Википедия буйынса фекерләшеү:Персоналийҙарҙың әһәмиәтлелеге критерийҙары
Уҡыу көйләүҙәре
- Ижади союздарҙа (мәҫәлән - журналистар союзы) ағза булыу ғына аҙ түгелме ул? --Айсар (әңгәмә) 15:36, 8 июль 2018 (UTC)
- был проект, нимәнәндер башлап яҙырға кәрәк тә инде. Беренсе булып иҫкә киләгәнде яҙҙым. Шуға күрә тәҡдим итегеҙ. Рөстәм бейҙән көтөп ултырмағыҙ. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 17:44, 8 июль 2018 (UTC)
- Улай булһа - ярар...--Айсар (әңгәмә) 18:20, 8 июль 2018 (UTC)
- Ә мин иртәгә башҡорт энциклопедияһы критерийҙарын ҡарармын. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 17:44, 8 июль 2018 (UTC)
- Башҡорт энциклопедияһы критерийҙары - рәсми, дәүләт критерийҙары, ирекле ресурс түгел. Унан нимәлер алырға була, әлбиттә, әммә ирекле энциклопедия ысулдары - ирекле. Бары таяныр сығанаҡтар ғына булһын, кешене кәмһетмәһен, ғәйбәт, ялған булмаһын. Хатта бик сәйер кешеләр тураһында ла мәҡәләләр яҙыла. Шуға күрә лә "Хәҙерге заманда ниндәйҙер билдәлелек алғандар" тигән бүлек тәҡдим итәм һәм Вячеслав Чернев тураһында яҙырға теләйем. Ул тамам һуҡырайғанға тиклем Викиға яҙышып торҙо, әле лә яҙыштыра. Ысынлап феномен кеше, телдәр белеү йәһәтенән генә түгел, ә инвалидлығын да тәҡүәлек менән ҡабул итеүе яғынан да. Һуҡырайған килеш башҡорт теленән дәрестәр яҙҙырып китте, 2017-2018 уҡыу йылында был дәрестәре БСТ-нан күрһәтелде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тауыш менән яҙҙыртырға уның башҡортса шрифттары юҡ. --Guram52 (әңгәмә) 20:23, 8 июль 2018 (UTC)
- Бер генә факт та кеше тураһында мәҡәлә яҙырға мөмкинлек бирә тиелгән русса ҡағиҙәләрҙә, тик раҫланған сығанаҡ ҡына булһын. Әйтәйек, монгол малайы Удаму Ҡытайҙа әсәһенә бағышлап йырлап, танылыу алды, викиҙа бер нисә телдә уның тураһында мәҡәлә бар. Беҙҙә лә ғәҙәттән тыш хәлдәр булып тора - мәҫәлән, кескәй балалар уттан, батыуҙан ҡотҡара һ.б. --Guram52 (әңгәмә) 20:23, 8 июль 2018 (UTC)