Википедия:Тауыш биреүҙәр/Хаким һәм бей статустары тураһындағы ҡағиҙәне яңыртыу
Инеш һүҙ
- Иғтибар: Был текст кирил әлифбаһына транслитератор ярҙамында күсерелгән, хаталарҙы төҙәтергә рәхим итегеҙ.
Йәмәғәт, беҙҙең Википедияла ғәмәлдә булған хакимдар һәм бейҙәр тураһындағы ҡағиҙә һуңғы тапҡыр бер нисә йыл элек (2011 йылда) ошо тауыш биреү һөҙөмтәһендә ғәмәлгә индерелгәйне. Ошо ваҡыттан һуң беҙҙең проектҡа күп яңы ҡатнашыусы килгәнен, хаким статусы тураһында ниндәй булһа ла ҡағиҙә бығаса булмағанын һәм МетаВикиҙа ҡабул ителгән күп ваҡыт буйы әүҙем булмаған хакимдар һәм бейҙәрҙе автоматик рәүештә вазифанан бушатыу сәйәсәтен иҫәпкә алып, хаким һәм бей статустарын биреү һәм ул вазифаларҙан бушатыу шарттары тураһында тауыш биреү ойошторорға булдым. --Comp1089 (әңгәмә) 12:10, 20 апрель 2017 (UTC)
Ҡағиҙәләр
- Тауыш биреү UTC сәғәте менән 23.04.2017 көнөнән алып (сәғәт 00:00 тулғас) 30 (утыҙ) көн буйы бара.
- Мәҡәлә һәм Ҡалып исемдәр арауыҡтарында йәмғеһе егерменән ашыу (20+) төҙәтмә булған, тауыш биргән көнгә тиклем 1 ай эсендә шул уҡ арауыҡтарҙағы биттәргә кәмендә 1 (бер) төҙәтеү индергән ҡатнашыусылар тауыш бирә ала.
- Тауыш бирер өсөн, һеҙ һайлаған вариант аҫтында яңы юлдан
# --~~~~
кодын өҫтәү етә. Зинһар, тауыш биргәндә ҡалыптар менән ҡулланмағыҙ. - Тәҡдим ителгән варианттарҙың береһе өсөн генә тауыш биреүегеҙҙе һорайбыҙ. Фекерегеҙ үҙгәргән хәлдә, элекке тауышығыҙҙы
<s>...</s>
билдәләре ярҙамында элекке тауышығыҙҙы һыҙғас ҡына яңынан тауыш бирегеҙ. - Теркәлмәгән һәм раҫланмаған (теркәлеү ваҡытынан 4 көн үтмәгән) ҡатнашыусылар был тауыш биреүҙә һәм уға бәйле фекерләшеүҙә ҡатнаша алмай.
- Тауыш биреүҙең һөҙөмтәләре хаким һәм бей статусына яңы ғаризаларға ғына ҡағыла. Проектта бығаса эшләгән хаким һәм бейҙәр үҙ статусын юғалтмай.
- Был тауыш биреү тамамланғансы, хаким һәм бей статусына яңы ғаризалар ҡаралмай.
- ЮШ вәкәләттәре тураһындағы ҡағиҙәләр уның яңы һайланыр (5-се) һәм унан һуңғы саҡырылыштарына ғына ҡағыла.
Альтернатив тәҡдимдәр
- Альтернатив (тауыш биреү битендә булмаған) варианттарҙы фекерләшеү битендә тәҡдим итә алаһығыҙ.
- Әгәр ҙә теге йәки был һорауға ҡағылышлы альтернатив вариантты (йә өҫтәлмәне) был тауыш биреү барышында тәҡдим итер булһағыҙ, уның өсөн өҫтәмә тауыш биреү фекерләшеү битендә ойошторола.
Тауыш биреү һөҙөмтәләре
- Иң күп тауышты алған вариант ҡағиҙә булараҡ ҡабул ителә. Риза/Ҡаршы варианттары булған хәлдә, риза тауыштарҙың һаны ҡаршы килгәндәрҙән күберәк булһа, тәҡдим ҡабул ителә.
- Әгәр бер нисә вариант өсөн тауыштар һаны (Риза/Ҡаршы тип тауыш бирелгән хәлдә — Риза һәм Ҡаршы тауыштарҙың һаны) тауыш биреү бөткән ваҡытта бер тигеҙ булһа, ул варианттарҙың береһе өҫтәмә тауыш биреүҙә һайланырға тейеш.
Өҫтәмә тауыш биреү ҡағиҙәләре
Өҫтәмә тауыш биреү үткәрелгән осраҡта, ул ошо ҡағиҙәләргә ярашлы үтә:
- Төп тауыш биреүҙә ҡатнаша алғандар өҫтәмә тауыш биреүҙә лә ҡатнаша ала.
- Тауыш бирелер альтернатив вариант (йәки өҫтәлмә) төп тауыш биреү бөткәнсе тәҡдим ителергә тейеш.
- Өҫтәмә тауыш биреү 10 көн буйы бара.
