Екатерина II ирҙәре исемлеге

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бөйөк Екатерина рус костюмында

Екатерина II ирҙәре исемлеге императрицаның интим тормошонда булған ир-егеттәрҙе үҙ эсенә ала Бөйөк Екатерина (17291796), шул иҫәптән уның ирҙәре (законлы һәм, бәлки, морганатик; таблицала шәмәхә төҫ менән билдәләнгән), рәсми фавориттары һәм һөйәрҙәре.

Екатеринаның, күп һанлы һөйәрҙәре менән бәйләнештәре тураһында даны сыҡҡан, әммә замандаштары хәтирәләренән билдәле булған исемлектә (Я. Л. Барсков өҫтәмәләре менән, П. И. Бартенёв исемлеге буйынса) 23-кә генә етә. Уларҙың 10-ы ғына, өҫтөнлөктәре һәм бурыстары менән[1], рәсми рәүештә фаворит вазифаһын биләй һәм шуға күрә башҡалар тураһында мәғлүмәттәр бик тоноҡ; атап әйткәндә, уларҙың императрица менән мөнәсәбәттәре ниндәй стадияға еткәнлеге һәм уларҙың күпме дауам итеүе, ә бер нисәһенең аныҡ фамилиялары (таблицала йәшел төҫ менән билдәләнгән) билдәһеҙ.

Уның иң билдәле фавориттары Григорий Орлов, Григорий Потёмкин һәм Платон Зубов. Ире Пётр III 1762 йылда вафат булғандан һуң, ул Орлов менән никахлашырға ниәтләй[2], әммә яҡындары кәңәше буйынса был идеянан баш тарта, ә 1775 йылда Потёмкин менән, моғайын, Екатерина йәшерен рәүештә (ҡара: Екатерина II һәм Потёмкиндың туйы) — был ике ир менән, шулай уҡ иртә вафат булған Александр Ланский менән уны иң көслө хистәр бәйләй. Екатерина өс бала таба, тағы дүрт баланы уныҡы тиҙәр (ҡара: айырым таблица).

Ҡылыҡһырламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1778 йылда француз Корберон хөкүмәткә хәбәр итә[1], Рәсәйҙә ҡайһы берҙә бер фавориттың урынын алмаштырыуы һәм яңыһының барлыҡҡа килеүе менән тап килгән эштәр күҙәтелә. Был ваҡиға башҡаларын томалай. Ул үҙендә бөтә мәнфәғәттәрҙе туплай һәм бер яҡҡа йүнәлтә; хатта был дөйөм кәйеф туранан-тура ҡағылған министрҙар ҙа, ваҡытлыса идара итеүсе (временщик) һайланғансы, хөкүмәт машинаһы ғәҙәти хәрәкәтенә ҡайтҡансы, эштәрен туҡтатып тора.

«Только Елизавета Английская и Екатерина II умели быть и любовницами и государынями для своих фаворитов».

Ғәҙәттә үҙенең фавориттары менән Екатерина бер нисә йыл үткәргән, характерҙары тап килмәгәнлектән, уларҙың хыянатын йәки әҙәпһеҙ тәртибен күтәрә алмағанлыҡтан (фавориттары императрица менән йәш айырымлығы ҙур булғанлыҡтан, уның көн режимы ҡаты һәм үҙҙәренең теҙмәләре күҙәтеү аҫтында булғанлыҡтан һәм Потёмкинды хөрмәтләргә кәрәклектән), юлдары айырылған[L 1][L 1]. Екатеринаның һөйәрҙәре менән яҙышҡанынан «уның дыуамал хислелеге» һәм «һөймәйенсә бәйләнешкә инмәүе» күренә[3]. Сит ил илселәре батшабикә тураһында мәғлүмәт табырға тырышҡандар.

