Википедия:Метапедизм
Мета-википедист, йәки ҡыҫҡартыулы — метапедист (эндопедист) — Википедияның эске эштәренә, йәғни уның социаль яғына һәм мәҡәләләрҙе «техник» мөхәррирләүгә күберәк ваҡыт бирә торған ҡатнашыусы. Ҡапма-ҡаршыһы — экзо-википедист, йәки экзопедист.
Интернетта вики-проекттар үҫешеүенә бәйле, төшөнсәләрҙе социаль, техник һәм ике аралағы метапедизмға бүлеү барлыҡҡа килде.
Социаль метапедизм миҫалдары:
- төрлө фекер алышыуҙарҙа, тауыш биреүҙәрҙә, ҡағиҙәләр эшләүҙә, һайлауҙарҙа, проекттар эшендә әүҙем һәм оҙайлы ҡатнашыу. Үтә мауығыу вики-карьеризмға (билдәле бер вики-статус алырға һәм ҡулланырға тырышыу) килтереүе ихтимал;
- яңы килеүселәрҙе сәләмләү, уларҙың һорауҙарына яуап биреү.
Күпселек «социометапедистар» Википедияла аралашыусан була, мәҡәләләр буйынса фекер алышыуҙарҙа әүҙем ҡатнаша, ВИКИПЕДИЯ:Ю, ВИКИПЕДИЯ:Хаким статусына ғаризалар, Википедия:Рецензиялау һәм Википедия тураһында һүҙ барған башҡа биттәрҙә йыш күренә, тейешле ордендар менән бүләкләнә.
Техник метапедизм миҫалдары:
- категориялаштырыу (сөнки белемдәрҙе классификациялау белемдәрҙең үҙе кеүек үк мөһим);
- бәйләүҙәрҙе арттырыу (мәҡәләләрҙең бер-береһенә бәйләнеүе);
- был эшмәкәрлек өсөн һәйбәт боттар булдырыу һәм көйләү
- һәм башҡалар.
Ике аралағы метапедизм миҫалдары:
- мәҡәләләргә уларҙың темаһы буйынса мәғлүмәт өҫтәмәгән һәм үҙгәртмәгән, ә башҡаларҙы шуға саҡырған ҡалыптар ҡуйыу, мәҫәлән, {{Википедия:Ҡалыптар/Тамамланмаған мәҡәләләр}} (төрлө билдәләр буйынса бүленгәндәре күп), {{мәҡәләнең стиле}}, {{rq}}, {{сығанаҡ}}, {{сығанаҡтар юҡ}}, {{әһәмиәте}}; ҡайһы берҙә мәҡәләлә теманы баһалау һәм ҡалыптар ҡуйыу бик үк ябайҙан булмай, ҡалыптар мәҡәләне камиллаштырыу өсөн сифатлы сығанаҡ талап итә, мәҫәлән, {{тәржемә итергә}}, {{тәржемә ителмәгән}} (был икеһе — Википедияның башҡа телдәге бүлегенән алынған мәҡәләләргә ҡуйыла);
- вандализмды бөтөрөү;
- мәҡәләләрҙән күрәләтә һәм ябай рекламаны һәм спамды юйҙырыу (ябай булмағандары баһалау йәһәтенә ҙур эш талап итә);
- мәҡәләләрҙең үҙҙәрен юйҙырыуға/яҡшыртыуға/берләштереүгә һ. б. ҡуйыу;
- тексҡа өҫтәү яһамайынса патрулләү (ҡайһы берҙә сығанаҡтарҙы сағыштырып тикшереү талап ителә, был метапедизмға инмәй тиерлек);
- ярҙамсы биттәрҙе йыйыштырыу
- һәм башҡалар.
Ҡатнашыусыларҙың бөтә төр берләшмәләре ғәмәлдә метапедистик булып тора. Унан тыш, Association of Metapedianist Wikipedians тип аталған махсус инглиз телле төркөм бар. Ҡалып:Userbox/МетапедистМетапедист ҡатнашыусылар үҙҙәренең шәхси биттәренә тейешле ҡалыптарҙы ҡуя ала.
«Метапедист» төшөнсәһе башҡа вики-проекттарҙа ла ҡулланыла ала.