Тауыш биреү тамамланған | |
Башланыу ваҡыты: 23 апрель 2017 00:00:00 | Тамамланыу ваҡыты: 23 май 2017 00:00:00 |
Хаким статусына ҡағылышлы һорауҙар
Бығаса хаким статусы тауыш биреү һөҙөмтәһендә бирелгән булһа ла, был хаҡта аныҡ, асыҡ ҡағиҙә юҡ ине. Был тауыш биреү менән ошо хаҡта рәсми ҡағиҙә ҡабул ителә. Тауыш биреү өсөн ошоно урынлаштырығыҙ:# --~~~~
Кандидатҡа талаптар: индерелгән төҙәтеүҙәр һаны
Һорау: Хаким статусына ғариза яһар алдынан, ҡатнашыусы Башҡорт Википедияһында күпме төҙәтеү индерергә тейеш? |
100+ (бер йөҙҙән ашыу)
250+ (ике йөҙ илленән ашыу)
500+ (биш йөҙҙән ашыу)
1000+ (бер меңдән ашыу)
Кандидатҡа талаптар: Башҡорт Википедияһында ҡатнашыу ваҡыты
Һорау: Хаким статусына ғариза яһар алдынан, ҡатнашыусы Башҡорт Википедияһында күпме ваҡыт буйы ҡатнашҡан булырға тейеш? |
6 ай
1 йыл
2 йыл
3 йыл
Тауыш биреү ваҡыты
Һорау: Хаким статусына ғариза менән бәйле тауыш биреү күпме ваҡыт буйы барырға тейеш? |
7 көн
10 көн
15 көн
30 көн
Тауыш биреүҙә ҡатнашыусыларға талаптар: төҙәтеүҙәр һаны
Һорау: Хаким йәки бей статусына тауыш биреүҙә ҡатнаша алған кеше тауыш биргән көнгәсә Башҡорт Википедияһының мәҡәләләренә нисә төҙәтеү индергән булырға тейеш? |
1+ (берҙән ашыу)
10+ (ундан ашыу)
50+ (илленән ашыу)
100+ (йөҙҙән ашыу)
Тауыш биреүҙә ҡатнашыусыларға талаптар: Вики-тәжрибә
Һорау: Хаким йәки бей статусына тауыш биреүҙә ҡатнаша алған кеше тауыш биргән көнгәсә Башҡорт Википедияһында күпме ваҡыт буйы ҡатнашҡан булырға тейеш? |
3 көн
1 аҙна
2 аҙна
1 ай
2 ай
Тауыш биреүҙә ҡатнашыусыларға талаптар: башҡа Википроекттарҙың ҡатнашыусылары
Һорау: Башҡорт Википедияһына етерлек үҙгәреш индермәгән, әммә Википедияның башҡа бүлегендә әүҙем ҡатнашҡан, Башҡорт Википедияһының ҡорона билдәле, тәжрибәле һәм абруйлы ҡатнашыусыларға хаким йәки бей статусына тауыш биреүҙә ҡатнашыу хоҡуғын бирергә ризаһығыҙмы? |
Ризамын, ундай хоҡуҡ бирелергә тейеш
- --Comp1089 (әңгәмә) 06:34, 23 апрель 2017 (UTC)
- ғәмәлдә был ысул ҡулланыла. --Ryanag (әңгәмә) 00:10, 24 апрель 2017 (UTC)
Юҡ, ундай хоҡуҡ бирелергә тейеш түгел
Икеләнәм
Хаким статусына тауыш биреү: ҡатнашыусылар һаны
Һорау: Ҡатнашыусының хаким статусына ғаризаһы (кандидатураһы) хупланған тип танылһын өсөн, тауыш биреүҙә кәмендә күпме ҡатнашыусы ҡатнашырға тейеш? |
3 (өс ҡатнашыусы)
5 (биш ҡатнашыусы)
10 (ун ҡатнашыусы)
20 (егерме ҡатнашыусы)
Хаким статусына тауыш биреү һөҙөмтәләре
Һорау: Ҡатнашыусының хаким статусына ғаризаһы (кандидатураһы) хупланған тип танылһын өсөн, "Риза" тауыштар кәмендә күпме процентын тәшкил итергә тейеш? |
30% (утыҙ процент)
50% (илле процент)
- --Comp1089 (әңгәмә) 06:34, 23 апрель 2017 (UTC)
- Рувикила 2/3 өлөшө йәки 66%. --Ryanag (әңгәмә) 00:10, 24 апрель 2017 (UTC)
75% (етмеш биш процент)
90% (туҡһан процент)
Ҡабат тауыш биреү
Һорау: Кандидатураһы хупланмаған йәки вазифанан бушатылған ҡатнашыусы ҡабат ғариза яһар алдынан, һуңғы ғаризаһынан һуң күпме ваҡыт үтергә тейеш? |
1 ай
2 ай
3 ай
6 ай
Хаким вазифаһынан әүҙемһеҙлек өсөн бушатыу: әүҙемһеҙлек ваҡыты
Һорау: Башҡорт Википедияһының хакимын әүҙемһеҙлеге сәбәпле вазифаһынан бушатыу өсөн, ул күпме ваҡыт буйы әүҙем булмаҫҡа тейеш? |
6 ай
9 ай
12 ай
18 ай
24 ай
Хаким вазифаһынан әүҙемһеҙлек өсөн бушатыу: етерлек әүҙемлек
Һорау: Башҡорт Википедияһының хакимы әүҙем тип танылһын өсөн, ай буйына Башҡорт Википедияһына кәмендә нисә төҙәтеү индерергә тейеш? |
1 (бер төҙәтеү)
5 (биш төҙәтеү)
10 (ун төҙәтеү)
20 (егерме төҙәтеү)
Бей статусына ҡағылышлы һорауҙар
Ғәмәлдә булған ҡағиҙәне ошо биттән ҡарай алаһығыҙ. Ошо тауыш биреү менән 2011 йылда ҡабул ителгән был ҡағиҙә яңыртыла.
