Эстәлеккә күсергә

Википедия:Ҡоролтай/ 2006 йыл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡоролтай/ 2006 йыляҙмаһы

Яңы ҡатнашыусы Марат

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Приветсвую всех участников.

Я башкир но плохо знаю родной язык, очень хочу выучить. Некоторых участников знаю, таких как Haqmar и sneg, и хотел бы тоже быть полезным. Предлагаю себя в качестве кого угодно, сам пока конкретно предложить что то не могу, разве что набор текста, например если есть отсканированые тексты на башкирском языке могу их набирать здесь. Я пока еще не доконца разобрался в принципе работы википедии щас пока штудирую хелп.

Если могу быть полезным, с удовольствием помогу. Марат.

Ваше желание заслуживает большого уважения. Я очень рад вашему стремлению. Поможем чем можем. Не стесняйся, пиши статьи на башкирском языке. Переводи статьи из русского вики. Помощь там тоже есть, можешь почитать если по башкирски не понятно. На счет корявости статей не смущайся, подправим. У нас был такой случай, один русский участник написал статью Тютчев, Федор Иванович на башкирском языке. Первый вариант получился не очень удачный, но мы ему помогли подправить эту статью. Успехов тебе, Марат. Дерзай. Советую зарегистрироваться. Кнопка на верхнем правом углу "Танышыу йәки теркәлеү" --Рөстәм Нурыев 06:27, 9 ноябрь (Ҡырпағай) 2006 (UTC)

Был өлөштә урыҫ һүҙҙәрен башҡортсаға тәржемә итеү буйынса фекер алышыуҙар алып барайыҡ.

Махсус биттәр

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Махсус биттәрҙәге һүҙҙәрҙе тәржемә итеү тәҡдиме: --Haqmar

  • CategoryTree – Категория ағасы
  • Cite - Өҙөк (алыу) ҡайҙа ҡулланылғанына күрә
  • Expand templates – Ҡалыптарҙы (киңәйт, ас, ентекле күрһәт) ҡайҙа ҡулланылғанына күрә
  • File path – Файл юлы
  • List of Wikimedia wikis – Викимедия викиларының исемлеге
  • Search web links – Веб һылтанмаларын эҙләү
  • Wikimedia Board of Trustees election – Викимедия вәкилдәре (ышаныслы кешеләре) советына һайлау
  • Версия MediaWiki – MediaWiki өлгөһө
  • Галерея новых файлов – Яңы файлдар галереяһы
  • Двойные перенаправления - Икәүле кире йүнәлтеүҙәр
  • Длинные страницы – Оҙон биттәр
  • Журналы - Журналдар
  • Загрузить файл – Файлды тейәргә
  • Источники книг – Китап сығанаҡтары
  • Категории - Категориялар
  • Категории, на которые больше всего ссылок – Иң күп һылтанма яһалған категориялар
  • Короткие статьи – Ҡыҫҡа мәҡәләләр
  • Наиболее часто редактировавшиеся страницы – Иң йыш төҙәтелгән биттәр
  • Неиспользуемые категории – Ҡулланылмаған категориялар
  • Неиспользуемые файлы – Ҡулланылмаған файлдар
  • Неиспользуемые шаблоны – Ҡулланылмаған ҡалыптар
  • Некатегоризованные изображения – Категорияланмаған һүрәттәр
  • Некатегоризованные категории – Категорияланмаған категориялар
  • Некатегоризованные страницы – Категорияланмаған биттәр
  • Новые статьи – Яңы мәҡәләләр
  • Разорванные перенаправления - Өҙөлгән кире йүнәлтеүҙәр
  • Самые используемые изображения – Иң күп ҡулланылған һүрәттәр
  • Системные сообщения – Система белдереүҙәре
  • Случайное перенаправление – Осраҡлы кире йүнәлтеүҙәр
  • Список заблокированных IP-адресов и пользователей – Ябылған IP-адрес һәм ҡулланыусылар исемлеге
  • Список перенаправлений – Кире йүнәлтеүҙәр исемлеге
  • Список файлов – Файлдар исемлеге
  • Страницы, включённые в большое количество категорий – Иң күп категорияларға керетелгән биттәр
  • Страницы, на которые больше всего ссылок – Иң күп һылтанма яһалған биттәр
  • Страницы-сироты – Етем биттәр
  • Требуемые категории - Кәрәкле категориялар
  • Требуемые страницы - Кәрәкле биттәр
  • Указатель по началу слов – Һүҙҙәргә күрә күрһәткес
  • Просмотреть стёртые страницы – Юйылған биттәрҙе ҡарау

Етем биттәргә һылтанмалар ҡуйып сығырға ине --Haqmar 14:04, 27 сентября 2006 (UTC)

Урыҫ һүҙҙәрен ҡулланмайыҡ !

