Драгослав йорто (Таганрог)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Драгослав йорто (Таганрог)
Драгослав йорто
Ил Россия
Ҡала Таганрог, Итальян тыҡрығы, 11
Төҙөлгән ваҡыты XIX быуаттың икенсе яртыһы
Бөгөнгө хәле ҡәнәғәтләнерлек

Драгослав йорто—  Ростов өлкәһе Таганрог ҡалаһында XIX быуаттың икенсе яртыһында төҙөлгән йорт. Адресы: Итальян тыҡрығы, 11.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Таганрог ҡалаһы Итальян тыҡрығында  XIX быуаттың икенсе яртыһында төҙөлгән 11 -се һанлы йорт. Был  бер ҡатлы биш тәҙрәле  йорт,  уның ишек алдына кирбес флигель тора.  ХIХ — ХХ быуаттарҙағы уның хужалары билдәле. 1880 - се йылдарҙан алып йорт хужаһы губерна сәркәтибе  Павел Николаевич Драгославов була. Ул сауҙагәр Депальдоның Император хәйриә йортонда  бухгалтер һәм хаттар менән эшләүсе булған. Уның улы дворян ҡыҙы Раиса Владимировна Егорова менән Николай сиркәүендә никахлаша.

Бинаның икенсе флигеле фатирға бирелгән. 1898 йылда йортта Ростов фотографы А . Боярскийҙың конторы була. Ошо уҡ йылда бында теш табибы Г. А. Френкель эшләй. Һуңыраҡ, 1911 йылда йортта теш табибы Юлия Михайловна Милая эшләй. 1914 йылда  Н. Н. Пимоновтың нотариаль  конторы урынлаша, һуңынан ул  нотариус Сукуренко бинаһына күсә. 1918 йылда был йортта социал-демократтар партияһының 1-се исемлеге буйынса һайланған ҡала думаһы ағзаһы Михаил Давыдович Зейцман йәшәй.

Йорттоң һуңғы хужаһы  мещан Исаак Бера Мознаим була.  Совет власы йылдарында йорт милли милеккә әүерелдерелә. Хәҙер бында стоматология поликлиникаһы.

Һүрәтләү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Итальян тыҡрығы, 11 кирбес йорто асимметриялы, уның ике яҡтан эшләнгән кәрнизе аттиклы. Йорттоң ике ҡаты араһында кәрниз эшләнгән. Ул пилястрҙар менән биҙәлгән, йорттоң үҙәктәге тәҙрәләре ярым түңәрәк сандриклы, ҡабырғаһындағылары— тура мөйөшлө сандриклы. Йортҡа инә торған урын йорттоң уң яғында һәм ҡыйыҡлы[1].

Әҙәбиәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Волошин В. Вдоль и поперёк Итальянского. — Таганрог: ИП Кравцов В.А., 2012. ISBN 978-5-904585-27-3.
  • Гаврюшкин О. П. По старой Греческой... (Хроника обывательской жизни). — Таганрог: Лукоморье, 2003. — 514 с. — ISBN 5-901565-15-0.
  • Давидич Т. Ф. Стиль как язык архитектуры. — Харьков: Изд-во Гуманитарный центр, 2010. — 336 с. — ISBN 978-966-8324-70-3.
  • Собрание фасадов Его Императорского Величества, высочайше апробированных для частных строений в городах Российской империи. Ч. 1-4. СПб., 1809–1812.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Глазычев В. Л. Архитектура. Энциклопедия. — М.: Дизайн. Информация. Картография; Астрель; АСТ, 2002. — 672 с.