Екатерина үҙенең фавориттары менән иң йылы мөнәсәбәттәр булдырған, ул һөйәрҙәренең һәр береһенә ялҡынлы ғишығын бүләк иткән, иғтибарлы һәм хәстәрлекле булған. Сираттағы роман ғәҙәттә уның «әсәләрсә һөйөүе, немец сентименталлегенән, йәш һөйәренең матурлығына һоҡланыуынан башланған». Ул үҙен уратып алған кешеләр алдында сираттағы фаворитын маҡтаған, күтәргән, ә уның менән араһын өҙгән осорҙарҙа депрессияға бирелгән, бер нисә аҙнаға эшкә ҡулы бармаған[3]. Фаворлығын юғалтҡан йә уға хыянат иткән бер һөйәрен дә етди йәбергә дусар итмәгән, улар ғәҙәттә баш ҡаланан бүләк ителгән имениеларына оҙатылған. Замандаштары һәм тарихсылар батшабикә үҙенең һөйәрҙәренә бүләккә түккән сығымдарҙы иҫәпләгән — бик ҙур цифрлы сумма тәшкил иткән[1].

Григорий Потёмкин

Потёмкиндан һуң эйәләштергән һәр бер фаворитынан уны хөрмәт итеүҙәрен һәм уның мәнфәғәтен яҡлауҙарын талап иткән[L 2][4]. Күрәһең, Екатерина һәм Потёмкин үҙ-ара шундай килешеү төҙөгәндер. Фавориттары Потёмкинға бер һүҙһеҙ буйһонорға тейеш булған, кем был талапты үтәмәгән, шунда уҡ отставкаға ебәрелгән. Императрица ғашиҡ булған йәш егеттәрҙең байлығы ла, хәлле туған-тыумасаһы ла булмаған, һәм улар, бер ваҡытта ла үҙ аллы роль уйнамаған, фәҡәт Потёмкин һәм Екатерина арҡаһында күтәрелгән. Потёмкиндың биографы Себаг-Монтефиоре Саймон, тарихсылар «Екатерина — Потёмкин — йәш фаворит» өсмөйөшөнән (полиандрия) торған императрица «ғаиләһе» булғанын йыш ҡына күҙ уңынан ысҡындыра тигән[3]. Потёмкиндың бүлмәләре элеккесә императрица апартаменттары менән тоташҡан булған, ул теләһә ҡайһы ваҡытта килеп инә алған, һәм сираттағы фаворит уның менән бергә ҡалыу һынауҙарын үтергә йәки сығып китергә тейеш булған. Шунан сығып, Екатерина һәм Потёмкин ғүмерҙәренең ахырына тиклем «ирле-ҡатынлы мөнәсәбәттә» тигән һығымта яһарға була[L 3]. Ҡайһы бер мемуарсылар уны «фаворит-аншеф», ә ҡалғандарын — «унтер-фавориттар» тип атай.

Тарих өсөн Екатерина көндәрен нимәгә бағышлауы иң мөһиме булһа ла, тарихсылар арттырып ебәреп Екатеринаның төнгө шөғөлдәре менән ҡыҙыҡһынған".

