Гордон Ньюфелд
Гордон Ньюфелд | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Канада |
Тыуған көнө | 1947 или 1946 |
Тыуған урыны | Ванкувер, Британ Колумбияһы, Канада |
Һөнәр төрө | психолог |
Эшмәкәрлек төрө | психология[1] һәм психология развития[d][1] |
Эш урыны | Британ Колумбияһы Университеты[d] |
Уҡыу йорто | Британ Колумбияһы Университеты[d] |
Ғилми дәрәжә | фәлсәфә докторы[d] |
Рәсми сайт | neufeldinstitute.com |
Ҡыҙыҡһыныу өлкәһе | психология развития[d] |
Гордон Ньюфелд — философия фәндәре докторы, Канада (Ванкувер) психолог-девелопменталисы, врач Габор Матэ менән авторлыҡта яҙылған «Үҙегеҙҙең балаларығыҙҙы ҡулдан ысҡындырмағыҙ» (Hold on to Your Kids: Why Parents Need to Matter More Than Peers)[2] китабының авторы. Әлеге ваҡытҡа китап 10 (ун) телгә, шул уҡ ваҡытта рус теленә тәржемә ителгән[3]. Ньюфелд ҡарашы (уның бәйләү нигеҙендәге үҫеш концепцияһы) Джон Боулбиҙың бәйләү теорияһына нигеҙләнгән[4]. Ньюфелд 6 (алты) кимәлдән торған бәйләү теорияһын, шулай уҡ оялыуҙы һәм һаҡлаусы ситләшеүҙе анлатҡан бәйләү поляризацияһы төшөнсәһен эшләгән. Уның бәйләү моделе универсаль: уны олололарға ҡарата ла, балаларға ҡарата ла, өйҙә лә, уҡыу йортонда ла ҡулланып була.
1946 (бер мең туғыҙ йөҙ ҡырҡ алтынсы) йылда Канаданың Ванкувер ҡалаһында тыуған. Психолог-девелопменталист. Биш балаһы бар. Бынан тыш Ньюфелд — Канадалағы Ванкувер ҡалаһындаНьюфелд институтына нигеҙ һалыусы. Институт специалистарға һәм ата-әсәләргә шәхси уҡыу программаларын, шулай уҡ презентациялар, семинарҙар, курстар, видеокурстар тәҡтим итә. Уҡытыу бер нисә телдә алып барыла: инглиз, француз, немец, испан, иврит, швед һәм рус телендә[5].
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ньюфелд Гордон. Не упускайте своих детей. — М.: Ресурс. — 384 с. ISBN: 978-5-905392-08-5.
- Ньюфелд Гордон. Ключи к благополучию детей и подростков. — М.: Ресурс. — 32 с. ISBN: 978-5-990651-23-4.
- Нойброннер Дагмар. Понимать детей. Путеводитель по теории привязанности Гордона Ньюфелда. Гордон Ньюфелттың баш һүҙе менән. — М.: Ресурс. — 136 с. ISBN: 978-5-9906512-4-1.
- Макнамара Дебора. Покой, игра, развитие. Гордон Ньюфелдтың баш һүҙе менән. — М.: Ресурс. — 328 с. ISBN: 978-5-9906512-7-2
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Neufeld, Gordon // Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Gordon Neufeld. Hold On to Your Kids. — Random House LLC., 2006. — С. 320. — ISBN 978-0-375-76028-0.
- ↑ Гордон Ньюфелд. Не упускайте своих детей 2017 йыл 6 октябрь архивланған. = Hold On to Your Kids. — Издательство «Ресурс». — С. 384. — ISBN 978-5-905392-08-5.
- ↑ Писарик, Ольга. Свобода и привязанность. «Домашний ребёнок».
- ↑ The Neufeld Institute 2012 йыл 14 апрель архивланған.. Official site.