Дуэль (повесть)
Дуэль | |
Атамаһы | Дуэль |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | дуэль[d] |
Сәнғәт формаһы | нәҫер |
Автор | Чехов Антон Павлович |
Әҫәрҙең теле | урыҫ теле |
Нәшер ителеү ваҡыты | 1891 |
Первая строка | Было восемь часов утра — время, когда офицеры, чиновники и приезжие обыкновенно после жаркой, душной ночи купались в море и потом шли в павильон пить кофе или чай. |
Последняя строка | Стал накрапывать дождь. |
Тулы мәғлүмәт өсөн URL | standardebooks.org/ebook… |
Авторлыҡ хоҡуғы статусы | 🅮[d] һәм 🅮[d] |
«Дуэль» — Антон Павлович Чеховтың ҙурлығы буйынса иң ҙур повестарының береһе. Тәүге тапҡыр 1891 йылда «Новое время» гәзитендә баҫыла. Повестағы ваҡиғалар Кавказда Ҡара диңгеҙ буйында бара.
Повесть өҫтөндә эшләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Дуэль» сюжетын бик ныҡ хәтерләткән ниәт тураһында беренсе иҫкә алыу Чеховтың 1888 йылғы хатында бар. Кавказ буйлап сәфәрҙән һуң бер нисә ай үткәс, 1888 йылдың ноябрендә Чехов яҙған А. С. Суворин яҙа: «Ах, мин ниндәй хикәйә башланым! <...> Мөхәббәт темаһына яҙам. Фельетон-беллетристик форма һайланым. Йүнле кеше әҙәпле кешенең ҡатынын тартып алған һәм был хаҡта үҙ фекерен яҙа; уның менән йәшәй икән — фекер; айырыла икән — тағы фекер. Өҫтән-мөҫтән театр, "ҡараштар тап килмәй" тигән юҡ-барға ышаныу, Хәрби-Грузин юлы, ғаилә тормошо, хәҙерге зыялының интеллигент был тормошҡа яраҡһыҙлығы Печорин, Онегин, Казбек хаҡында һөйләйем». 1890 йылдың аҙағында Повесть өҫтөндә эш Чеховтың Сахалиндан Мәскәүгә ҡайтыуы менән, 1890 йыл һуңында башлана.
Баҫмалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]А. П. Чеховтың повесы тәүге тапҡыр 1891 йылда «Новое время» гәзитенең 22, 23, 25, 29, 30 октябрҙәге һәм 5, 12, 13, 19, 26, 27 ноябрҙәге (5621, 5622, 5624, 5628, 5629, 5635, 5642, 5643, 5649, 5656, 5657) һандарында Антон Чехов ҡултамғаһы менән баҫыла. 1892 йылда айырым баҫма булып сыға, А. Ф. Маркс нәшер иткән А. П. Чеховтың әҫәрҙәр йыйынтығына инә. Яҙыусы йәшәгән дәүерҙә, 1892-1899 йылдарҙа, туғыҙ тапҡыр айырым баҫма булып сыға.[1].
Персонаждары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Төп персонаждары:
- Иван Андреевич Лаевский — үҙе лә һиҙмәҫтән алдашыусы егерме һигеҙ йәш тирәһендәге йәш кеше. А. М. Скабичевский яҙғанса «әхлаҡи аҙғын һәм енси хискә бирелеүсән, шәһүәтле ялҡау һәм йөрөмтәл бабник ир, … крепостной хоҡуҡтың яманһыу мираҫы»[2]. Повесть аҙағында уның менән үҙгәрештәр була, һәм ул «өлгөлө гражданин» булып үҙгәреп китә.
- Надежда Федоровна — Лаевскийҙың өйҙәше. А. Л. Волынский фекеренсә ул «түбән үрнәкле гонаһлы кеше», «нескә, аҡыллы һәм оҫта»[3] һүрәтләнә.
- Фон Корен — йәш зоолог. Ҡаты холҡло, әммә бер ни тиклем аяу белмәүсе идеалдарына таяныусы кеше. Позитивист,Г. Спенсерҙың тәбиғи һайланыштың тәьҫире ҙур тигән ҡараштарын тапшырыусы[4], дөрөҫөрәге, «әҙәм аҡтыҡтарын» юҡ итергә саҡырыуға тиклем алып барыусы.
- «Дуэль» хикәйәһенең икенсе пландағы персонаждарына тәнҡит айырым иғтибар итмәй. Хәйер, ҡайһы бер тәнҡитселәр автор «асыҡ, ябай рухи тормошло» икенсе дәрәжәле персонаждарын «йәнле», «бик шәп» итеп һүрәтләй, тип билдәләне[5].
