Эстәлеккә күсергә

Европа сереге

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Европа сереге — Был ауырыу умартаға плутон тигән микробтар эләккәндә тарала.


Ауырыуҙың билгеләре һәм ағымы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башлыса 3-4 көнлөк ҡарышлауыҡтар зарарлана. Ҡайһы саҡта 7 көнлөк үрсем дә үлә. Ояһы яҡшылап йылытылмаған, аҙығы аҙ булған көсһөҙ ғаиләләрҙә был ауырыу тиҙ тарала. Бал ҡорто ғаиләһенә плутон микробы йоғоп үрсей башлаһа, уның эргәһендә алвей һәм икенсе төрлө микробтар үрсеп китә.

Был микробтар умарталыҡта йылдар буйы һаҡлана. Ояла микроб тәрбиәсе ҡорттар аша тарала. Ауырыу ғаиләнән алынған кәрәҙ, баллы рамдар ауырыу сығанағы булып тора.

Ауырыу, бер умартанан икенсеһенә әре ҡорттар, аҙашҡан ҡорттар аша күсә. Европа сереге ауырыуы йәйҙең беренсе яртыһында башлана. Яҙғы һалҡын көндәр, һут йыйыу туҡталыу, умартала аҙыҡ етешмәү, ғаиләнең көсһөҙләнеүе һөҙөмтәһендә был ауырыу тиҙ таралып китә. Көндәр йылынып, бал һуты йыйыу башланғас, ауырыу ҡарышлауыҡтар һаны кәмей. Бал йыйыу осоро туҡталғас, ауырыу ҡарышлауыҡтар һаны арта, шулай итеп, ауырыу көҙгә тиклем һуҙыла, күстәр хәлһеҙләнә. Тик ояла бала тәрбиәләү туҡтағас ҡына, ауырыу туҡтала.

Ауырыу ҡарышлауыҡтың рәүеше үҙгәрә, майлы һымаҡ ялтырауыҡлы төҫтән тоноҡ аҡ төҫкә инә, күҙәнәктә төрлө хәлдә ята. Үлгәндән һуң һарғылт төҫтән аҡһыл һоро төҫкә, унан көрән төҫкә инеп кибә һәм, ҡатып, ҡабыҡҡа әйләнә.

Ҡапҡасы ябылған күҙәнәктә үлгән ҡарышлауыҡ оҙаҡ кибә, ул тәүҙә бер ни тиклем һуҙылыусан матдәгә әйләнә, һәм унан әсе еҫ килә. Бындай кәрәҙҙәрҙең ҡапҡастары эскә батып тишекләнә. Ябыҡ кәрәҙ күҙәнәгендә үлгән үрсем оҙаҡ ҡалыуы мөмкин, сөнки уларҙы бал ҡорттары һуңлап таҙарталар. Шуға күрә ауырыу ғаиләлә ныҡ таралыуы ихтимал.

Ауырыуҙы булдырмаҫ өсөн, умарталыҡта көслө бал ҡорто ғаиләләрен аҫрарға тәҡдим ителә. Умарталар яҡшылап йылытыла. Бал һуты бүлеүсе үҫемлектәр сәскә атҡан яландарға умарталарҙы ваҡытында күсереү сараһы күрелә. Ояны ваҡытында киңәйтеп, ваҡытында тарайтыу, ҡорттарға эсергә таҙа һыу сығанағы булдырыу мөһим. Умартаны ҡоро, елдән ышыҡ урында тотоу, умарталыҡта таҙалыҡ булдырыу, иҫкергән кәрәҙҙәрҙе ваҡытында иретеп заводҡа тапшырыу серек ауырыуын булдырмаҫҡа ярҙам итә. Умарталыҡта серек ауырыуы беленгәс тә, ауырыу һәм үлгән ҡарышлауыҡтары булған кәрәҙҙе киҫеп алып, лабораторияға ебәрергә кәрәк. Бер үк ваҡытта серек ауырыуын дауалау һәм уның менән көрәш сараларын күрергә кәрәк. Бал ҡорттарын яңы умарталарға күсереү һәм уларҙы дауалауҙа Америка сереге менән көрәшкәндә ҡулланылған ысул һәм дарыуҙар файҙаланыла.

Кәрәҙҙәрҙе йоғошһоҙландырыу өсөн, уларға ике процентлы водород перекисы, бер процентлы ҡырмыҫҡа йәки һеркә кислотаһының иретмәһен тултырып, бер тәүлеккә ҡалдыралар һәм һуңынан, иретмәне бушатып, уларҙы һыу менән сайҡайҙар.

Дауалағандан һуң бер йыл уҙғас ҡына, умарталыҡ Европа сереге ауырыуынан ҡурҡынысһыҙ булып иҫәпләнә.