Горняк (футбол клубы, Учалы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡалып:Футбольный клуб

«Горняк» — Учалы ҡалаһының Рәсәй футбол клубы (Башҡортостан). 2008—2013 йылдарҙа Рәсәй беренселегендә профессиональ кимәлдә сығыш яһай.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2007 йылда ЛФЛ-дың «Урал һәм Көнбайыш Себер» зонаһында ярыштарҙа еңеүсе була һәм шулай итеп 2008 йыл миҙгелендә «Урал-Волга буйы» зонаһында ПФЛ-дың икенсе дивизионында сығыш яһау хоҡуғына эйә була. 2007 йылда ЛФЛ уйындарынан тыш, «Таусы» Башҡортостан республикаһы беренселегендә лә уйнаны, унда икенсе урын яуланы.

Команда хужаһы — Учалы Тау-байыҡтырыу комбинаты.

2007 йыл миҙгелендәге өйҙәге уйындарҙы Команда Учалынан 40 км алыҫлыҡтағы Уральск ҡасабаһында үткәрә. Әлеге ваҡытта ҡаланың «Горняк» стадионы реконструкцияланған. Реконструкциянан һуң унда йорт уйындарын үткәреү планлаштырыла, 2008 йылдың июнендә стадион ҡабул итеү комиссияһы тарафынан ҡабул ителә.

Баҫыуға йылытылған яһалма газон һалынған; 3,8 мең тамашасы өсөн заманса трибуналар ҡуйылған. 2 мең урынлыҡ өҫтәмә трибуна төҙөү планлаштырыла. Учалы Тау-байыҡтырыу комбинаты стадионды реконструкциялауға 37 миллион һум бүлгән. «Таусы» футбол клубы эргәһендә 6 йәштән 16 йәшкә тиклемге балалар өсөн алты төркөм булдырылған, улар шулай уҡ стадионда шөғөлләнә[1].

2010/11 Рәсәй Кубогында клуб 1/8 финалға етә; 14 июлдә 1/16 финалда Мәскәүҙең «Локомотив» клубынан еңелә (1:0, Максим Токарев гол индерә), 1/8 финалда «Таусы» 22 сентябрҙә «Алания» клубынан ҡалыша (0:0; 4:5 пен.)

Профессиональ кимәлдә сығыш яһау һөҙөмтәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Миҙгел Лига/Дивизион Урыны Һәм В Н П М Кубок Баш тренеры
2008 Икенсе дивизион



"Урал-Волга Буйы"зонаһы
4 34 17 9 8 65-32 1/256 Вадим Хафизов
2009 2Серебряный призёр 2 30 17 6 7 42-25 1/128 Дмитрий Радюкин/



и. о. Эркин Вәхитов/



Владимир Евсюков
2010 4 26 13 8 5 43-22 1/8 Анатолий Коробочка
2011/12 7 39 14 16 9 57-45 1/64 Анатолий Коробочка/



Владимир Силованов
2012/13 9 28 8 7 13 22-40 1/64 Дмитрий Радюкин

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Икенсе дивизиондың көмөш призеры: 2009 («Урал-Волга буйы» зонаһы)
  • КФК араһында Рәсәй Беренселеге еңеүсеһе: 2007 («Урал һәм Көнбайыш Себер» зонаһы)
  • Башҡортостан Чемпионы: 2014
  • Башҡортостан чемпионатының көмөш призеры: 2006[2]
  • Башҡортостан чемпионатының бронза призеры: 2015
  • Башҡортостан Кубогын Яулаусы: 2006[2]
  • Башҡортостан Кубогы Финалсыһы: 2014[2]
  • Башҡортостан Суперкубогы Эйәһе: 2014[2]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Официальный сайт футбольного клуба «Горняк» г. Учалы — История. Дата обращения: 13 апрель 2010. Архивировано из оригинала 29 июнь 2009 года. 2009 йыл 29 июнь архивланған.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Профиль клуба на сайте Footballfacts.ru. Дата обращения: 8 ғинуар 2019. [no Архивировано] 8 ғинуар 2019 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]