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Минең уйымса урыҫ һүҙҙәрен мөмкин тиклем ҡулланмаҫҡа кәрәк. Сөнки бөгөн телебеҙ билингвизимға ныҡ дусар. Тел ғалимдарының: -- Был һүҙ башҡортсаға тәржемә ителмәй. -- тигән ҡанундарына шаҡ ҡатам. Бындай ҡанундарҙың һығымтаһы булап етәкселәребеҙ: -- Беҙ Правительстваның милли политикаһын ныҡ поддерживать итәбеҙ. -- тип сығыш яһап торалар. --Рөстәм Нурыев 03:38, 15 сентября 2006 (UTC)

Дөрөҫ, урыҫ һүҙҙәрен ҡулланмайыҡ! Тәржемәләре барҙыр ул... Ләкин урыҫ теленә башҡа телдән кергән һүҙҙәрҙең тәржемәһе табылмай икән, уларҙы шулай уҡ ҡалдырыуға ҡаршы түгелмен. Яңы йәки иҫке һүҙҙәрҙең башҡортсаға рәсми тәржемәләре гәзиттәрҙә сығып тора бит, шуларҙы табырға ине...--Haqmar 06:41, 15 сентября 2006 (UTC)
Һүҙмә һүҙ тәржемә итеп булмаһа, мәғәнәһенә ҡарарға кәрәк. --Рөстәм Нурыев 07:56, 15 сентября 2006 (UTC)

Бөгөн ҡулыма «Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең аңлатма һүҙлеге. -- Өфө,2004. -- 528 бит.» китабы килеп керҙе. Етенсе биттә «Һүҙлек статьяһының төҙөлөшө» тип яҙалар. Нимә тип әйтергә инде был хәлгә? Тел белгестәребеҙ беҙҙе көсләп ике телде бутап һөйләшеүгә өйрәтә бит. Әллә мин шул тиклем наҙан микән. Ул ғалимдар яҙған закондарҙы (был һүҙҙе лә улар шулай яҙа, 120 бит) уҡымағас мин кем булам инде, наҙан булмай? -- Рөстәм Нурыев 12:02, 15 сентября 2006 (UTC)

Һин әйткәндәрҙең бөтәһе лә наҙанлыҡтан килһә хәл бик насар түгел тип уйлайым, ә белеп эшләһәләр белмәйем инде --Haqmar 19:59, 15 сентября 2006 (UTC)
Минең тәҡдимем -- бында тәржемә принциптары тураһында фекер алышайыҡ. Айырым һүҙҙәр тәржемәһе тураһында шул һүҙҙәргә бағышланған биттәрҙә бәхәс ҡорайыҡ. Сөнки бында һәр бер һүҙ тураһында һөйләшһәк, һүҙебеҙ бөтмәҫ һымаҡ, был бит тә етмәҫ.

Хәҙер дөйөм принциптар тураһында:

Ғөмүмән, мин Рөстәм менән килешәм. Ләкин, пуризм тигән нәмәгә бирелмәйек. Мәҫьәлән, закон һүҙе, минеңсә, ҡулланыуға хаҡлы, сөнки ул башҡорт теленең стилистик байытыуға килтерә. Закон - ул кешеләр тарафынан уйлап сығарған нәмә, ҡанун - тәбиғәт тарафынан бирелгән нәмә.

Пуризмға бирелһәк, телебеҙ "наҙандар белмәгән" берәй секта теленә әүерелер. Минең принциптарым шулай: урыҫ теле аша башҡорт теленә ингән грек (юнан), латин, инглиз, француз, нимес һәм башҡа Европа телдәренән ингән һүҙҙәр шул көйө ҡалһындар. Ә бына саф урыҫ һүҙҙәренән ҡотолорға кәрәк. Мәҫьәлән производство - етештереү, сварщик - иретеп йәбештереүсе һ.б.