- Самойленко — хәрби доктор, кафе хужаһы.
- Дьякон Победов — семинарияны яңы ғына тамамлаған егет.
- Кирилин — полицейский приставы, Надежда Федоровнаның һөйәре.
Тәнҡит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Чеховтың ижадын өйрәнеүсе билдәле Скабичевский былай тип яҙа: «Чеховтың художество таланты көсө — характерҙарҙы оҫта һүрәтләүҙә, ләкин һуңғы әҫәрҙәрендә сағылған фекер зәғифлеге менән хайран итә. Повестың аҙағынан алдаҡсылыҡ һәм әшәкелек аңҡый». Әҙәби тәнҡитсе Дерман А. Б. әҫәрҙә «авторҙың үҙенең геройҙарының эш-хәрәкәттәрен тик көсләп буйһондорған догмаһына эске ышанысы булмауы тойола, һәм шуның өсөн әҫәр финалы тормошсан түгел, схематик һәм ҡыҫылған», тип раҫлай[6]. Д. Мирский «Дуэль» повесын Чеховтың уңышһыҙ әҫәрҙәренә индерә[7]:
Персонаждарҙың индивидуаллеге юҡлығы Чехов уларҙы оҙон-оҙаҡ итеп абстракт темалар буйынса фекер әйттергәндә бигерәк беленеп тора. Чехов «идеяларҙы тоймай», һәм уның геройҙары — уларға һүҙ биргән осраҡта — төҫһөҙ һәм күңелһеҙ гәзит теле менән һөйләшә. «Дуэль» бигерәк тә ошондай сафсата һатыу менән боҙолған.
Бердников Г. П. Чеховтың «толстой морализмынан» ситләшкәнен һәм «толстойҙың „рух диалектикаһына барып тоташыусы“» психологик анализы асылыуын билдәләй. Лаевский һәм Надежда Федоровнаның эске донъяһын аса барған һайын, «һәр береһенең үҙ намыҫы менән көслө конфликты» асыла, һәм был конфликт, әҙәбиәт белгесе фекеренсә, дуэль алдындағы төндә һуңынан улар кисерәсәк рухи таҙарыныу көрсөгөн әҙерләй, нигеҙләй[8].
Экранлаштырыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Насар яҡшы кеше (1973, режиссёры Иосиф Хейфиц, Евпаторияла һәм Гаграла төшөрөлә)
- Дуэль (2010, режиссёры Довер Кошашвили, Хорватияла төшөрөлә)
- Аттар мине алып еилә... (1996, режиссёр Владимир Мотыль, мотивы буйынса - ваҡиғалар хәҙерге заманға күсерелә)
- Дуэль (1962, режиссёрҙары Татьяна Березанцева, Лев Рудник)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ А. П. Чехов. Повесть Дуэль. Примечания. 2012 йыл 27 май архивланған.
- ↑ Скабичевский А. М. Литературная хроника. Антон Чехов — «Дуэль», повесть <…> // Господа критики и господин Чехов: антология / сост. С. ле Флемминг. СПб. ; М., 2006. С. 505—506. 1-я публ.: Новости и Биржевая газета. 1892. 13 февр.
- ↑ Волынский А. Л. Литературные заметки // Господа критики и господин Чехов: антология / сост. С. ле Флемминг. — СПб. ; М., 2006. С. 130—131. 1-я публ.: Северный вестник. 1892. № 1.
- ↑ ФЭБ: Гришунин и др. Примечания: Чехов. ПСС. Т. 7. — 1977 (текст)
- ↑ Дуэль. Примечания. Дата обращения: 15 июнь 2012. Архивировано 25 сентябрь 2012 года. 2012 йыл 27 май архивланған.(рус.). Тәүге сығанаҡтан 2012 йыл 27 май архивланған. архивланған 25 сентябрь 2012. 15 июнь 2012 тикшерелгән.
- ↑ Дерман А. Б. Борьба с дисгармонией художественным творчеством // Творческий портрет Чехова / А. Б. Дерман. М., 1929. С. 206.
- ↑ ФЭБ: Мирский. Чехов. — 1992 (текст)
- ↑ Бердников Г. П. «Нужен хоть кусочек общественной и политической жизни…» // Чехов / Г. Бердников. М., 1974. С. 266—269.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Творчество А. П. Чехова в панораме мнений / Дуэль . Российская государственная библиотека. Дата обращения: 15 июнь 2012. Архивировано 25 сентябрь 2012 года. 2016 йыл 4 март архивланған.