Эстәлеккә күсергә

Балалар уйыны

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Детские игры битенән йүнәлтелде)

Балалар өсөн уйындар— уйындар аша бала логик фекерләргә, тирә-йүнде танып белергә,фиэик яҡтан таһыллы булып үҫергә булышлыҡ итә.

Уйынды башлап йөрөүселәр талап иткән уйындар.

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Балалар түңәрәк яһап тора. Һынашмаҡ әйтеп  бесәй менән сысҡан һайлана. Бесәй түңәрәктең тышҡы яғында сысҡан эс яҡта тора .Балалар хор менән бер , ике, өс бесәй сысҡанды тот тип ҡысҡыралар һәм ҡулдарын өҫкә күтәрәләр.Бесәй түңәрәк буйлап сысканды баҫтыра уйын сысканды тотканса дауам итә. Уйын шулай дауам итә, ҡабатлана.

Һынашмаҡ буйынса уйынды башлаусы һайлана. Уның күҙен  яулыҡ менән бәйләйҙәр.Ҡалған балалар  сәпәкәй ләп кенә аяҡ остарында ғына  тауышһыҙ йөрөйҙәр. Күҙен бәйләгән бала  балаларҙы баҫтырып, тотоп бөткәнсе уйын дауам итә.

Һынашмаҡ буйынса уйынды башлаусы һайлана.123456 йәшендек мин эҙләргә сыҡтым тил әйткәс эҙләй башлай  йәшенгән балаларҙы табыл боткәс кем беренсе табылған шул уйынды башлаусы була .Уйын шулайдауам итә.

 Балалар бер түңәрәк яһап теҙелешеп ултыралар.Бер  бала яулыҡ ала ла йөҙҙәре менән түңәрәк эсенә ҡарап ултырған иптәштәрен тирәләп көйләп йөрөй. Йәшерәм  яулыҡ йәшерәм яулыҡ Йәшел ҡайын артына.ҡ Һиҙҙермәйсә һалып киттем бер иптәштең артына.Шул арала һиҙҙермәйсә генә яулыҡты бер иптәшенең артына һалып китә.Йыр бөтөп яулыҡ һалыусы туҡтағас барлыҡ балалар ҙа үҙ тирәләрен ҡарай.Яулыҡ кем янында һалып ҡалдырылҡан булһа шул кеше яулыҡты алып йүгерә башлай.Ә тегеһе уның урынына бара һалып ултыра.Уйын шул рәүештә дауам итә.