— Пётр Бартенев

Хронологик исемлек[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ирҙәре, һөйәрҙәре һәм фавориттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исеме Портрет Мөнәсәбәттәренең башы Мөнәсәбәттәренең аҙағы Статусы Иҫкәрмә
1 Бөйөк кенәз Пётр Фёдорович
(император Пётр III)
(1728—1762)
1745 йыл, 21 август (1 сентябрь) — никахлашыуҙары 28 июнь (9 июль) 1762 — Пётр III батшаның вафаты Законлы ире Романовтар ағасына ярашлы, уның балалары[5]: Павел Петрович (1754) (икенсе фараз буйынса, уның атаһы — Салтыков Сергей Васильевич) һәм рәсми рәүештә — бөйөк кенәз ҡыҙы (княжна) Анна Петровна (1757—1759, моғайын, дочь Станислав Август Понятовсийҙың ҡыҙы). Төрлө һүҙҙәргә ышанғанда, фимоз менән бәйле импотенция төрө менән интеккән, һәм никахының тәүге дәүерендә ир бурысын башҡара алмаған. Һуңынан был проблема опреация ярҙамында хәл ителгән[6][L 4].
2 Салтыков Сергей Васильевич
(1722—1784)
1752 йыл. Был осорҙан Екатерина Алексеевна һәм Пётр Фёдоровичтың бөйөк кенәздәренең "кесе һарайы"нда торған. Романдың башы — шул уҡ йылдың яҙында[L 5]. 1754 йыл, октябрь. Бөйөк кенәз Павел тыуғандан һуң ике аҙна үтеүгә ашығыс рәүештә Швецияға илсе итеп ебәрелгән. Ошо ваҡыттан бер нисә ай алдараҡ, Екатеринаның йөклө булыуы беленә башлағас, һөйәрен уның янына индермәй башлағандар, һәм ҡатын юҡһынған. Йәшерен һөйәр Императрица ирҙәре араһында унан йәше өлкәнерәк булған берҙән-бер кеше. Екатерина II, үҙенең улы Павелдың абруйын төшөрөү маҡсатында, Салтыков уның атаһы имеш тигән хәбәрҙәрҙе кире ҡаҡмаған. Екатерина менән бәйләнешенән һуң, ғүмере буйы тигеләй сит ил һарайҙарында ҡалған.
3 Станислав Август Понятовский
(1732—1798)
1756 йыл. Екатерина, бала тыуҙырғандан һәм яратҡаны Салтыков менән айырылғандан һуң, инглиз илсеһе Вильямс Чарлзды оҙатып йөрөүселәре араһында килгән йәш полякка ғашиҡ булған[L 6]. 1758 йыл. Канцлер Бестужев ҡолатылғандан һуң, Вильямс менән Понятовский Петербургтан китергә мәжбүр булған. Йәшерен һөйәр Рәсми рәүештә танылған бөйөк кенәз ҡыҙы Анна Петровна (1757—1759), дөрөҫөрәге, Понятовскийҙың ҡыҙы, бөйөк кенәз Пётр Фёдорович, «Екатерина яҙмалары» буйынса фекер йөрөткәндә: «Минең ҡатыным нисек балаға ҡала, алла белә; үҙ балам, тип танырға тейешменме икән мин уны» тип һөйләнгән. Киләсәктә Екатерина уны Польша короле итәсәк, һуңынан Польшаны Рәсәйгә ҡушҡан. Немец принцессаһы Екатеринаның һөйәрҙәре исемлегендә берҙән-бер сит ил кешеһе: рус һылыуҙарына илтифатлы булыуы Анна Иоанновна һәм Анна Леопольдовнаның фавориттарының "немец баҫымсаҡлығы"н хәтерләгән подданныйҙарын шатландырҙы.
4 Орлов Григорий Григорьевич
(1734—1783)
1759 йәки 1760 йыл. 1759 йылдың яҙында Петербургка Цорндорф алышында әсирлеккә төшкән Пруссия короле Фридрих II-нең флигель-адъютанты граф Шверин килтерелә. Орлов уны һаҡларға тейеш булған. Орлов, Пётр Иванович Шуваловтың һөйәркәһен тартып алып, билдәлелек яулаған булған. 