Эстәлеккә күсергә

Геров орфографияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ге́ров орфогра́фияһы (болг. Геровски правопис) – болгар телендә ҡулланылған тарихи яҙыу юлдарҙан береһе. Исеме Найден Геров, болгар яҙыусы, тел белеүсе һәм фольклор өйрәнеүсе исеменән килә һәм ул әҙерләнгән һүҙлектә (болг. „Речник на блъгарский язик с тлъкувание речити на блъгарски и руски“) ҡулланыла.

Орфография үҙенсәлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге болгар алфавитында ҡулланылған хәрефтәренән тыш, Геров орфографияһында Ѣ, ꙑ, ѫ хәрефтәре ҡулланылған. Шулай уҡ, хәҙерге я хәрефе урынына ꙗ тип яҙылған.

Башҡа үҙенсәлектәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • ж, ш, ч хәрефтәре ҡалын тартынҡы өндәре өсөн ҡулланмаған.
  • к, г, х хәрефтәре ҡалын тартынҡы өндәре өсөн генә ҡулланылған.
  • я хәрефе е тип әйтелгән һәм иҫке славян ѧ (бәләкәй юс) хәрефе этимологик урынында ҡулланылған.
  • щ хәрефе (/шт/ тип әйтелә) болгар һүҙҙәрҙә генә ҡулланылған, сит һүҙҙәрҙә шт тип яҙылған.
  • [ъ] өнө урынына этимология буйынса ъ, ь, ѫ йә ѭ тип яҙылған.
  • ър/ръ һәм ъл/лъ өндәре фәҡәт ръ/рь йә лъ/ль тип яҙылған.