Эстәлеккә күсергә

Өйҙә (хикәйә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Дома (рассказ) битенән йүнәлтелде)
«Өйҙә»
Жанр

юмористик хикәйә

Автор

Антон Павлович Чехов

Төп нөхсә теле

урыҫ

Ижат ителгән ваҡыты

1887

Тәүге тапғып нәшер ителгән

1887 йылдың 1 мартында (иҫке стиль буйынса)

«Өйҙә» ― рус яҙыусыһы А. П. Чеховтың 1887 йылда "Новое время" гәзитендә баҫылған хикәйәһе.

Хикәйә тәүге тапҡыр «Новое время» гәзитенең 3958-се һанында 1887 йылдың 1 мартында (иҫке стиль буйынса), «Субботники» бүлегендә баҫыла. Шул уҡ йылда ― «В сумерках» хикәйәләр йыйынтығында, ә һуңғараҡ «Детвора» антологияһында (1889) сыға. Чехов хикәйәне шулай уҡ нәшерсе Адольф Маркс 18991901 йылдарҙа[1] баҫтырған әҫәрҙәре йыйынтығының беренсе томына индерә.

Ете йәшлек Серёжаны атаһы тәмәке менән тотҡан. Малайҙың атаһы, прокурор Евгений Петрович, тәмәке тарыуҙың зыянлы ғәҙәт икәнен һәм сит кешенең әйберен рөхсәтһеҙ алырға ярамағанын балаһына аңлатырға тырыша. Уның бөтә тырышлығы юҡҡа ғына, шуны күргән атай кеше кис, йоҡлар алдынан, улына үҙе уйлап сығарған әкиәтте һөйләй. Уның әкиәтендәге батша улы, йәшләй генә тәмәке тартҡандан, үлеп китә. Үҙенең ваҡытһыҙ үлеме арҡаһында ул атаһы һәм батшалыҡ алдында биргән антын үтәй алмай ҡала. Был трагедияны бик ныҡ кисергән Сережа атаһына бер ваҡытта ла тәмәке тартмаҫҡа тантаналы вәғәҙә бирә.

Тәнҡитселәрҙең баһаламаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Чехов заманындағы матбуғат хикәйә тураһында бер ниндәй ҙә баһалама яҙмай, бары тик яҙыусының дуҫтары ғына хәҫәрҙе һуштары китеп маҡтай. «Бөгөн Һеҙҙең „Субботникты“ уҡыным. „Дети“ (балалар) Һеҙҙең гелән уңышлы килеп сыға», ― тип Виктор Билибин Чеховҡа үҙенең бер хатында яҙа.

Дмитрий Григорович 1888 йылдың ғинуарында яҙған хатында хикәйәнең башҡалар араһында иң һәйбәте булыуын билдәләй: "һөйөү мотивының нескә һәм йәшерен күренештәренең ниндәй матур горизонты [улар авторының]… "[2].

Яҙыусы (һәм Толстойҙың донъяға ҡарашы буйынса фекерҙәше) Иван Горбунов-Посадов, «Посредник» нәшриәтенең хужаһы, Чехов әҫәрҙәрен тәфсирләп тикшергән саҡта яҙыусының был хикәйәһен махсус рәүештә телгә ала. «Был хикәйә минең тәҡдимем менән исемлеккә индерелде. Минең өсөн был Һеҙҙең иң тәрән йөкмәткеле әҫәрҙәрегеҙҙең береһе. Саф, кешелекле бала саҡ донъяһы менән беҙҙең алдаҡсы, аҡһаҡ, буталсыҡ донъяның ҡапма-ҡаршы бәрелеше ― был бәләкәй, ябай әҫәрҙә сағыу һүрәтләнгән», ― тип ул 1893 йылдың майындағы хатында Чеховҡа яҙған.

Лев Толстой үҙенең Чехов әҫәрҙәрен яҙып барған шәхси исемлегенә был хикәйәне яҙып ҡуйған{/}.

  • Прокурор улы королде ҡотҡара (мультфильм)
  1. Сахарова, Е.М. Комментарии к рассказу Дома. Собрание сочинений А.П. Чехова в 12 томах. Художественная литература. Мәскәү Т. 5, с. {0}[13]{/0}} (1936)
  2. «Слово». Сб. второй, Москва, 1914, стр. 208