1772 йыл. Ире үлеп киткәс, Екатерина уға кейәүгә сығырға ла теләгән, әммә уны дүндергәндәр. Екатеринаға уның бик күп һөйәркәләре тураһында мәғлүм булған[L 7]. Ниһайәт, 1772 йылдың башында Орлов Фокшаныла төрөктәр менән тыныслыҡ төҙөү конгресына китә, һәм шул ваҡытта, Екатерина Васильчиковҡа иғтибар иткәнлектән, фаворит йондоҙо һүнә. Йәшерен һөйәр, артабан рәсми фаворит (1762 йылдан). Бобринский Алексей Григорьевич — Екатерина менән Орловтың улы, 1762 йылдың 22 апрелендә, Елизавета Петровна вафат булғандан һуң бер нисә ай үтеүгә, тыуған. Хәбәр итеүҙәренсә, ул тыуған көндә, батшабикәнең тоғро хеҙмәтсеһе Шкурин үҙенең йортон яндырған һәм Пётр янғын ҡарарға ашыҡҡан. Орлов һәм уның пассионар ҡәрҙәштәре, Пётрҙы ҡолатып, Екатеринаның тәхеткә күтәрелеүенә булышлыҡ иткән. Фаворын юғалтҡас, Екатерина Зиновьеваға, үҙенең ике туған һеңлеһенә өйләнгән, һәм ул үлгәндән һуң аҡылдан яҙған.
5 Васильчиков Александр Семёнович
(1746—1803/1813)
1772 йыл, сентябрь. Ошо йылдың яҙы һәм йәйендә йыш ҡына Царское Селола ҡарауылда торған, императрицаның иғтибарын йәлеп итә һәм тиҙҙән «ҡарауылды яҡшы атҡарғаны өсөн» алтын тәмәке һауытына лайыҡ булған[L 8]. Һуңынан һарайҙа Орлов йәшәгән бүлмәне биләгән, элекке фавориттың ҡайтыуынан ҡурҡыптыр, ишегенә ҡарауыл ҡуйған. Фавориттың был үҙгәреше, Орлов менән бәйле тиҫтә йылдарҙан һуң, фаворитын үҙгәртеүе яңылыҡ кеүек ҡабул ителә һәм һарайҙа ығы-зығы тыуҙыра. 1774 йыл, 20 март. Потёмкиндың үрләүе арҡаһында Васильчиков юғары бойороҡ нигеҙендә Мәскәүгә ебәрелә[L 9]. Рәсми фаворит Екатеринаның фавориттарынан беренсеһе унан йәшерәк (йәш айырмаһы — 17), матурлығы менән айырылып тора. Эскерһеҙ, үҙенең кимәле менән аҙ файҙалана. Хәйер, Екатерина уның күңеле бушлығын һәм белеме етешмәүен һиҙә, уны эс бошорғос тип иҫәпләй ине. Отставкаға сыҡҡандан һуң, Мәскәүҙә ағаһы менән бергә йәшәй, өйләнмәй.
6 Потёмкин Григорий Александрович
(1739—1791)
1774 йыл, яҙ. Екатеринаның түңкәрелештә ҡатнашҡан күптәнге танышы. 1776 йыл. 1776 йылдың апрелендә ул Новгород губернияһында рәүиз үткәреү маҡсатында отпускыға киткән ваҡытта, императрица «күҙе төшкән» Завадовский уның урынын ала. Рәсми фаворит[7], 1775 йылдан алып, моғайын, морганатик (социаль хәле буйынса тиң булмаған) ире(ҡара: Екатерина II һәм Потёмкиндың туйы) Ҡыҙы — Тёмкина Елизавета Григорьевна (әсәһе Екатерина булыуы һорау тыуҙыра). Шәхси тормошонда өҙөлөшөүҙәренә ҡарамаҫтан, Екатерина менән дуҫлығын һәм уның ихтирамын һаҡлаған һәм күп йылдар буйы дәүләттә дәрәжә буйынса икенсе кеше булып ҡалған. Өйләнмәгән, уның шәхси тормошо туғандарының ҡыҙҙарын, шул иҫәптән Екатерина Васильевна Энгельгардтты, «белем эйәһе» итеүҙән торған.
7 Завадовский Пётр Васильевич
(1739—1812)
1776 йыл, ноябрь. Пётр Александрович Румянцев-Задунайский янында хеҙмәт иткән, 1775 йылдың йәйендә Мәскәүҙә императрицаға Малороссия эштәре буйынса белдермәләр (донесения) һәм докладтар авторы итеп күрһәтелә. Потёмкинға ҡарағанда «тынысыраҡ һәм күндәмерәк» булғанлыҡтан, батшабикәнең ҡыҙыҡһыныуын уята. 1777 йыл, июль. Орловтар һәм граф Румянцев сәйәси партияларына ҡушыла, Потёмкинды ҡәнәғәтләндермәй һәм, уның тырышлығы менән, ситләтелгән[8]. 