Шул һүҙҙәрҙең береһе - ядро. Термоядерный - термоядро. Был һүҙҙе нисек алмаштырырға? Mutagar 20:56, 16 сентября 2006 (UTC)

Әлбиттә, Mutagar фекерҙәре дәлилле. Әммә ләкин, ни өсөн бер телгә икенсе телдән ҡайһы бер һүҙҙәр инеп урынлаша, ә киреһенсә -- беренсе телдән икенсе телгә инмәй? Үҙ сиратында, бындай бер яҡҡа ғына ағым, нимәгә килтерә? Бына нимә борсой мине! Бөгөнгө көндә хөкөм һөргән ҡағиҙәләрҙе беҙҙең (башҡорт) ғалимдар урыҫ ғалимдарынан күсерҙе буғай. Ә инде телде стилистик байытыуыбыҙ, пуризимға бирелеүҙән ҡурҡыу биш һүҙлек һөйләмдә өсәүһе башҡорттыҡы булмаған һүҙҙәр ҡулланыуға алып барып еткергән бит инде. Икенсе яҡтан, башҡорт теленә быуаттар буйына сит телдәрҙән һүҙҙәр инеп урынлашҡан, быны ла инҡар итеп булмай. Һәм был ағымды туҡтатып була тип әйтеүе ахмаҡлыҡ. Ә ниндәйҙер кимәлдә ҡаршы тороу мотлаҡ. Шул саҡта ғына телебеҙҙең сафлығын, таҙалығын һаҡларбыҙ. Бер сиктән икенсеһенә күсеү ҙә файҙа урынына зыян ғына буласаҡ. --Рөстәм Нурыев 05:44, 17 сентября 2006 (UTC)

Мәҫьәлән, закон һүҙе, минеңсә, ҡулланыуға хаҡлы, сөнки ул башҡорт теленең стилистик байытыуға килтерә. Закон - ул кешеләр тарафынан уйлап сығарған нәмә, ҡанун - тәбиғәт тарафынан бирелгән нәмә. Mutagar

Үрҙә телгә алынған һүҙлек «Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең аңлатма һүҙлеге. -- Өфө,2004. -- 528 бит.» буйынса:
  • Закон исем. 1. Дәүләт власының юғары органы тарафынан ҡабул ителеп, юридик көскә эйә булған норматив акт; ҡанун. Закондар йыйынтығы. Законға ҡаршы эш. 2. Төрлө күренеш араһында объектив бәйләнеш. Йәмғиәт закондары. Тәбиғәт закондары. -- 120 бит
  • Ҡанун исем. 1. Дин тотоу һәм көн итеү тәртибен билдәләгән ҡағиҙә. Шәриғәт ҡанундары. 2. Тормош-көнкүрештә нығынған, бер тәртипкә әйләнгән ғәҙәт, йола, ҡағиҙә. Йола ҡанундары. Ҡанун буйынса йәшәү. -- 200 бит

Минең уйымса Закон һәм Ҡанун һүҙҙәре бер мәғәнәне аңлата. Тәбиғәттә һәм йәмғиәттә билдәләнгән ҡағиҙә. Үҙ сиратында тәбиғи һәм яһалма булыуы мөмкин. Көн менән төндөң алмашыныуы тәбиғи, һәм быға кеше ҡаршы тора алмай. Кеше үҙ торомошон яйлағандары -- яһалма. Яһалма ҡанундар күпселек тарафынан ҡабул ителеп ҡулланыла. Үҙ сиратында яһалма ҡанундар күпселектең фекерен дөйөмләштергән махсус ойошма тарафынан раҫланыуы мөмкин. Шулай итеп, мин башҡорт телендә Ҡанун һүҙен ҡулланыу яҡлы, ә Закон һүҙен ҡулланыуға ҡаршы. --Рөстәм Нурыев

Минеңсә «закон» менән «ҡанун» һүҙҙәре бер үк нәмәне аңлаталар. Шунлыҡтан «ҡанун» һүҙен ҡулланырға тәҡдим итәм.--Haqmar 09:49, 18 сентября 2006 (UTC)

Бер нисә һүҙ

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Ошо һүҙҙәрҙе нисек тәржемә итергә? Әллә шулай уҡ ҡалһындармы?--Haqmar 06:41, 15 сентября 2006 (UTC)

