Эстәлеккә күсергә

Гиреви

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гиреви
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Ахметский муниципалитет[d]
Карта

Гиреви — Грузияла, Кахетин өлкәһе, Әхмәт муниципалитетында, Пирикитель Алазань йылғаһынан 50 км алыҫлыҡта уның һул ярында урынлашҡан.


Ауыл ҙур түгел, төрлө тәғәйенлештәге ҡырҡлап йорттан тора. Биналарҙың бер өлөшө үҙенең тәүге ҡиәфәтен һаҡлап ҡалған, бер өлөшө яңынан ҡоролған һәм ҡыйыҡтары еҙ тимер менән ҡапланған. Көнбайышҡа ҡарай 5 саҡрым самаһы алыҫлыҡта урта быуаттарҙың биш башняһы һаҡланған, дүртеһе төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай бер һыҙыҡта урынлашҡан.

Башняларҙың береһе ауылдан көнбайышҡа ҡарай ҡаяла тора. Башня биш ҡатлы, өҫ яғына ҡарай тарайған, сланецтан төҙөлгән. Беренсе ҡатының түшәме көмбәҙ менән ҡапланған, ҡыйығының ҡалған өлөшө яҫы, ул ағасҡа таяна. Инеү урыны башняның көньяҡ яғында, ишеге яҫы арка менән. Беренсе ҡатта түшәмдә тишек уйылған, унан аша икенсе ҡатҡа күтәрелергә мөмкин.

Икенсе замок ауылдан көньяҡҡа ҡарай тора. Башняһы бар. Икеһе лә сланецтан төҙөлгән.

  • სერგი მაკალათია, თუშეთი, 1983;
  • გიორგი ბოჭორიძე, თუშეთი, 1993;

Интернет ресурстары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]