Эстәлеккә күсергә

Дманиси Сионы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дманиси Сионы
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Квемо-Картли[d]
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]
Карта
 Дманиси Сионы Викимилектә

Дманиси Сионы — базилика тибындағы VI быуат грузин архитектураһы ҡомартҡыһы. Болниси Сионы, Квемо Болниси һәм Дманиси Сионы төҙөлөш материалы һәм биҙәлеше менән бер-береһенә оҡшаш. Урта өлөшө тәүге ҡиәфәтендә һаҡланған, ҡабырға өлөштәре яңынан үҙгәртеп төҙөлгән. Дманиси Сионы күләме буйынса ҙур түгел, кирбес һәм һуйырташ ҡулланып төҙөлгән. Яҫы таш плиталар менән көпләнгән ҡорамдың көньяҡтан ҡапҡалары һәм аралығы, төньяҡтан изге урыны бар. Ҡорам эс яҡтан биҙәлгән, миһрабында изгеләрҙең һүрәттәре һәм яҙыуҙары һаҡланған. Һуңыраҡ, 1213— 1222 йылдарҙа семәрле ҡапҡалары төҙөлә. Ҡапҡалар, бөтә өс фасады бағаналары һәм аркаһы асыҡ-йәшел төҫтәге шымартылған таш плиталар менән биҙәлә, дүрт яҡлы ҡыйыҡ төҙөлә.

Дманиси Сионының көнсығыш яғында дүрт мөйөшлө манара төҙөлә, ул бер нисә тапҡыр үҙгәртеп ҡорола. Төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай ҙур булмаған бер ҡатлы ҡорам урынлаша, ул яҙыуҙарға ярашлы 1702 йылда яңыртыла.

  • ბერიძე ვ., ძველი ქართული ხუროთმოძღვრება, თბ., 1974;
  • მუსხელიშვილი ლ., დმანისი (ქალაქის ისტორის და ნაქალაქარის აღწერა), კრ.: შოთა რუსთაველის ეპოქის მატერიალური კულტურა, თბ., 1938
  • საღარაძე შ., ქსე, ტ. 3, გვ. 595, თბ., 1978