  • Принцип
  • Стиль
  • Логика
  • Витрина
  • Нейтральный
  • Машина

Мәҡәләләрҙә волость һүҙен улыс тип тәржемә иткәйнем. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа олоҫ тип атайҙар. Нисек ҡабул итәбеҙ? --Рөстәм Нурыев 03:38, 15 сентября 2006 (UTC)

Мин бер ерҙә "волос" тип күргәйнем :))) Ҡайһы сығанаҡҡа нығыраҡ ышанаһың, шуныҡын ал --Haqmar 20:06, 15 сентября 2006 (UTC)
  • Ярҙамсы биттәр өҫтөндәге О ПРОЕКТЕ һүҙен нисек тәржемә итергә? Тәҡдимдәр көтәм. --Рөстәм Нурыев 04:09, 6 сентября 2006 (UTC)
Проект урыҫ һүҙе түгел, тәржемә лә итә алманым... Проект тураһында тиергә тура килер микән...--Haqmar 06:41, 15 сентября 2006 (UTC)

Бер фекер тыуҙы: О проекте -> О нас -> Беҙҙең турала. Мәғәнәһе буйынса ипле һымаҡ. --Рөстәм Нурыев 17:23, 15 сентября 2006 (UTC)

Ул һүҙҙе мин осратҡаным юҡ. Ҡайҙа тора, белмәйем. Яҙһаң, "Беҙҙең турала" тип яҙҙа кит. Һүҙмә һүҙ тәржемә итергә тимәгән дә инде...--Haqmar 20:02, 15 сентября 2006 (UTC)
Бына был биттең өҫкө өлөшенә ҡара. Фекер алышыу төймәһе янында. --Рөстәм Нурыев

«Беҙҙең турала» тап килмәй. «Ҡағиҙә һәм күрһәтмәләр», «Ярҙам итеү» һ.б. биттәрендә лә «о проекте» яҙыуы бар. Минең тәҡдим: «Проект тураһында» тип яҙып китергә.--Haqmar 09:46, 18 сентября 2006 (UTC)

Әлегә «Проект тураһында» тип төҙәтеп сығам. Ләкин алмаш эҙләргә кәрәк минеңсә. --Рөстәм Нурыев 17:02, 3 февраль (Шаҡай) 2007 (UTC)

Версия для печати

[сығанаҡты үҙгәртеү]

«Версия для печати» нисек тәржемә итергә була? Фекерҙәрегеҙҙе беләһем килә. Обсуждение MediaWiki:Printableversion битендә минең тәҡдимде ҡарағыҙ һәм үҙегеҙҙекен яҙып ҡалдырығыҙ. --213.189.225.85 14:13, 3 августа 2006 (UTC)

"Ссылка" һүҙен Башҡортсаға ни тип тәржемә итергә була? тигән һорау буйынса бында фекер алышыу башланды.

Үҙ фекеремде унда әйттем.--Ildar 20:14, 11 марта 2006 (UTC)

Ҡағыҙға баҫыу өлгөһө тип яҙырға ҡарарлаштырылды --Haqmar 20:04, 15 сентября 2006 (UTC)

Это только предварительный просмотр, текст ещё не записан

[сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Это только предварительный просмотр, текст ещё не записан!

тәржемәһе кәрәк.--Рөстәм Нурыев 14:35, 28 августа 2006 (UTC)

Минең фекерем: Был ҡарап сығыу ғына (өлгөһө), үҙгәрештәр (мәҡәләгә) керетелмәгән әле. --Haqmar 09:04, 29 августа 2006 (UTC)
Ҡарап сығыу өлгөһө, әлегә үҙгәрештәр яҙҙырылмаған! -- йәплерәк һымаҡ. --Рөстәм Нурыев 09:41, 29 августа 2006 (UTC)
Ризамын! --Haqmar 10:05, 29 августа 2006 (UTC)

