Дифтерия
Дифтерия | |
МКБ-10 |
A36. |
---|---|
МКБ-9 |
032 |
DiseasesDB |
3122 |
MedlinePlus |
001608 |
eMedicine |
emerg/138 med/459 oph/674 ped/596 |
MeSH |
D004165 |
Дифтерия Викимилектә | |
Дифтерия Corynebacterium diphtheriae— (гр. diphtherion — яры, тиресә), кешенең киҫкен инфекцион ауырыуы; йоғошло ауырыу; танау, тамаҡ, боғарлаҡ һ.б. лайлалы тиресәһе зарарланыу менән билдәләнә[1]; дифтерия бактерияһы йоғоуҙан килгән етди инфекцион ауырыу, тамаҡ, танау, ҡурылдай, боғарлаҡ (һтрәк осраҡта башҡа ағзалар) тиресәһе зарраланыу менән характерлы[2].
Эпедимиология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дифтери́я көслө йогышлы ауырыу (башлыса, балаларҙа була торған инфекция). Йотҡолоҡ өҫтө, боғаҙ, трахея (һирәк кенә башҡа ағзалар) ялҡынһыныу, миндаль һамаҡ биҙҙәрҙә фибриноз ярылар хасил булыу, интоксикация, йөрәк-ҡан тамыры, нерв, бәүел бүлеп сығарыу системалары зарарланыу менән характерлана. Инфекция сығанағы булып Дифтерия менән ауырыусылар йәки организмнарында бактерия йөрөтөүсөләр тора.
Ауырыу йоҡтороу ысулдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауырыуҙың кешенән-кешегә күсеүенең төп механизмы — һулай торған һауанан йоғоу[3]; йоғошланған әйберҙәр (кейем-һалым, һауыт-һаба, уйынсаҡтар һ.б.) менән дә күсергә мөмкин. Дифтерияне айырыуса 1 йәшкә тиклемге балалар ауыр кисерә. Иммунитет инфекциянан һуң (тотороҡһоҙ) һәм прививканан һуң (тотороҡло) барлыҡҡа килә.
Дифтерия тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауырыуҙың төрлө формаларын француз табибы П. Бретонно тасүирлап күрһәтә (1826), «дифтерит» атамаһын ҡуллана; терапевт А. Труссо дөйөм ҡабул ителгән дифтерия атамаһын ғәмәлгә кертә. Дифтерияне ҡуҙғатыусы Corynebacterium diphtheriae микроорганизмын чиста хәлендә немец бактериологлары Э. Клебс, Ф. Леффлер (1883-84) айырып алалар. Дифтериягә ҡаршы сыворотка бактериологлар Э. Беринг, Э. Ру, Я. Ю. Бардах (1824-94) тарафынан табыла. Токсин һәм антитоксин ҡатнашмаһы менән актив рәүештә иммунлаштыру методын Э. Беринг (1913) уйлап таба. Микробиолог Г. Рамон иммунлаштыру өсөн дифтерия анатоксинын тәҡдим итә (1923), бактериолог П. Ф. Здродовский дифтерияға ҡаршы прививҡаларҙы камиллаштыра (1950 йылдар).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Русско-башкирский толковый словарь медицинских терминов (М. Т. Азнабаев, 2007)
- ↑ Русско-башкирский словарь медицинских терминов (В. З. Гумеров, 1981)
- ↑ Турьянов, 1998, с. 80: «Передача возбудителя осуществляется воздушно-капельным путём.»
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Татар энциклопедияһы 2013 йыл 7 декабрь архивланған. (тат.)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Был мәҡәләне викилаштырырға кәрәк. Мәҡәләнең бер нисә етешһеҙлеге булһа, {{Rq}} ҡалыбын ҡуллана алаһығыҙ. Бынан тыш, мәҡәләгә автоматик рәүештә Төркөм:Википедия:Викилаштырыу кәрәк булған мәҡәләләр тигән категория өҫтелә. |
Был инфекцион ауырыуҙар тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |