Эстәлеккә күсергә

Дондағы Ростов академия йәштәр театры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дондағы Ростов академия йәштәр театры (РАМТ)
Элекке исеме

Ленин комсомолы исемендәге Ростов йәш тамашасы театры (ТЮЗ)

Эшләй башлаған

1930 йылда театрҙа

Етәкселәре
Директоры

Карина Олеговна Сердюченко [1]

Баш режиссёр

Михаил Васильевич Заец

Баш балетмейстер

Оксана Владимировна Зиброва

Ссылки

www.svoboda-3.ru

Дондағы Ростов академия йәштәр театры (РАМТ) (элекке Ленин комсомолы исемендәге Ростов йәш тамашасы театры (ТЮЗ)) — Дондағы Ростов ҡалаһы театры.

Революция4а тиклемге асылмала Нахичевань ҡала театры бинаһы
Ҡала театрының 1899 йылғы афишаһы

1894 йылдың 30 мартында члены Нахичевань драма сәнғәтен һөйөүселәр йәмғиәте ағзалары ҡала думаһына «Ҡала йәмғиәт учреждениелары бинаһын ҡороу һәм унда театр залы һәм урындағы коммерция клубын урынлаштырыу тураһында» юлламаһын йүнәлткән. Дума гласныйҙары ҡала архитекторы Николай Дурбахҡа театр проектын эшләргә ҡушҡандар. Театр бинаһын төҙөү дүрт йыл да ике ай дауам иткән. 1899 йылдың 16 декабрендә театрҙы асыу тантанаһы булған[2], а отделка интерьеров завершилась лишь к 1907 году[3]. Беренсе спектаклдә күренекле играла театр эшмәкәре Николай Николаевич Синельников труппаһы уйнаған. Тамашасыға аллегория- постановка формаһындағы пролог һәм Л.Н.Толстойҙың 4 күренештән торған «Мәғрифәт емештәре» тигән комедияһын тәҡдим иткәндәр [4].

1930-сы йылдарҙан баш алған театраль тарихы дауамында[2], һуңғараҡ был бинала, бер нисә ай айырмаһы менән, Ростов йәш тамашасы театры һәм ТРАМ – Эшсе йәштәр Театры барлыҡҡа килгәнгә тиклем, түбәндәге труппалар эшләгән:

  • Яңы Нахичевань театры
  • Эшсе театры
  • Эшсе йәштәр Театры (1929—1941?)
  • Комедия театры (1945?—1957)
  • Ленин комсомолы исемендәге Йәштәр драма театры (1957—1964)
  • Йәш тамашасы театры (1964—1996)
  • Академия Йәш тамашасы театры (1997—2000)
  • 2001 йылдан — Ростов өлкә академия йәштәр театры[3].

Йәш тамашасы театры 1964 йылда барлыҡҡа килгән. Йәш тамашасы театры (ТЮЗ) спектаклдәре Бөтөн Союз һәм Бөтөн Рәсәй фестивалдәре дипломдарына лайыҡ булған. 1997 йылда Йәш тамашасы театры (ТЮЗ) академия театры исемен алған. 2001 йылдан театр Ростов өлкә академия йәштәр театры тип атала башлаған[5]. Театрҙа үҙҙәренең спектаклдәрен билдәле режиссёрҙар Артур Юзефович Хайкин, Юрий Иванович Ерёмин, Вячеслав Алексеевич Гвоздков, Кирилл Семёнович Серебренников һ.б. ҡуйған[4].

1980 йылдан 1984 йылға саҡлы театрҙы режиссёр Вячеслав Алексеевич Гвоздков етәкләгән [6].

1985 йылдан - театрҙың етәксеһе Владимир Борисович Чигишев[7].

1989 йылдан театр базаһында балалар һәм йәштәр өсөн халыҡ-ара театр спектаклдәре фестивале «Минифест» уҙғарыла.