Бер кешенең тәржемә итеүе

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙер тышҡы күренеш һүҙҙәрен, һүҙбәйләнештәрен һәм һөйләмдәрен тәржемә итеү менән шөғөлләнәм. Тик бер кешенең генә тәржемә итеүе бик һәйбәт тип уйламайым: үҙемә оҡшағансы тәржемә итәм бит, фекер алышыу бармай тәржемә ителгән һүҙҙәр тураһында... Бер яҡлы була ... Был тик был бүлеккә генә ҡағылмай... Тәржемә ителгәндәр тураһында фекерҙәрегеҙгә шат булыр инем. Тәржемә итмәйенсә лә тороп булмай, теләк һәм мөмкинселек булғанда... --Haqmar 12:53, 10 октябрь (Ҡарасай) 2006 (UTC)

Башҡортса Wiktionary Вики-Һүҙлек бында. Әммә ләкин яҙыла башламаған. --Рөстәм Нурыев 17:38, 11 марта 2006 (UTC)

Вики-Һүҙлек битендә Башҡортса хәрефтәр күренмәй бит...--Haqmar 06:57, 15 сентября 2006 (UTC)

Мөхәрирләү битендәге башҡорт хәрефтәре бына ошо ярҙамсы биттә урынлашҡан MediaWiki:Copyrightwarning. Ә Вики һүҙлектә хәким дә бей ҙә юҡ. Шуның өсөн унда бер нимә эшләй алмайым. Стюрдтарҙан һорар инем, инглизсә белмәйем. Икенсе яҡтан Вики-Һүҙлек менән булашырға өлгөрмәҫмен тип буйлайым. Шуға ла бик әүҙемлек күрһәтмәйем. Ә кемгәлер барыбер башҡарт телендәге башҡа проекттарға бей һәм хәким вазифаларын алып ҡуйырға кәрәк. --Рөстәм Нурыев 08:25, 15 сентября 2006 (UTC)

Вики-Һүҙлектә хәким йәки бей булыр өсөн ни эшләр кәрәк? --Haqmar 20:15, 15 сентября 2006 (UTC)

Стюрдтар ундай мөмкинселек бирә ала. Урыҫ Форумунда һораш, аңлатырҙар. Йәки Ҡатнашыусы:.:Ajvol:. һора, ул аңлатыр. Мин тәртибен бик үк белеп бөтмәйем. --Рөстәм Нурыев 06:48, 17 сентября 2006 (UTC)

Беҙҙекеләр әлегә күп түгел

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Иихх, егеттәр эшләйһе эштәр бик күп бит әле. Беҙгә күберәк ҡатнашыусылар йәлеп итергә кәрәк ине. --Рөстәм Нурыев 17:38, 11 марта 2006 (UTC)

Ҡайҙа ашығырға, беҙҙе кем ҡыуалай? Бында бит берһен дә көсләп йәлеп итеп булмай. Икенсенән, үткенселәр беҙгә нимәгә кәрәк. Һәр нәмә үҙ сираты менән барһын. --Ildar 20:20, 11 марта 2006 (UTC)

Бөтә көс (күп булмаһа ла) ярҙамсы сығанаҡтарҙы, белешмәләрҙе үҙгәретүгә китеп тора, мәҡәләләр һаны артмай ((( Бик кереүсе лә юҡ шикелле... Башҡа телдә файҙалы мәҡәлә урынлаштырып сыҡһа ла етә бит...--Haqmar 09:11, 29 августа 2006 (UTC)

