Википедия буйынса фекерләшеү:Биттәрҙе юйыу
- Нимә ул тәртип йәки ҡағиҙә? Бөтә диндәрҙә лә иң төп талап "ЭЫЯН ИТМӘ!", "НЕ НАВРЕДИ!", "Do No Harm!". Кеше үҙе уйлап тапҡан тәртип йәки ҡағиҙә аша "Зыянына" аҡлау табырға тырыша. Урыҫ бүлегендә бер ҡағиҙә бар - ru:Википедия:Игнорируйте все правила. Минеңсә, бик шәп фекер - донъя диндәре таныған төп талапты үтәргә ҡуша. --Рөстәм Нурыев 10:22, 5 Декабрь (Аҡъюлай) 2010 (UTC)
- Юйыуҙар тураһында ҡағиҙәгә килгәндә Урыҫ бүлегендә кеүек ҡағиҙәләр исемлегенән башлайыҡ ru:Википедия:Список правил. Үҙебеҙ нимә генә эшләһәк тә, шуға уҡ килеп терәләсәкбеҙ. Әммә, бермә-бер тәржемә итмәҫкә була. --Рөстәм Нурыев 10:22, 5 Декабрь (Аҡъюлай) 2010 (UTC)
- Ә "юйыуҙар" осрағына Wikipedia:Битте тиҙ юйыу талаптары йәки ru:Википедия:Критерии быстрого удаления тура киләме? Минеңсә килмәй, шуға күрә биттерҙе тергеҙергә кәрәк. Вячеславшулай уҡ Comp1089 aralaşırbıđmı? 10:45, 5 Декабрь (Аҡъюлай) 2010 (UTC)
- Сәләм! Wikipedia:Битте тиҙ юйыу талаптарына Мәҡәләләр тураһындағы ҡағиҙәләрҙе лә өҫтәр кәрәк. "Буш көндәрҙе" С1 йәки С5 пункты менән дә юйырға була. --Haqmar 13:07, 6 Декабрь (Аҡъюлай) 2010 (UTC)
Ә ҡағиҙәләрҙе билдәләп ҡуйыу ваҡыты етте шикелле. Иң беренсе - юйыу ҡағиҙәләре. Сөнки бәләкәй генә берләшмәбеҙҙә иң күп бәхәстәр юйыу арҡаһында килеп сыға. Шунан хакимдәр һәм бейҙәр ни эшләргә тейеш, ни эшләмәҫкә тейеш, шуны башҡортса яҙып ҡуйыр кәрәк. Бәхәс сыҡҡан һайын, бәхәс темаһын асыҡлап ҡуйып барыр кәрәк - файҙалы буласаҡ. --Haqmar 13:07, 6 Декабрь (Аҡъюлай) 2010 (UTC)
Биттәрҙе юйыу һәм ул турала фекер алышыу битен бер урынған ҡуйҙым. Ҡағиҙәләрҙең темаларын да өҫтәп башланым. Фекер алышып, бәхәсләшеп, Биттәрҙе юйыу ҡағиҙәләрен тамамлап ҡуяйыҡ.--Haqmar 13:39, 6 Декабрь (Аҡъюлай) 2010 (UTC)
«Википедия:Биттәрҙе юйыу» битендә фекер алышыу башларға
Фекер алышыу битендә Википедия проектының эстәлеген нисек яҡшыртыу тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашалар. Һеҙ был битте «Википедия:Биттәрҙе юйыу» битенә яҡшыртыуҙар индереү буйынса фекер алышыуҙа файҙалана алаһығыҙ.