Режиссёр Кирилл Семёнович Серебренников театр сәхнәһендә «Себастьян баҡсаһы», «Табакеркалағы ҡаласыҡ» (1995 йылда), «Демон», «Мин ресторан янында торам» (1996 йылда), «Өйләнеү» (1997 йылда) спектаклдәрен ҡуйған.

Бинаның архитектураһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ростов өлкә академия йәштәр театры бинаһы стилдәр ҡатнашмаһынан – барокко, ренессанс һәм классицизм - тора[8]. Уның планы ҡатмарлы структуранан тора. Бөтөн периметры буйына тештәре булған өсмөйөшлө фронтон, коринф ордерының дүрт колоннаһына таяна. Фронтон тимпанында бар. Ике ҡаттың да тәҙрәләре ярым циркуль тамамланышлы, икенсе ҡаттың тәҙрәләре өҫтөндә йәйәгә оҡшаған (лучковые) сандриктар ҡуйылған. Бинаның фризы нескә сәскә мотивтары менән байытылған. Ҡабырға ризалиттары ярым колонналар һәм лепнина менән биҙәлгән. Үҙәк лоджия өс яҡтан балясиндан балюстрада менән уратылған. Театрҙың беренсе ҡаты рустланған (рустован). Театр фойеһын, шаршау һәм декорацияларҙы рәссам И. И. Крылов яҙған[9]. Театрҙың тамашалар залында иҫ киткес яҡшы акустика, уның диуарҙарын күтәргәндә боронғо ысул ҡулланылған – түбә аҫтына “ауыҙы” (горлышко) залға ҡаратып асылған амфоралар нығытып ҡуйылған. 650-700 урынға иҫәпләнгән өс яруслы зал эскә тартылған ярым түңәрәк формалы, һәм был тамашасыны сәхнәгә яҡынайта мест. Залдың яртыһы, домкраттар ярҙамында горизонталь торошҡа килтерелә торған булған, был, мәҫәлән, балдар һәм башҡа күңел асыу саралары ойошторғанда файҙаланылған. 1983 йылда башланған реконструкция арҡаһында, театрҙың дөйөм майҙаны ике тапҡырҙан артыҡҡа ҙурайған: производство цехтары, грим уборныйҙары, кесе һәм эксперименталь сәхнәләр төкәтмәләре төҙөлгән[4].

Театрҙың бер үҙенсәлеге булып 1987 йылдан бирле Йәштәр театры сәхнәһендә уйнаған һәм үҙен «Эттәр» рок-драмаһын сәхнәләштергәндә үҙен сағыу белдергән штатлы «3-сө йүнәлеш» Рок-төркөмө тора. Һуңғы йылдарҙа төркөм составында ике театр композиторы Алексей Екимов (клавишалылар) һәм Геннадий Александрович Маслов (клавишалылар, 2013 йылда яҡты донъянан китте). Шулай уҡ Александр Машинистов (бас-гитара), Эдуард Латипов (һуҡма музыка ҡоралдары) һәм Алексей Дубровин (гитара). Улар бөтөн театр спектаклдәре өсөн тиерлек музыка яҙҙы һәм яҙа.

