[1]. Һөҙөмтәлә Чехов уның «Новое время» гәзите өсөн 1889 йылдағы Яңы йыл байрамына [2] әкиәт яҙырға вәғәҙә бирә. 1888 йылдың 23 декабрендә Чехов Суворинға «кисә кис» ул әкиәтте яҙа башлауы тураһында хәбәр итә, ә 1888 йылдың 30 декабрендә Чехов Суворинға әҙер әкиәтен ебәрә. 1889 йылдың 1 ғинуарында өс киҫәктән торған «Сказка» хикәйәһе «Новое время» (№ 4613) гәзитендә баҫылып сыға.

1901 йылда А. Ф. Маркс нәшриәтендә баҫтырып сығарасаҡ әҫәрҙәренең йыйынтығында Чехов хикәйәне «Бәхәс » тип атай һәм уның баштағы ике бүлегенә күп һанлы үҙгәртеүҙәр индерә[3]. Мәҫәлән, юрист төрмәлә уҡыған китаптарҙың авторҙарының исемдәрен (Шекспир, Байрон, Гомер, Вольтер, Гёте) «классиктар» һүҙенә алыштыра. Ләкин иң ныҡ үҙгәреш - өсөнсө киҫәкте бөтөнләй төшөрөп ҡалдырыу. Был хикәйәнең бөтә мәғәнәһен үҙгәртеүгә килтерә[3].

А. П. Чехов тере сағында хикәйә болгар, венгр, поляк һәм серб-хорват телдәренә тәржемә ителә[2].

Оло йәштәге банкир бынан ун биш йылдар тирәһе, 1870 йылдың 14 ноябрендә, булған ваҡиғаны иҫенә төшөрә. Саҡырылған ҡунаҡтағы кешеләр бәхәсләшеп китә һәм үлем язаһы кешелеклеме әллә ғүмерлеккә төрмәгә ултыртыумы икәнде асыҡларға тырыша. Ул үҙе үлем язаһы еңелерәк тигән фекерҙә, ә ҡунаҡтар араһындағы йәш юрист төрмәләге тормош үлемдән яҡшыраҡ ти. Улар бәхәс тотоша. Әгәр юрист бер кешелек камерала ун биш йыл буйына ултырып сыға алһа, банкир уға ике миллион һум аҡса бирергә вәғәҙә бирә.

Юрист үҙ теләге менән ҡаты һаҡ аҫтында банкирҙың баҡсаһында төҙөлгән флигелдә иркенән мәхрүм булып йәшәй башлай. Бикләүҙә торған юрист китаптар уҡый, яҙыша, пианинола уйнай, һыра эсә, үҙен тәрбиәләү менән шөғөлләнә. Яҙыусы юристың төрмәләге тормошоноң төрлө осорҙарын һүрәтләй.

Бәхәс шартында әйтелгән ун биш йыл тулыр алдынан бер нисә сәғәт алда ғына банкир, әгәр бәхәстә ул отолһа, үҙенең банкрот буласағын аңлай. 15 йыл элек бик ваҡ ҡына күренгән сумма хәҙер уның өсөн бик тә ныҡ кәрәк һәм ул, юрисҡа аҡса түләмәҫ өсөн, уны үлтерергә ҡарар итә. Флигель янынан ҡарауылсы китеп торған саҡта ул бүлмәгә инә лә йоҡлап ятҡан юрист янына килә. Юрист янында бер яҙыу ятҡанын күреп ҡала. Юристы үлтерер алдынан банкир был яҙыуҙы уҡый. Хатында юрист төрмәлә ултырған саҡта унда алған белемдәренең матди ҡиммәттәргә ҡарағанда байтаҡ өҫтөн торғанын аңлауы һәм шунлыҡтан төрмәнән сыҡҡас бәхәстә еңгән өсөн аласаҡ бүләктән баш тартыуы тураһында яҙған була.

Был ҡулхаты банкирға бик ныҡ тәьҫир итә һәм ул илап ебәрә лә, йоҡлап ятҡан юристы үлтермәйсә, уның янынан шым ғына сығып китә. Иртәнсәк ҡарауылсылар банкирға юристың бәхәс ваҡытын тамамламай төрмәнән сығып китеүе тураһында хәбәр килтерә. Банкир үҙенә ҡарата нәфрәт менән ҡарай һәм юристың ҡулхатын янмай торған йәшниккә бикләп ҡуя.

