Эстәлеккә күсергә

Гюмри технологиялар үҙәге

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Гюмри технология үҙәге битенән йүнәлтелде)
Гюмрийский технологический центр
Нигеҙләү йылы

2014

Нигеҙләүселәр

Правительство Армении,
Всемирный банк,
фонд «Инкубатор предприятий»

Урыны

Әрмәнстан Әрмәнстан, Гюмри

Эшмәкәрлек өлкәһе

Информационные технологии

Веб-сайт

gtc.am

Гюмри технология үҙәге (әрм. Կենտրոն Գյումրու տեխնոլոգիական), шулай уҡ Гюмри технопаркы, — мәғлүмәт технологиялары үҫеше үҙәге, Әрмәнстандың Гюмри ҡалаһында урынлашҡан.

Гюмри технологиялар үҙәге Әрмәнстан хөкүмәте «Предприятиелар инкубаторы» фондының һәм Бөтә донъя банкының хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Ул XX быуатта төҙөлгән һәм 1988 йылда ер тетрәүҙән зыян күргән[1] элекке педагогия институты бинаһында урынлашҡан[2]. Проекттың дөйөм бюджеты 1,67 млрд. драм ($ 4,1 млн) тәшкил итә. 2014 йылдың 13 сентябрендә технопарк асыу тантанаһында Әрмәнстан президенты Серж Саргсян, вице-премьер Армен Геворгян, иҡтисад министры Карен Чшмаритянин, «Предприятиелар инкубаторы» фонды президенты Баграт Енгибарян, шулай уҡ Ширак өлкәһе властары вәкилдәре ҡатнаша[3].

Технопарк майҙаны яҡынса 6500 квадрат метр, шуның 5300 м2 тик технология маҡсаттарында ҡулланыла. Комплекс мәғлүмәт технологиялары өлкәһендәге предприятиелар өсөн ҡаралған офис биналарын, уҡыу һәм ғилми-тикшеренеү лабораторияларын үҙ эсенә ала. Ул шулай уҡ яңы һәм мәғлүмәт технологиялары өлкәһендәге эшләп килгән предприятиеларҙың инкубация үҙәге булараҡ эшләй[3].

  1. В Гюмри Открыл Свои Двери Технологический Центр. construction.am (18 сентябрь 2014). Дата обращения: 16 ноябрь 2018.
  2. Գյումրու Տեխնոլոգիական Կենտրոն (әрм.). visitgyumri.com. Дата обращения: 16 ноябрь 2018.
  3. 3,0 3,1 В Гюмри открылся технологический центр. lratvakan.com (13 сентябрь 2014). Дата обращения: 16 ноябрь 2018.