Эстәлеккә күсергә

Отто Дикс йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Дом Отто Дикса битенән йүнәлтелде)
Отто Дикс йорто
Нигеҙләү датаһы 1991
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Отто Дикс[d]
Дәүләт  Германия
Административ-территориаль берәмек Гера
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Урынлашҡан урамы Mohrenplatz[d]
Ойошма ағзаһы Kalliope[d][1]
Мираҫ статусы мәҙәниәт ҡомартҡыһы[d]
Рәсми сайт museen-gera.de/museen/ku…
Карта
 Отто Дикс йорто Викимилектә

Отто Дикс йорт-музейы (нем. Otto-Dix-Haus) — Гера ҡалаһындағы йортта урынлашҡан музей, 1891 йылда рәссам-экспрессионист Отто Дикс тыуған; бина үҙе XVIII быуатта төҙөлгән.

Гера ҡалаһында фахверк бинаһы, 1891 йылда бында рәссам Отто Дикс тыуған, XVIII быуатта төҙөлгән. 1946 йылда бинаның артҡы корпусы айырым торлаҡ бина итеп үҙгәртелә, ә Дикстың тыуыуына йөҙ йыллығы алдынан — 1988 йылдан алып 1991 йылға тиклем осорҙа — бөтә бина яңынан төҙөлә һәм музей була: башлыса йорт көнбайыш яғында төкәтмә иҫәбенә ҙурая, ул музейыҙың функциональ яғы була.

Дикс музейының даими экспозициялары нигеҙҙә коллекцияла тупланған һүрәт, рәсем һәм график эштәрен индерә. Отто Дикстың эштәренән тыш музей башҡа авторҙарҙың күргәҙмәләрен, шул иҫәптән фотокүргәҙмәләр (улар өсөн айырым зал бар) үткәрә. Дикс йәшәгән бүлмәләрҙә шулай уҡ авторҙың эштәре бар. Күргәҙмә эшмәкәрлегенән тыш музей рәссамдар һәм уҡытыусылар, шул иҫәптән йәш буйынса бүленгән йәштәр төркөмө өсөн белем биреү дәрестәре үткәрә.

2013 йылдың июненә Гера ҡалаһында һыу таша: һыу музейҙың беренсе ҡатына етә. Һыу баҫыу һөҙөмтәһендәге зыян арҡаһында бинаны яңынан реконстуркцияларға кәрәк була. Отто Дикс йорто 2016 йылдың 4 ғинуарында ябыла, ә экспонаттарҙың бер өлөшө ваҡытлыса ҡала музейына күсерелә[2]. 2016 йылдың 2 декабрендә Отто Дикстың тыуыуына 125 йыллығы уңайынан махсус күргәҙмәләр өсөн музей яңынан асыла[3].

  1. ISIL- und Sigeladressen mit Koordinaten ausgestattetБерлинская государственная библиотека, 2016.
  2. Marcel Hilbert. Hochwasserschäden werden repariert: Otto-Dix-Haus in Gera seit 4. Januar geschlossen  (нем.), OTZ (5. Januar 2016). 2 декабрь 2018 тикшерелгән. 2016 йыл 5 ғинуар архивланған.
  3. Otto-Dix-Geburtshaus Gera verzeichnet seit 2016 kräftigen Besucherzuwachs  (нем.), OTZ (1. Dezember 2017). 2 декабрь 2018 тикшерелгән.(недоступная ссылка)
  • Anja Löffler: Denkmaltopographie Bundesrepublik Deutschland — Kulturdenkmale in Thüringen (Band 3). Stadt Gera. Thüringisches Landesamt für Denkmalpflege und Archäologie, Erfurt 2007, ISBN 978-3-937940-33-5.
  • Siegfried Mues, Klaus Brodale. Stadtführer Gera / Fotografien von Frank Rüdiger. — 1. Aufl. — Bindlach: Gondrom Verlag, 1995. — 167 S. — ISBN 9783811208216.
  • Kunstsammlung Gera / Otto-Dix-Haus (нем.). gera.de. Stadtverwaltung Gera. Проверено 11 ноября 2018.