III киҫәк (1901 йылда Чехов тарафынан юйылған)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ваҡиғалар юристың төрмәнән сыҡҡанынан һуң бер йыл үткәс бара. Банкир ҡунаҡта саҡта ярлы кеше, принциптан сығып, 3 миллиондан баш тарта аламы юҡмы тип бер миллионер ҡарт менән бәхәсләшә. Йәтәсләшкәндән һуң банкир үҙенең эш бүлмәһенә йүнәлә. Уға ниндәйҙер бер әфәнденең килеһе тураһында әйтәләр. Ҡабул итеү бүлмәһендә ул теге юристы күрә. Күҙ йәштәренә төйөлә-төйөлә юрист тубыҡланып уға ялбара :"Мин бик ныҡ хаталанғанмын! […] Китап — бары тик тормоштоң насар күләгәһе генә һәм ошо күләгә минең аҡсамды урланы! […] Мин һеҙҙән ике миллионды һорарға хаҡым юҡ, ләкин мин һеҙҙән үтенәм: зинһар өсөн миңә бер йәки ике йөҙ мең булһа ла аҡса бирегеҙ! Юғиһә мин үҙ-үҙемә ҡул һаласаҡмын!"- ти. Банкир уға был сумманы бирергә һүҙ бирә һәм саҡырылған ҡунаҡтары янына кире килә. Ул,хәлдән тайып, креслоға ултыра һәм миллионер ҡартҡа:"Һеҙ оттоғоҙ! Мин -хәйерсе!"-ти.

В. Альбов[4] әйтеүе буйынса, Чехов 1880-сы йылдар аҙағында «бик төшөнкө кәйефле» булған, сөнки уның "Бәхәс" хикәйәһендәге геройы бөтә кешелеккә кәмһетеп ҡарай". А. Б. Гольденвейзер 1901 йылдың 16 сентябрендә Л. Н. Толстойға «Бәхәстең» бик үҙенсәлекле булыуы һәм яҙылыу оҫталығы»[5] менән үҙенә бик ныҡ оҡшауы тураһында яҙа.

Рассказ Ж. Рено «Странное пари» в журнале «Весь мiръ», 1911
  • «Лишённый солнца» (1912, режиссёр В. Кривцов). Фильм снят по рассказу «Странное пари» Жозефа Рено, который в свою очередь основан на рассказе А. П. Чехова «Пари»[6].
  • «Невероятное пари, или Истинное происшествие, благополучно завершившееся сто лет назад» (новелла «Невероятное пари») (1984, режиссёр В. Я. Мотыль).
  • «Пари» (2004, режиссёр А. Боярских).
  • «Пари» (2008, режиссёр Н. В. Петрова).
  • «Пари» (2011, режиссёр Каро Сарикян).
  • «Пари» (2014, режиссёр Иван Перекатов).
  • «Пари» (2015, режиссёр Юлия Каплун).
  • Сюжет 25-го эпизода 2-го сезона сериала "Сумеречная Зона" "Молчание (инг.)баш." вдохновлён данным рассказом.
  1. 1,0 1,1 Соколова М. А. Примечания к рассказу «Сапожник и нечистая сила» 2017 йыл 15 май архивланған.. // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем в тридцати томах. Китаптары Т. 7. — М.: Наука, 1977. С. 665.
  2. 2,0 2,1 Соколова М. А. Примечания к рассказу «Пари». // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем в тридцати томах. Китаптары Т. 7. — М.: Наука, 1977. С. 666.
  3. 3,0 3,1 Сравнения текста рассказа в издании Маркса и в газете «Новое время». // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем в тридцати томах. Китаптары Т. 7. — М.: Наука, 1977. С. 561—566.
  4. Альбов В. Два момента в развитии творчества Антона Павловича Чехова…. // «Мир Божий», 1903, № 1.
  5. «Вблизи Толстого». — М., 1959. С. 98.
  6. Сысоев Н. Случай с рассказом(недоступная ссылка). // «Огонёк», № 28, 1954. С. 32.