Википедия:Ҡыҫҡа дәрестәр/Модуль 5-3
Уҡыу көйләүҙәре
-се модулдең -сө дәресе — Эске һәм тышҡы һылтанмалар ҡуйыу
[сығанаҡты үҙгәртеү]Википедия мәҡәләһендәге һүҙҙәрҙе шул төшөнсәгә тура килгән мәҡәлә, йәки Википедиянан ситтә булған мәғлүмәт менән бәйләп була. Википедиялағы мәҡәлә менән бәйләү өсөн [[эске һылтанма — ике ҡатлы дүрткел йәйәләр]], Википедиянан ситтә булған мәғлүмәткә [эске һылтанма — бер ҡатлы дүрткел йәйәләр ҡуйыла]. Тышҡы һәм эске һылтанмаларҙы ҡуйыу өсөн Вики-тексты мөхәррирләү ҡатламы аша эшләргә тәҡдим ителә, сөнки Үҙгәртергә ҡатламы аша ҡуйыу ысулдарының етешмәгән урындары булыуы ихтимал. Артабан Вики-тексты мөхәррирләү ҡатламы аша дүрткел йәйәләрҙе тиҙ генә ҡуйыу ысулдары һәм яҙылыш төрҙәре аңлатыла:
Аңлатма | Өлгө-рәсем |
---|---|
1-се ысул. Текстағы һылтанма ҡуйыласаҡ һүҙҙе һайларға һәм ҡыҙыл уҡ менән күрһәтелгән "сылбыр" төймәһенә баҫырға | |
1-се ысул дауамы. Күрһәтелгән тәҙрәсектә текст һүҙенә тура килгән Википедия битенең исемен яҙырға һәм Һылтанманы өҫтәргә төймәһенә баҫырға. Һылтанма төрө Вики биткә күсеү булырға тейеш. Уны үҙгәртмәгеҙ. | |
Икенсе ысул. Текстағы һылтанма ҡуйыласаҡ һүҙҙе һайлап алырға һәм ҡыҙыл уҡ менән күрһәтелгән Тиҙ өҫтәү ике ҡатлы дүрткел йәйәләр төймәһенә баҫырға | |
Мәҡәлә тексына һылтанма ҡуйып бөткәс Яҙҙырып ҡуйырға кәрәк. Ҡуйылған һылтамаларҙың күренешен тикшергеҙ. Википедияла мәҡәлә булған һәм дөрөҫ ҡуйылған һылтанмалар зәңгәр төҫтә буласаҡ, мәҡәлә булмаған, йәки һылтама дөрөҫ ҡуйылмаған осраҡта ҡыҙыл булып күренәсәк. | |
Эске һылтанманы мәҡәлә исеменә тура килгән һүҙҙән [[Мәҡәлә исеме]]нә йәки мәҡәләгә тура килмәгән һүҙбәйләнештән [[Мәҡәлә исеме|һылтанманың күренгән өлөшөн]] ҡуйып була. Икенсе осраҡта мәҡәлә исеме менән һүҙбәйләнеш араһында вертикаль бер тура һыҙыҡ булырға тейеш. Ул Тиҙ өҫтәү төймәләрендә бар. |
Тышҡы һылтанмалар
[сығанаҡты үҙгәртеү]Тышҡы һылтанмалар айырым дәрес итеп 6-сы моделдә бирелә.
Үҙ аллы ғәмәли дәрес
[сығанаҡты үҙгәртеү]Уҡығанығыҙҙы үҙ аллы нығытығыҙ.