1. Башҡа телдә файҙалы мәҡәлә урынлаштырып сыҡһа ла етә бит... -- быға мин ҡарашы. Улай эшләһәк, күптән урыҫ теленән булһа ла күсереп ҡуйған булыр инем инде. --Рөстәм Нурыев 09:37, 29 августа 2006 (UTC)
2. Бөтә көс (күп булмаһа ла) ярҙамсы сығанаҡтарҙы, белешмәләрҙе үҙгәретүгә китеп тора, мәҡәләләр һаны артмай -- атнаһына иң кәмендә бер мәҡәлә булһа ла яҙырға килешәйек. --Рөстәм Нурыев 09:37, 29 августа 2006 (UTC)
3. Бик кереүсе лә юҡ шикелле... -- Бөтә бәлә ошонда ла инде. Әүҙем ҡатнашыусылар йәлеп итергә кәрәк. Әммә ләкин бик һаҡ. Үткенселәр беҙҙәң бүлектең барлығын белмәй торһондар. Мин ҡайһы бер ФОРУМдарҙағы аралашыуҙы уҡыйым да -- АЛЛАМ һаҡлаһын -- тип ҡуям. Кешеләр шул тиклем бәйһеҙ микән ни? --Рөстәм Нурыев 09:37, 29 августа 2006 (UTC)
Мин үҙем урыҫ мәҡәләләрен ҡуйып шунан тәржемә итәм бит, әллә дөрөҫ эшләмәйем ме? Аҙнаһына бер мәҡәлә өсөн мин риза. Ярҙамсы сығанаҡтарҙы, белешмәләрҙе яҙып бөтөлһә еңелерәк булыр ине. Яйлап яйлап инде...--Haqmar 10:01, 29 августа 2006 (UTC)
Дөрөҫ әлбиттә. Әммә ләкин үҙең яҙған мәҡәләнең тәме икенсерәк. Ярҙамсы сығанаҡтар буйынса һинең эшмәкәрлегеңә мин ҡыуанып бөтә алмайым, афарин. Яңы ҡатнашыусылар буйынса райондағы мәктәп уҡытыусылары менән һөйләшеп ҡара. Мин юғары уҡыу йорттары менән бәйләнеш урынлаштырырға мәшәҡәтләнәм. --Рөстәм Нурыев 04:07, 6 сентября 2006 (UTC)

Татар Википедияһы

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Татар Википедияһын ҡарап сыҡтым да көлөп ҡуйҙым, 3800 ашыу мәҡәлә һанының серен аңланым ))) Календарь мәҡәләләренең ҡалыптарын эшләп тултырғандар Википедияны. Беҙҙең эраға тиклемге 1600 йылдан башлап, б.э. 2100 йылына тиклем булһа -- 3700 тирәһе буш бит бар бит инде... Ҡалған 200 тирәһен генә эшкинерҙәй мәҡәләгә һанарға була... «Ярҙам» бите буш...--Haqmar 08:06, 29 сентября 2006 (UTC)

Унда хәл шулай икәнен мин ҡайҙалыр тағы уҡығайным. --Рөстәм Нурыев 08:49, 29 сентября 2006 (UTC)

Ниңә татарҙарға барып бәрелдең тиһәләр -- һуңғы йылдарҙа татарҙар менән ярышабыҙ бит ))). Улар шуны эшләгән, улар быны эшләгән тибеҙ... Улар киреһенсә... --Haqmar 08:06, 29 сентября 2006 (UTC)

Әйҙә ярышмайыҡ. Википедияла. Мәғәнәһе юҡ бит. --Рөстәм Нурыев 08:49, 29 сентября 2006 (UTC)

Үзбәктәрҙә лә шул уҡ хәл. Тәүҙә әллә беҙгә лә шулайтып эшләргә микән тип уйланым да ваз кистем. Һанды түгел, сифатты уйлар кәрәк... Беҙ яй барабыҙ, әммә һәйбәт барабыҙ. Ә ярышыу тураһында дөрөҫ әйтәһең... --Haqmar 09:08, 29 сентября 2006 (UTC)

Әлбиттә, ярышыуҙың мәғәнәһе юҡ. Иң мөһиме был изге эште туҡтатырға ярамай. Википедияның төп ҡанундарын ҡабул иткән, башҡорт халҡының, башҡорт теленең яҙмышы өсөн янып-көйгән яңынан яңы ҡатнашыусылар йәлеп итергә кәрәк. Һәм бергәләп был эште алға этәргә. Мәғәнәһен шунан күрәм. Ә инде бер-ике кеше генә бүлекте ҡыҫҡа ваҡытта төҙөп ҡуйһаҡ, ул бик тиҙ үләсәк. Урыҫ бүлеге лә тәүҙә яй үҫешкән булған. --81.30.192.250 11:20, 29 сентября 2006 (UTC)

Башҡортса ай исемдәре

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Ай исемдәре эргәһендә йәйәләр эсендә башҡортса ай исемдәрен яҙырға тәҡдим итәм. Һеҙҙең фекерҙәрегеҙ?--Haqmar 17:18, 3 октября 2006 (UTC)

Мин риза. Тәжрибә булараҡ та бик файҙалы булыр. Әгәр кемгәлер оҡшамай икән, үҙгәртеүе оҙаҡ түгел бит. --Рөстәм Нурыев 03:09, 4 октябрь 2006 (UTC)[яуап бирергә]