Габриель де Мортилье

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Габриель де Мортилье
франц. Louis Laurent Gabriel de Mortillet
франц. Gabriel de Mortillet
Mortillet.jpg
Тыуған көнө:

29 август 1821({{padleft:1821|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[1][2][…]

Тыуған урыны:

Мелан[d]

Вафат булыу көнө:

25 сентябрь 1898({{padleft:1898|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[1][2][…] (77 йәш)

Вафат булған урыны:

Сен-Жермен-ан-Ле[d]

Гражданлығы:

Flag of France (1794–1815, 1830–1958).svg Франция

Ғилми өлкәһе:

антропология

Эшләгән урыны:

Музей национальной археологии[d][4]

Уҡыу йорто:

Консерватория искусств и ремёсел[d][4]

Луи Лоран Габриель де Мортилье (de Laurent Louis Mortillet Gabriel, 29 август 182125 сентябрь 1898) — француз антропологы һәм археологы, хәҙерге фәнни археологияға нигеҙ һалыусыларҙың береһе, таш быуат классификацияһына нигеҙ һалыусы; шулай уҡ француз антропологияһы мәктәбенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе тип һанала.

«Мортилье һәм башҡа алдынғы ғалимдарҙың хеҙмәттәре сиркәү иҫбатлаған донъяның 6 мең йыл элек "донъя барлыҡҡа килтерелеүе" тураһындағы легендаһының нигеҙһеҙ булыуын дәлилләй һәм улар кешелек донъяһы тарихындағы таш быуа картинаһын тергеҙә»[5].

Тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мортилье Меланда тыуған. Шамбериҙағы иезуит колледжында һәм Париж консерваторияһында белем ала. Белеме буйынса — инженер-геолог. 1847 йылдан алып — «La independante Revue»-ның хужаһы. 1848 йылдың революцияһында ҡатнашыусы, Пьер Жозеф Прудондың хеҙмәттәше. 1849 йылдағы радикал-демократик хәрәкәт тар-мар ителгәндән һуң 2 йылға төрмәгә хөкөм ителә һәм төрмәнән Женеваға ҡаса, артабан Пьемонтта ( Савойя) йәшәй.

Быға тиклем Мортилье тәбиғи тарих, күбеһенсә конхиология, менән шөғөлләнә, бигерәк тә сөсө һәм ер өҫтө ҡусҡарҙарын өйрәнеү менән булыша. Эмиграцияла Савойяның геология карталарын төҙөүгә тотона, әммә баҫтырып сығара алмай ҡала, шулай уҡ Ломбардия-Венет тимер юлын төҙөүҙә эшләй. Был ваҡытта Швейцарияла (1854 свайлы ауылдарҙың асыла башлауы уның иғтибарын тәүтормош археологияһына йәлеп итә. 1858 йылда ул свайлы ауылдарҙың ҡалдыҡтарын өйрәнә.

1864 йылда амнистия буйынса Францияға ҡайтҡас, Сен-Жермен музейына эшкә инә, унда боронғолоҡ бүлеген ойоштора. Мортилья (1885 йылда Милли йыйылыш депутаты итеп һайланғанға тиклем) был бүлекте етәкләй. 1864 йылда ул «Matériaux pour l'histoire naturelle et primitive de l'homme» («Тәүтормош кешеләре тарихы буйынса материалдар») археологик журналға нигеҙ һала; дүрт йыл буйына уны мөхәррирләй һәм унда боронғо археология буйынса үҙ яҙмаларын һәм мәҡәләләрен баҫтырып сығара. 1865 йылда Италияның Специя ҡалаһында үткән тәбиғәт фәндәре белгестәре йәмғиәтендә Мортилье антропология һәм тәүтормош археологияһының Халыҡ-ара конгресын ойошторорға тәҡдим итә; 1867 йылда Парижда был йәмғиәттең беренсе конгресы үтә. Поль Брока менән бергә Мортилье француз антропологик мәктәбен булдырыуҙың башында тора.

1875 йылдан алып ул — Антропология мәктәбенең боронғо тарих профессоры.

Үҙе оҙаҡ ваҡыт ҡала мэры булып торған Сен-Жермен-ан-Ле ҡалаһында вафат була.

Мортильеның осорҙарға бүлеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Үҙ замандаштарының күбеһе кеүек элек дарвинизмды яҡлаусы һәм антиклерикал Мортилье археологияны тәбиғи фәндәргә күсерә. Мортильеның төп хеҙмәте шунда, ул беренсе булып, археологик материалдарға нигеҙләнеп, таш быуат классификацияһын тәҡдим итә.

1869 йылда барлыҡҡа килгән системаға ярашлы, Мортилье таш быуатты 7 осорға бүлә:

  • тенэйский (эолиттар, әлеге ваҡытта иҫәп-хисапҡа ҡабул ителмәгән),
  • шелльский,
  • мустьерский,
  • ориньякский,
  • солютрейский,
  • Мадленский
  • Робенгаузенский (неолит, күл ауылы исеменән аталған).

Был классификация бер ни тиклем асыҡлап һәм хәҙерге ваҡытта бөтә ерҙә һаҡланған.

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France BNF танытҡысы: асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
  2. 2,0 2,1 Sycomore / Assemblée nationale
  3. 3,0 3,1 Комитет исторических и научных работ — 1834.
  4. 4,0 4,1 http://sueyounghistories.com/archives/2009/04/09/louis-laurent-gabriel-de-mortillet-1821-%E2%80%93-1898/
  5. Всемирная история. Т. 01. М., 1955. С. 4.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]