1777 йылдың майында, Екатерина Зорич менән танышҡандан һуң, Завадовскийға 6 айлыҡ рәсми отпуск бирелгән. Рәсми фаворит Сығышы менән малоросс. Отставкаға сыҡҡандан һуң, хакимиәттә күренекле урындар биләгән. Императрицаны «ҡатын-ҡыҙ булараҡ» яратҡан һәм ысынлап көнләшкән, һәм был уға ҡамасаулаған. Айырылышҡандан һуң да уны онота алмаған[9]. Үҙенә бүләк ителгән Ляличи имениеһында йәшәгән, 1777 йылда императрица уны ҡабат баш ҡалаға саҡырған, 1780 йылдан уның ҡушыуы буйынса административ эшмәкәрлек менән шөғөлләнә;[10]. Беренсе халыҡ мәғарифы министры була. Вера Николаевна Апраксинаға, С. О. Закревскаяның ҡыҙы, Кирилл Григорьевич Разумовскийҙың туғанының ҡыҙы (племянница) һәм метрессаһына өйләнгән. Екатерина фавориттары араһында Потёмкиндан һуң һәләте буйынса артабанғы иҫәпләнгән, ҡабат дәүләт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнергә ҡушылған берҙән-бер фаворит булып тора[11].
8 Зорич Семён Гаврилович
(1743/1745—1799)
1777 йыл, июнь. Потёмкин, Завадовскийҙы ситләтергә теләп, уға алмаш эҙләй һәм Зоричты үҙенә адъютант итеп ала, һуңынан уны Екатеринаның шәхси һағына лейб-гусар эскадроны командиры итеп тәғәйенләй. 1778 йыл, июнь. Кәрт уйыны менән саманан тыш мауығыуы менән императрицаның һәм Потёмкиндың ризаһыҙлығын тыуҙырған — Потёмкин менән иҫәпләшмәйсә, ҡыҙыулыҡ ҡатыш тупаҫ һүҙҙәр ысҡындырған, ғауға ҡуптарған. Петербургтан ҡыуылған. Рәсми фаворит Серб сығышлы сибәр гусар, императрицанан 14 йәшкә кесе. Екатерина уның аҙ белемлелегенән һәм үҙенең мәҙәни мәнфәғәттәре менән уртаҡлаша алмауынан ҡәнәғәт булмаған, һәр саҡ «насар ҡылығы менән оятсылыҡ килтереүен» көткән. Һөҙөмтәлә отставкаға оҙатыла, Екатерина II бүләк иткән 7 мең крәҫтиәнле Шкловта урынлаша, унда үҙ аҡсаһына Шклов благородный училищеһына нигеҙ һала. Бурысҡа ингән һәм ялған аҡса эшләүҙә (фальшивомонетчество) ғәйепләнгән.
9 Римский-Корсаков Иван Николаевич
(1754—1831)
1778 йыл, июнь. Зоричҡа алмаш эҙләгән Потёмкин тарафынан матурлығы һәм үҙе менән сәйәси ярышташ итерлек етди һәләттәренең юҡлығынан сығып билдәләнә. Потёмкин өс офицер араһында (шул иҫәптән Бергман, Ронцов)[L 10]. уны императрица менән таныштыра. 1 июндә императрицаның флигель-адъютанты итеп тәғәйенләнә. 1779 йыл, 10 октябрь. Иператрица, графиня Прасковья Брюс, фельдмаршал Румянцевтың һеңлеһе ҡосағына ятҡанда тотолғандан һуң, һарай янынан ситләтелә. Был мәкер Потёмкинға Корсаковты ситләтеү маҡсатында түгел, ә Брюсҡа ҡаршы йүнәлтелгән була[11]. Рәсми фаворит императрицанан 25 йәшкә кесе; Екатеринаны уның «ғиффәтлелеге» йәлеп итә. Сибәр[L 11] һәм яҡшы тауышҡа эйә булған (Екатерина уның өсөн бөтә донъяға билдәле музыканттарҙы Рәсәйгә саҡырған). Фаворҙы юғалтыуҙан һуң башта Петербургта ҡала һәм күңел асҡан урындарҙа императрица ғорурлығына тейеп, уның менән бәйләнеше тураһында һөйләгән. Өҫтәүенә, ул Брюсты ташлап, (10 йәшкә кесерәк булған) графиня Екатерина Строгановаға боролған. Быныһы бигерәк артыҡ булғанлыҡтан, Екатерина уны Мәскәүгә оҙата. Строганова уның менән ире бүләк иткән Братцевоға китә. Ире, граф Александр Сергеевич Строганов, менән айырылышмай, ғүмеренең аҙағына тиклем уның фамилияһын йөрөтә. Корсаков уның менән ғүмер буйы бергә йәшәгән, дүрт балаһы: ике улы һәм ике ҡыҙы була.
1778/1779 йылдар Екатеринаның шәхси тормошонда буталсыҡ булған, ул даими һөйәр һайлай алмаған. Бәлки, был Корсаковтың хыянатына бәйле булғандыр. Был осорҙағы ирҙәре тураһында мәғлүмәттәр ҡапма-ҡаршылыҡлы.

