Эстәлеккә күсергә

Е. Ф. Важевская дачаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Дача Е. Ф. Важевской битенән йүнәлтелде)
Е. Ф. Важевская дачаһы
Нигеҙләү датаһы 1907
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Сестрорецк[d]
Архитектор Гингер, Сергей Григорьевич[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия list of cultural heritage monuments in Sestroretsk[d]
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1]
Указания, как добраться улица Андреева, 12
Карта
 Е. Ф. Важевская дачаһы Викимилектә

Важевская дачаһы — Сестрорецк ҡалаһындағы архитектура ҡомартҡыһы. Тимер юлының «Курорт» платформаһы янындағы автобус туҡталышы эргәһендә урынлашҡан, Андреев (элекке Тимер юлы) урамы, 12-се йорт.

Тарихы һәм архитектураһы[2]

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Элек дача «Йорт-әкиәт» архитектураһы данына эйә була. Архитектор С. Г. Гингер проекты буйынса [[1907 йыл]да ағастан рус халыҡ сәнғәте традициялары буйынса модерн стиле элементтары менән төҙөлгән. Фасадтарҙа һаҡланып ҡалған биҙәктәре, тыуған яҡты өйрәнеүселәр фекеренсә, М. Васнецов һүрәттәре буйынса башҡарылған.

Күп йылдар был дачаны йәйге күсмә балалар баҡсаһы биләй. Бер нисә рәт йүнәтеүҙәрҙән һуң, әкиәт биҙәктәре һаҡланып ҡала. 2008 йылда янғындан һуң бина өлөшләтә емерелә һәм һатыуға ҡуйыла.

2014 йылда Важевская дачаһы Дәүләт бюджет белем биреү учреждениеһы «Олимпия резервы» милегендә була, шул уҡ мәлдә милек эйәһе архитектура ҡомартҡыһының именлеген күҙәтмәгән[3]

2018 йылдың ҡышында Г. С. Полтавченконың шәхси ҡыҫылыуы арҡаһында Важевская дачаһы ҡыйығын йүнәтеү эштәре башлана[4]

Архитектура ҡомартҡыһы сифатында бина Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының (тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары) мәҙәниәт ҡомартҡылары объекттарының Берҙәм дәүләт реестрына индерелә. Норматив акттары:

  • Санкт-Петербургтың 05.07.1999 йылғы 174-27-се һанлы законы
  • Санкт-Петербургтың 02.07.1997 йылғы 141-47-се һанлы законы
  • РФ Президенты 05.05.1997 йылғы 452-се указы
  • Ленгорсовет башҡарма комитетының 05.12.1988 йылғы 963-сө һанлы ҡарары

Курортный район. Страницы истории. Вып.3. изд. «Остров». 2007 г. стр.24.