Эстәлеккә күсергә

Горький исемендәге үҙәк китапхана (Батайск)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Горький исемендәге үҙәк китапхана
Адресы

Батайск

Нигеҙләнгән

1938

Фонд
Фонд күләме

92 000

Хеҙмәтләндереү
Башҡа мәғлүмәт
Директор

Парасоцкая Елена Викторовна

Хеҙмәткәрҙәр

20

-


Горький исемендәге үҙәк китапхана  — Ростов өлкәһенең Батайск ҡалаһындағы үҙәк китапхана. 1938 йылда асылған.

Адресы: 346880, Ростов өлкәһенең Батайск ҡалаһы, Киров урамы, й. 32/1.

Батайск китапханалары тарихы алыҫ үткәнгә китә. 1898 йылда Батайск ауылында ҡаҙна ҡарамағындағы сәйханала уҡыу бүлмәһе эшләй, ә революциянан һуң, 1918 йылда унда ике йорт — уҡыу бүлмәһе була.

Беренсе район китапханаһы Батайскта 1930 йылдың 1 июлендә асыла. Был ваҡытта унда 5000 дана китап була. Китапхана Батайск халҡы араһында бик популяр була. Китапханасылар китаптарға байҡау яһайҙар, уҡыусылар менән әңгәмәләр үткәрәләр, китап күргәҙмәләре ойошторалар.

1938 йылда Батайскка ҡала статусы бирелә, ә китапхана ҡала китапханаһына әйләндерелә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында китапхана ныҡ емерелә. 1943 йылда, Батайск ҡалаһы азат ителгәндән һуң, китапхана ҡала халҡы тарафынан яңынан ойошторола. Халыҡ унда үҙҙәренең китаптарын килтерә. 1945 йылда китапханала өс хеҙмәткәр эшләй.

Яҙыусы Максим Горький исеме китапханаға 1958 йылда бирелә, 1960 йылда ул ҡала үҙәк китапханаһына әүерелә.

1980 йылдан М. Горький исемендәге китапхана барлыҡ ҡала китапханаларын етәкләй. Батайск ҡалаһының үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы барлыҡҡа килә. 1986 йылда китапхана өсөн Киров урамы, 32 адресы буйынса яңы бина төҙөлә, һәм ул ошо яңы бинаға күсә. Әлеге ваҡытта М. Горький исемендәге китапхана Батайск ҡалаһында иң эре китапхана булып тора. Унда 92 мең һаҡлау берәмеге иҫәпләнә: китаптар, матбуғат баҫмалары, винил дисктар фонды, аудио һәм видео кассеталар, оптик дисктар фонды, электрон мәғлүмәт базаһы.

Үҙәк ҡала китапханаһы мәғлүмәти, мәҙәни һәм ял итеү үҙәге булып тора. Ҡала китапханаларының китап уҡыусылары һаны 35537 кеше тәшкил итә (М. Горький китапханаһы буйынса яҡынса 700), китап биреү йылына 687650 дана тәшкил итә.

Китапхана директоры: Парасоцкая Елена Викторовна.

  • Сведения о библиотечном строительстве. Госархив Ростовской области. ф. п. 2443. оп. 2. д. 5193.
  • Сведения о работающих районных библиотеках Ростовской области на 1 июня 1943 года. Госархив Ростовской области. ф. р. 4045 оп. 1. д. 80.
  • Сведения о состоянии библиотечной работы. Госархив Ростовской области. ф. р. 3737 оп. 2. д. 261.