Гогичаант Геле мегалиттары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Гогичаант Геле мегалиттары-Грузияла Самцхе-Джавахети төбәге Боржоми муниципалитетының Чобисхеви ауылындағы милли әһәмиәткә эйә булған мәҙәни ҡомартҡылар.

Урман менән ҡапланған бейек Град Амосар тауының Мтквари үҙәнендә харабалар бар. Ауыл шул таулы урында урынлашҡан. Ҡоролмалар комплексы ике этап төҙөлөштән: христианлыҡҡа тиклем һәм христиан осоронан тора. Археологтар ҡаҙыныу эштәренән һуң шартлы рәүештә биш террасаны билдәләй. I терраса ике өлөштән тора. Был инеү урыны өҫтөндә сәйер арка менән. Ҡоролма бер ниндәй ҙә беркетеп ҡуйыусы иретмәһеҙ вертикаль блоктарҙан тора. Эске бина ике ниша менән көмбәҙ рәүешле. Көмбәҙҙең түбәһендә яҡтылыҡ өсөн тишек бар. Архитектураһы һәм төҙөлөшө буйынса шундай уҡ оҡшаш ҡоролма, әммә ҙур күләмдә III террасала бар. II терраса I-се террасала ике бүлмә терәлеп урынлашҡан. Береһенең эсендә ҡәберҙәргә оҡшаған бер пар таш йәшник урынлашҡан. III терраса иң ҡыҙығы. Археологтар бында өс ҡатлам төҙөлөштө билдәләй: 1-се ҡатлам (ҡыҙыл) - христианлыҡҡа тиклемге дәүер. Был бронза дәүере тип фараз итергә мөмкин. Был көмбәҙ рәүешле бина, уның алдындағы майҙан һәм инеү урынынан уң яҡта бина. 2-се ҡатлам (һары). иртә христиан осоро. 3-сө ҡатлам (миләүшә,иң һуңғы) - V-VII быуат сиркәүе. IV и V терассалар күләмдәре буйынса ҡоролмалар I, II һәм III террасалағы ҡоролмаларҙан күпкә ҡалыша. Былар торлаҡ биналар булыуы мөмкин. Үҙәк биналар ҙур таш киҫәктәренән төҙөлгән. Чобсихеви залдары үҙенең сәнғәт һәм тарихи ҡиммәте менән донъя әһәмиәтендәге ҡомартҡылар иҫәбендә тора.

2006 йылдың 30 мартында Грузияның ҡомартҡыларҙы һәм спортты һаҡлау буйынса Мәҙәниәт министрлығы, шул уҡ йылдың 7 ноябрендәге Грузия президентының 665-се указына ярашлы мегалитик ҡоролмалар милли әһәмиәттәге мәҙәни ҡомартҡы категорияһына индерелә[1]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • ეროვნული მნიშვნელობის კატეგორიის კულტურის უძრავი ძეგლების სია‎

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • საქართველოს კულტურული მემკვიდრეობის ძეგლი რ/ნ 12170

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. საქართველოს პრეზიდენტის ბრძანებულება № 665, 2006 წლის 7 ნოემბერი, ქ. თბილისი, კულტურის ზოგიერთი უძრავი ძეგლისათვის ეროვნული მნიშვნელობის კატეგორიის მინიჭების შესახებ