Ильясова Гөлдәр Мозафар ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Гөлдәр Мозафар ҡыҙы Ильясова битенән йүнәлтелде)
Ильясова Гөлдәр Мозафар ҡыҙы
Һөнәре:

актёр, театр режиссёры

Театр:

Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры

Спектаклдәре:

«Онотолған доға»

Наградалары:
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы

Ильясова Гөлдәр Мозафар ҡыҙы (11 июнь 1954 йыл) — театр режиссёры. 1990—2008 йылдарҙа Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрының художество етәксеһе һәм баш режиссёры. 1989 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1994) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гөлдәр Мозафар ҡыҙы Ильясова 1954 йылдың 11 июнендә Ишембай ҡалаһында тыуған.

  • Өфө сәнғәт училищеһы (1975)
  • Алма-Ата дәүләт театр-художество институты (1984)
  • РСФСР Мәҙәниәт министрлығының Юғары режиссерлыҡ курсы (1987).

1975-78 йылдар — Башҡорт дәүләт филармонияһы бейеүсеһе; 1984-87 йылдар — Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актёры; 1988 йылдан Салауат башҡорт дәүләт драма театрының баш режиссеры; 1990 йылдан Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрының художество етәксеһе.

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төп эштәре: «Ғәйеплеләр» (А. Арбузов, 1985), «Упҡын, йәки муйыл һыуығы» (Л. Вәлиев), «Йәшлегем тирәктәре» (К. Аҡбашев, 1988), «Атылған өйөр» (Ф. Бүләков, 1989), «Вариҫтар» (Д.Исабеков, 1991), «Мурлин Мурло» (Н. Коляда, 1992), «Ҡабул ит, Шамбала!» (Б. Гаврилов, 1993), «Теге донъя, был донъя» (Р. Солтангәрәев), «Онотолған доға» (Ф. Бүләков, 1994), «Мәмерйә» (Ғ. Шафиҡов, 1995) һ.б.

1994 йылда «Онотолған доға» спектаклен оҫта сәхнәләштергәне өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына (Флорид Бүләков, Ирина Филиппова менән) лайыҡ була.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Багуманов А. И., Фаизова Ф. А. Лауреаты премии имени Салавата Юлаева. — Уфа: Китап, 1999. — 272 с. — С. 220—221.
  • Саитов С. С. Ильясова Гульдар Музафаровна // Башкортостан: Краткая энциклопедия. — Уфа: Научное изд-во «Башкирская энциклопедия», 1996.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]