Кандидатҡа талаптар: индерелгән төҙәтеүҙәр һаны
Һорау: Бей статусына ғариза яһар алдынан, ҡатнашыусы Башҡорт Википедияһында күпме төҙәтеү индерергә тейеш? |
250+ (ике йөҙ илленән ашыу)
500+ (биш йөҙҙән ашыу)
1000+ (бер меңдән ашыу)
1500+ (бер мең ярымдан ашыу)
Кандидатҡа талаптар: Башҡорт Википедияһында ҡатнашыу ваҡыты
Һорау: Бей статусына ғариза яһар алдынан, ҡатнашыусы Башҡорт Википедияһында күпме ваҡыт буйы ҡатнашҡан булырға тейеш? |
6 ай
1 йыл
2 йыл
3 йыл
Тауыш биреү ваҡыты
Һорау: Бей статусына ғариза менән бәйле тауыш биреү күпме ваҡыт буйы барырға тейеш? |
7 көн
10 көн
15 көн
30 көн
Бей статусына тауыш биреү: ҡатнашыусылар һаны
Һорау: Ҡатнашыусының бей статусына ғаризаһы (кандидатураһы) хупланған тип танылһын өсөн, тауыш биреүҙә кәмендә күпме ҡатнашыусы ҡатнашырға тейеш? |
3 (өс ҡатнашыусы)
5 (биш ҡатнашыусы)
10 (ун ҡатнашыусы)
20 (егерме ҡатнашыусы)
Бей статусына тауыш биреү һөҙөмтәләре
Һорау: Ҡатнашыусының бей статусына ғаризаһы (кандидатураһы) хупланған тип танылһын өсөн, "Риза" тауыштар кәмендә күпме процентын тәшкил итергә тейеш? |
30% (утыҙ процент)
50% (илле процент)
75% (етмеш биш процент)
90% (туҡһан процент)
Бей вазифаһынан әүҙемһеҙлек өсөн бушатыу: әүҙемһеҙлек ваҡыты
Һорау: Башҡорт Википедияһының бейен әүҙемһеҙлеге сәбәпле вазифаһынан бушатыу өсөн, ул күпме ваҡыт буйы әүҙем булмаҫҡа тейеш? |
6 ай
9 ай
12 ай
18 ай
Бей вазифаһынан әүҙемһеҙлек өсөн бушатыу: етерлек әүҙемлек
Һорау: Башҡорт Википедияһының бейе әүҙем тип танылһын өсөн, ай буйына Башҡорт Википедияһына кәмендә нисә төҙәтеү индерергә тейеш? |
1 (бер төҙәтеү)
5 (биш төҙәтеү)
10 (ун төҙәтеү)
20 (егерме төҙәтеү)
30 (утыҙ төҙәтеү)
Башҡа һорауҙар
Бей вәкәләттәрен киңәйтеү
Һорау: Әлеге мәлдә Башҡорт Википедияһында бей статусы стюардтар тарафынан бирелә һәм алына. Был хоҡуҡтарҙы Википедияның бейҙәренә лә бирергә ризаһығыҙмы? |
Риза
Ҡаршы
Икеләнәм
Тауыш биреү ваҡытын ҡыҫҡартыу хоҡуғы
Һорау: Юғары шура хаким статусына тауыш биреү ваҡытын ҡыҫҡартҡаны бар (ҡарар, башҡа осраҡ). Тауыш биреү ваҡытының яртыһы үткәс, Риза тауыштар 80% йә күберәк тәшкил иткән һәм ЮШ ағзаларының күбеһе ҡаршы тип тауыш бирмәгән хәлдә, Юғары шура тауыш биреү ваҡытын ҡыҫҡарта аламы? |
Риза
Ҡаршы
Икеләнәм
Альтернативалы талаптар
Һорау: Ғәмәлдәге ҡағиҙәлә ҡатнашыусының әүҙемлеге һәм индерелгән төҙәтмәләр һанынан тыш, альтернатив талаптар ҙа ҡаралған (уларҙың барыһы ла ҡатнашыусы яҙған һайланған йә яҡшы мәҡәләләр һаны йәки индерелгән мәғлүмәт күләме менән бәйле). Ошо альтернатив талаптарҙы үтәгән ҡатнашыусыларҙың барыһына ла хаким һәм бей статусына ғариза яһау хоҡуғын бирергә ризаһығыҙмы? |