Валетт Жан Паризо де ла
Валетт Жан Паризо де ла | |
франц. Jean de Valette | |
Герб | |
Зат | ир-ат[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ | Франция короллеге[d] |
Тыуған көнө | 1494[1] |
Тыуған урыны | Parisot[d] |
Вафат булған көнө | 21 август 1568[1] |
Вафат булған урыны | Мальта[d], Мальта |
Ерләнгән урыны | Собор Святого Иоанна[d] |
Бер туғандары | François Ier de La Valette-Cormusson[d] |
Һөнәр төрө | warrior monk, сәйәсмән, монашествующий, хәрби хеҙмәткәр |
Биләгән вазифаһы | Grand Commander of the Order of the Hospitallers of Saint John of Jerusalem[d], grand prior of Saint-Gilles[d] һәм Grand Master of Order of Saint John of Jerusalem[d] |
Монашеский орден | госпитальерҙар[d] |
Әһәмиәтле урын | Валлетта |
Валетт Жан Паризо де ла Викимилектә |
Жан Паризо́ де ла Вале́тт (франц. Jean Parisot de la Valette; 1495 йылдың 4 феврале, Паризо, Тарн һәм Гаронна департаментындағы Лангедокта тыуған) — 1568 йылдан Мальта орденының Бөйөк магистры. Орденға ингәндән һуң, рыцарь-госпитальер булараҡ, Грецияның Родос утрауы өсөн төрөктәргә ҡаршы айырыуса батырлыҡ менән көрәшә. Бөйөк Магистр булараҡ, Валетт орден геройы һәм 1565 йылда ғосмандар Мальтаны Бөйөк ҡамауҙа тотҡанда ҡаршылыҡ күрһәтеүгә етәкселек итеүсе иң данлыҡлы лидерға әйләнә, был ҡамау бөтә замандарҙың да иң бөйөк ҡамауҙанының береһе тип билдәләнә[3].
1566 йылда Бөйөк Магистр Ла Валетт Валлетта ҡалаһының тәүге нигеҙ ташын һалған.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Граф нәҫеле Тулуздарҙың дворян ғаиләһендә тыуған.
1534 йылда де ла Валетт галера менән командалыҡ итә, ә 1540 йылда уның үҙенең галиоты була. 1540 йылда төрөктәргә әсирлеккә эләгә һәм бер йыл буйы галерала ҡол була. Күпмелер ваҡыт дауамында Триполи губернаторы була.
1557 йылдың 21 авгусында де ла Валетт Мальта орденының бөйөк магистры була, һәм уны күп кенә европа һәм мосолман дәүләттәре Мальта хакимы тип таный. 1565 йылда Төркиә Мальтаға ҡаршы 35 меңлек ғәскәре булған эскадра әҙерләй. Де ла Валетт оборона башында тора һәм дошман һөжүмен кире ҡаға. Магистр хөрмәтенә Мальтаның баш ҡалаһы Валлетта тип атала.
Документалистика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мальта. Документальный фильм из цикла «Роман в камне. Архитектурные шедевры мира». ООО «ВИВА-ВИТА фильм» по заказу ВГТРК «Культура». 2018 г. ГТРК «Культура». 19.01.2019. 30 минут.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #115791361 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Hindley, Geoffrey. Medieval Sieges & Siegecraft (инг.). — Skyhorse Publishing (инг.)баш., 2009. — P. 158. — ISBN 1602396337.