Дюма Александр (атай)
Александр Дюма | ||
Alexandre Dumas | ||
Александр Дюма 1855 йылда (Фотограф — Феликс Надар). | ||
Тыуған урыны: |
Франция, Эна департаменты, | |
---|---|---|
Вафат булған урыны: |
Франция, Приморская Сена департаменты, Пюи - Дьеп ҡалаһы янында | |
Эшмәкәрлеге: |
романист, прозаик | |
Ижад йылдары: |
1825—1867 | |
Йүнәлеше: | ||
Жанр: |
тарихи роман | |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | ||
Наградалары: |
| |
Ҡултамғаһы: | ||
Дюма Александр (фр. Alexandre Dumas, père; 1802 йылдың 24 июле, Вилле-Котре — 1870 йылдың 5 декабре, Пюи) — француз яҙыусыһы, драматург һәм журналист. Уның хеҙмәттәре йөҙ тиерлек телгә тәржемә ителгән, ул — иң уҡылған француз авторҙарының береһе. Дюма бик емешле булған һәм күп жанрҙарҙа эшләгән. Үҙенең карьераһын шунда уҡ танылыу алған пьесалар ижад итеүҙән башлай. Шулай уҡ ул журналдар өсөн күп мәҡәләләр һәм сәйәхәттәр тураһында китаптар яҙған. Уның хеҙмәттәре 100 000 бит тирәһе. 1847 йылда Дюма Парижда Тарихи театр асҡан. Дюма үҙенә абруйҙы француз әҙәбиәтендәге иң билдәле ике роман менән яулай: «Граф Монте-Кристо» һәм «Өс мушкетер».
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Александр Дюма 1802 йылда генерал Том-Александр Дюма һәм Вилле-Котрелағы ҡунаҡхана хужаһы ҡыҙы Мария-Луиза Лабуре ғаиләһендә тыуған. Дюма квартерон һаналған, сөнки атаһы яғынан өләсәһе Гаити утрауынан ҡара тәнле ҡол булған.
Дюманың бала сағы, үҫмер йылдары тыуған ҡалаһында үтә. Унда Александр шағир һәм театрал Адольф де Лёвен менән таныша. Дюма мотлаҡ драматург булырға ҡарар итә. Аҡсаһыҙ һәм файҙалы танышлыҡтарһыҙ көйө, атаһының элекке дуҫтарына ғына өмөт итеп, Дюма Парижға китә. Матур яҙыуы менән генә маҡтана алған, белеме булмаған Александрға генерал Фуа Пале-Роялдә (Париж) Луи-Филипп I ҡарамағындағы канцелярияға эшкә урынлашырға ярҙам итә. Дюма үҙенең белеме өҫтөндә эш башлай. Бер танышы уға уҡып сығырға кәрәкле китаптар исемлеген төҙөп бирә: унда классиктарҙың әҫәрҙәре, мемуарҙар, хроникалар инә. Драматург һөнәрен үҙләштереү маҡсаты менән Дюма Париж театрҙарына йөрөй, унда осраҡлы рәүештә яҙыусы һәм библиофил Шарль Нодье менән таныша. Еңел жанрҙа уңышҡа өлгәшеүе анһатыраҡ, тип һанаған де Лёвен менән берлектә Дюма «Һунар һәм һөйөү» водевилен ижад итә һәм ул Амбигю театры тарафынан сәхнәләштереүгә ҡабул ителә. Бынан һуң Дюма уңышлы рәүештә пьесалар яҙа, улар әҙәби яҡтан камил булмаһалар ҙа, публиканың иғтибарын баштан аҙағынаса йәлеп итәләр, шуға күрә иғланда Дюманың исеме булыуы театр директорҙары өсөн күп аҡса йыйыуҙы аңлата.
1830 йылдың июлендә Францияла Июль инҡилабы була, Карл Х тәхеттән төшөрөлә һәм буржуаз батшалыҡ нигеҙләнә. Тәхеткә Луи-Филипп исеме менән Орлеан герцогы ултыра. Дюма батшаның Тюильри һарайына һөжүм итеүселәр араһында була. Инҡилаптың тәүге көндәренән үк Дюма йәмғиәт тормошонда әүҙем ҡатнаша һәм ул саҡта Милли гвардияны етәкләгән генерал Лафайеттың бер нисә мөһим йомошон үтәй.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был мәҡәләлә мәғлүмәт сығанаҡтарына һылтанмалар етмәй. |