Губерна йәмиғ урындары бинаһы
- Мәҡәләлә Вологда өлкәһе Вологда ҡалаһының йәмиғ урындары бинаһы тураһында һүҙ бара Вологда өлкәһе Вологда
Иҫтәлекле урын | |
Губерна йәмиғ урындары бинаһы
| |
Төбәк архитектура һйкәле
Губерна йәмиғ урындары бинаһы — ҡала урамындағы өс ҡатлы йорт, ул XIX быуаттың икенсе яртыһында Вологда өлкәһенең Вологда ҡалаһындағы Орлов урамында урынлашҡан. Төбәк әһәмиәтендәге тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы. Әлеге ваҡытта бинала Вологда дәүләт университетының уҡыу бүлмәләре урынлашҡан.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Губерна йәмиғ урындары бинаһы 1858 йылдан алып 1861 йылға тиклем архитектор А. И. Иваницкийҙың проекты буйынса вологда йылғаһының яры буйында төҙөлгән. Был айырым йорт губернаның йәмиғ урыны булған һәм Вологда ҡалаһының иң ҙур бинаһы
1917 йылға тиклем был бинала губернаның төп учреждениелары: канцелярия, ҡаҙна, ҡаҙна палатаһы, игенселек һәм дәүләт мөлкәте менән идара итеү, «Вологда губерналары ведомостары» гәзите, типография һәм статистика бүлеге — урынлашҡан.
Октябрь социалистик революцияһынан һуң бында төрлө административ һәм хужалыҡ ойошмлары урынлашҡан, ошоноң менән бәйле бинаға икенсе исем «Третьий Советтар йорто» исмен биргәндәр. Һуңынан бында «Вологдалес» тресты эшләй.
1930 йылда йорт С. А. Бергавинов исемендәге Төньяҡ край педагогия институтына тапшырыла, ул студенттар өсөн яңынан үҙ ишектәрен аса, ә 1932 йылда Вологда дәүләт педагогия институты итеп үҙгәртелә.
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында, 1941 йылдың сентябренән 1944 йылдың декабре дауамында, был бинала № 1538 эвакогоспиталь бүлеге урынлашып торған, тап ошонда Ленинград һәм Волхов фронтында яраланғандарҙы дауаланырға килтергәндәр[1].
1944 йылдың аҙағында был бинала студенттар уҡыуын дауам итә. 1955 йылға тиклем был ҡаралтыла Вологда дәүләт педагогия институтының бөтә факультеттары ла эшләй[2].
Архитектура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бина XIX быуат уртаһындағы төҙөлөш архитектураһының өлгөһө булып тора. Бина өс ҡатлы, таштан, п-образлы итеп төҙөлгән, уның төп фасады баштан уҡ яр буйына ҡаратып төҙөлгән була. Төҙөлөш һуңғы классицизм стилендә биҙәлгән.
Төп фасадтың үҙәк өлөшөн һикәлтәле аттика ослап тора, 1957 йылда аттика һүтелгән һәм астрономик күҙәтеүҙәр майҙансығы менән алмаштырылған. Бинаның беренсе ҡаты — рустованный. Таш бина тәҙрәләре бүлгеләнгән ҡашағалар менән уратылған, улар ялған йоҙаҡ таштар менән декорланған, ә икенсе ҡатындағы тәҙрәләр — тура мөйөшлө профилләнгән сандрик менән биҙәлгән. Бинаның ҡыйығы вальмовый итеп эшләнгән. Төп фасадтағы һәр бер ҡатында оҙон һуҙылған коридор, беренсе һәм икенсе ҡаттары цилиндр формалы түбә менән ҡапланған. Беренсе ҡаттағы ишектәренең уйымдары аркалы. Йорттоң үҙәгендәге ишек күркәм суйын баҫҡыстар менән вестибюлгә алып бара, баҫҡыстарҙың таяуҙары бик матур итеп эшләнгән. Коридорҙарҙың ике яғында ҡуйылған суйын баҫҡыстар буйынса беренсе ҡаттан икенсеһенә һәм өсөнсөһөнә күтәрелергә мөмкин[3].
XХ быуатта ҡалала булған ташҡын баҫыу арҡаһында бинаның Орлов урамына сыҡҡан ишеген ябып, унда дүрт колонналы портик ҡуйғандар.
Хәҙерге торошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1944 йылдан алып 1995 йыл буйына был бинала Вологда педагогия институтының уҡыу бүлмәләре була. 1995 йылда дәүләт педагогия институты Вологда дәүләт педагогия университеты итеп үҙгәртелә. 2013 йылда яңы ҡарарға ярашлы был юғары уҡыу йорто Вологда дәүләт университетына ҡушыла.
Әлеге ваҡытта бина уҡыу йорто итеп ҡулланылыуын дауам итә. Бында Вологда дәүләт университетының № 7 корпусы урынлашҡан.
Документ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Решение от 08.10.1991 г. № 434 г. Вологда. «О постановке под государственную охрану памятников истории и культуры» . 2020 йыл 10 август архивланған.
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ВоГУ - Вологодский государственный университет / Высшее образование - Объекты культурного наследия . Дата обращения: 28 ноябрь 2020. 2020 йыл 7 декабрь архивланған.
- ↑ Здание губернских присутственных мест | Добро пожаловать в Вологодскую область . Дата обращения: 28 ноябрь 2020.
- ↑ QR-35 - Здание губернских присутственных мест . Дата обращения: 28 ноябрь 2020.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Коновалов Ф. Я., Панов Л. С., Уваров Н. В. Вологда, XII — начало XX века : краеведческий словарь..
- Малков В. М. Улицы Вологды. Вологда, 1977.
- Сазонов А. И. Моя Вологда: прогулки по старому городу. Вологда, 2006.
- Соколов В. И. Вологда: история строительства и благоустройства города. Вологда, 1977.