Театрҙың хәҙерге труппаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ануфриев Владимир Валерьевич (2012-...)
  • Багина Мария Михайловна (2016-...)
  • Беланов Сергей Васильевич (1999-...)
  • Блинова Ирина Владимировна (1981-..)
  • Вернигоров Борис Николаевич (2008-...)
  • Волженская Арина Николаевна (2016-...)
  • Воробъев Владимир Яковлевич (1982-...) Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы
  • Гайдаржи Александр Витальевич (2014-...)
  • Гузенко Сергей Александрович (2016-...)
  • Гуревнин Сергей Константинович (1992-...)
  • Зайцева Анжелика Федоровна (2007-...) Бүрәтстандың атҡаҙанған артисткаһы
  • Зиброва Оксана Владимировна (2005-...) Театрҙың ҡуйыусы-балетмейстеры
  • Зуев Дмитрий Львович (1986-...)
  • Исквоина Валерия Владимировна (1984-...) Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы
  • Кусков Вячеслав Владимирович (1994-...)
  • Костряков Петр Маратович (2014-...)
  • Лобанова Маргарита Александровна (1965-...) Рәсәй атҡаҙанған артисткаһы
  • Лысенкова Светлана Борисовна (1993-...)
  • Мелентьева Людмила Анатольевн (2007-...)
  • Меринов Роман Александрович (2001-...)
  • Овчинников Евгений Геннадьевич (2007-...) Бүрәтстан атҡаҙанған артисы
  • Пащенко Раиса Андреевна (1970-...)
  • Пономарева Елена Евгеньевна (2014-...)
  • Садиҡов, Йәлил Шамилевич (1993-...)
  • Сәлимов Барый Суфарович (2016-...)
  • Семикопенко Александр Семенович (2010-...) Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы
  • Соколова Ксения Юрьевна (2014-...)
  • Соловьев Александр Александрович (2015-...)
  • Филатов Юрий Юрьевич (1988-...) Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы
  • Ханжаров Николай Мигдатович (1989-...) Рәсәйҙең халыҡ артисы
  • Хотенкова Инна Владимировна (2016-...)
  • Хотенков Александр Владимирович (2014-...)
  • Цыганок Эльвира Павловна (2002-...)
  • Щелокова Ольга Викторовна (1980-...) Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы
  • Чумакина Юлия Евгеньевна (2014-...)


Хәҙерге репертуары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Планда

Театрҙа эшләнеләр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Бушнов Михаил Ильич (1951—1962)
  • Жигунов Сергей Викторович (1980—1981)
  • Лелянова Лариса Олеговна (2007—2011)
  • Ливанов Аристарх Евгеньевич
  • Мартиросьян Георгий Хачатурович
  • Михолап Таисия Сергеевна
  • Самохина Анна Владленовна (1982—1989)
  • Чиндяйкин Николай Дмитриевич (1968—1973)[10]
  • Шанаурин Вадим Валерьевич

Үткән осорҙа танылыу алған постановкалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Театрҙа 1971 йыл— Александр Валентинович Вампиловтың «Өлкән ул» спектакле
  • «Эттәр» (рок-драма) К. Сергиенко. Режиссёр: Владимир Борисович Чигишев[7]
  • Шекспирҙың «Гамлет» трагедияһы. Режиссёр: Владимир Чигишев
  • Шекспир пьесаһы «Буштан күп ығы-зығы». Режиссёр: Владимир Чигишев
  • Антон Павлович Чеховтың пьесаһы «Өс апалы-һеңлеле»

344019, Дондағы Ростов, Свобода майҙаны, 3.

  • Волошинова Л. Ф. Бульварная площадь. — Ростов-на-Дону: Донской издательский дом, 2001. — (Серия "Судьбы улиц, площадей, зодчих"). — ISBN 5-87-688-202-X.

Ҡалып:Рәсәйҙәге йәш тамашасылар театрҙары

  1. сайт Министерства культуры Ростовской области 2012 йыл 25 март архивланған.
  2. 2,0 2,1 сайт Министерства культуры Ростовской области 2013 йыл 1 октябрь архивланған.
  3. 3,0 3,1 Родственник одесского оперного // werawolw.ru. — 2010. — 4 сент.
  4. 4,0 4,1 4,2 О театре. Ростовский-на-Дону академический молодёжный театр. Дата обращения: 8 февраль 2017.
  5. Ростовский-на-Дону областной академический молодёжный театр
  6. Вячеслав Гвоздков в энциклопедии «Кругосвет»
  7. 7,0 7,1 Владимир Чигишев: «Театр строится на любви»(недоступная ссылка)
  8. Архитектура Ростова-на-Дону. Архитектура в России. Дата обращения: 8 февраль 2017.
  9. Русский классицизм. Rostov Region. Дата обращения: 8 февраль 2017.
  10. Сайт Николая Чиндяйкина 2010 йыл 15 март архивланған.