Гөлдәр баҡсаһында
Гөлдәр баҡсаһында | |
Атамаһы | Гөлдәр баҡсаһында |
---|---|
Автор | Ғафуров Ғәбделмәжит Нурғәни улы |
Гөлдәр баҡсаһында — БАССР-ҙың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури шиғыры. 1924 йылда яҙылған. 7 кластар өсөн «Башҡорт теле» һәм «Туған әҙәбиәт» дәрестәре программаһына индерелгән.
Мәжит Ғафури — балаларға
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Гөлдәр баҡсаһында» шиғыры, 1924 йылда яҙылһа ла, М. Ғафуриҙың «Төнгө смена» (Ҡазан, 1927) тигән шиғырҙар йыйынтығында баҫыла. Һуңынан Ҡазанда сыҡҡан «Совет әҙәбиәте» журналының 1937 йылғы 3-сө томында, шулай уҡ М. Ғафуриҙың 1939, 1950, 1955 йылғы (III том) йыйынтыҡтарында ла баҫылып сыға. Текстарҙа айырма юҡ.
Революциянан һуң Мәжит Ғафури йәш башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе. «Азат мәктәп» исемле дәреслек-хрестоматия төҙөүҙә ҡатнашты, Максим Горький әҫәрҙәрен тәржемә итеү инициаторы булды. Заман геройы хаҡында уйланыуҙар, кем ул ысын герой тигән һорау Мәжит Ғафуриҙың ижады үҙәгендә тора. «Гөлдәр баҡсаһында» шиғырында хеҙмәт кешеһе данлана.
«Гөлдәр баҡсаһында» шиғыры
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гөлдәр баҡсаһында
Бер көн шулай, гөлдәр баҡсаһында |
Әкрен генә иҫкән ел арҡылы |
Сәскәләрҙең ошо яуаптарын |
Тасуирлау алымдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яңы замандың ыңғай геройын реалистик алымдар, тормошсан деталь һәм штрихтар аша һүрәтләне. Шулай уҡ был осор шиғриәтенә революцион романтика элементтары, юғары пафос, күтәренкелек мотивтары хас.
«Мәжит Ғафури шиғырҙарын уҡыйбыҙ» конкурсы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2020 йылда, шағирҙың 140 йәшен билдәләгән көндәрҙә, Башҡортостан мәҙәниәт минстрлығы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы, Мәжит Ғафуриҙың халыҡ-ара йәмәғәт фонды «Мәжит Ғафури шиғырҙарын уҡыйбыҙ» конкурсы иғлан итте. Шиғри флешмобта күп кеше ҡатнашты һәм башҡорт халыҡ шағирына булған ихтирамын күрһәтте[1].
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мәжит Ғафури. Әҫәрҙәр дүрт томда. III том, 544 б. (178 бб.). Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1979
- Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 2-се том / Ғ. Хөсәйенов, Р. Байымов, Р. Бикбаев, Ә. Мирзаһитов, С. Сафуанов, З. Ураҡсин, Р. Шәкүр. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990. 420—421 б. ISBN 5-295-00595-X (2-се том).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мәжит Ғафури. «Гөлдәр баҡсаһында» шиғыры
- «Гөлдәр баҡсаһында» шиғыры буйынса дәрес
- Мәжит Ғафуриҙың «Гөлдәр баҡсаһында» шиғыры буйынса дәрес өлгөһө
- «В цветнике» 2021 йыл 25 август архивланған.