«Көсөргәнешле сәйәси осор» («междуцарствие») хронологияһы (Валишевский Казимир Феликсович буйынса):

  • 1778 йыл, июнь — Корсаковтың күтәрелеүе
  • 1778 йыл, август — көндәштәре уны императрицаның мәрхәмәтен яҙҙырырға теләй, уларҙы Потёмкин (бер яҡтан) һәм Панин менән Орлов (икенсе яҡтан) хуплай
  • 1778 йыл, сентябрь — Страхов ярышташтарынан өҫтөнлөк ала
  • 4 ай үткәс — Левашевтың күтәрелеүе. Графиня Брюс ҡурсалаған Свейковский (йәки Свиховский) егет, офицерҙы һайлағандары өсөн, үҙ-үҙенә ҡул һалған
  • Римский-Корсаков ҡыҫҡа ваҡытҡа элекке хәленә ҡайта
  • Римский-Корсаков Стоянов менән көрәшә
10 Стахиев (Страхов)
Икеһе ике төрлө кеше булыуы мөмкин
1778 йыл; 1779, июнь. 1779 йыл, октябрь. Замандаштарының тасуирламаһы буйынса, «иң түбәнге кимәлдәге кәмитсе». Страхов граф Н. И. Паниндан протежеһы[12][L 12] Иван Варфоломеевич Страхов (1750—1793), был осраҡта ул императрицаның һөйәркәһе түгел, ә Панин уны аҡылһыҙ тип һанаған кеше булыуы мөмкин, сөнки Екатерина бер ваҡыт уға, мәрхәмәт һорарға мөмкин, тип әйткәс, тубыҡтарына йығылған һәм ҡулын һорарға керешкән. Шунан һуң Екатерина унан ары йөрөгән[11]
11 Стоянов (Станов)
Икеһе ике төрлө кеше булыуы мөмкин.
1778 1778 Потёмкиндың ҡуйылдығы
12 Ранцов (Ронцов) Иван Романович
(1755—1791)
1779. 9. "Конкурс"та ҡатнашыусылар иҫәбендә телгә алына, уның императрица альковында була алғанмы-юҡмы икәнлеге ап-асыҡ түгел 1780 Граф Р. И. Воронцовтың никахһыҙ тыуған улдарының береһе, Дашкованың бер туған ҡустыһы. Бер йылдан һуң лорд Джордж Гордон ойошторған сыуалыштарҙа Лондон төркөмөн етәкләй[3].
13 Левашов Василий Иванович
(1740(?) — 1804)
1779 йыл, октябрь 1779 йыл, октябрь Семёнов полкы майоры, графиня Брюс ҡурсалауындағы йәш егет. Зирәклеге һәм шат күңеллелеге менән айырылып тора. Артабанғы фавориттарҙың береһе Ермоловтың ағаһы. Ҡатыны булмай, ләкин театр мәктәбе уҡыусыһы Аҡулина Семёнованан 6 «тәрбиәләнеүсе» тыуған, һәм уларға дворян дәрәжәһе һәм уның фамилияһы бирелә.
14 Высоцкий Николай Петрович
(1751—1827)
1780 йыл, март. Потёмкиндың туғанының улы 1780 йыл, март
15 Ланской Александр Дмитриевич
(1758—1784)
1780 йыл, апрель. Екатеринаға обер-полицмейстер П. И. Толстой тарафынан тәҡдим ителә, ул уға иғтибар итә, әммә фаворит була алмай. Левашев Потёмкинға ярҙам һорап мөрәжәғәт итә, ул уны үҙенең адъютанты итә һәм ярты йыл самаһы уның һарайҙа белем алыуына етәкселек итә, шунан һуң 1780 йылдың яҙында йөрәк дуҫы итеп императрицаға тәҡдим итә. 1784 йыл, 25 июль. Йөрәк ҡыҫыуы (грудная жаба-стенокардия) һәм эҫеле-һыуыҡлы булып биш көн сирләгәндән һуң, вафат була Рәсми фаворит 54 йәшлек императрицанан 29 йәшкә кесерәк. Сәйәсәткә ҡыҫылмаған һәм чиндарҙан, ордендарҙан баш тартҡан берҙән-бер фаворит. Екатеринаның фәнгә ҡыҙыҡһыныуына ыңғай ҡараған һәм уның етәкселегендә француз телен өйрәнгән, философия менән танышҡан. Дөйөм симпатия менән файҙаланған. Ул батша ханымды ихлас яратҡан һәм Потёмкин менән тыныс мөнәсәбәттәр һаҡлап ҡалырға тырышҡан. Әгәр Екатерина башҡа кешеләр менән шаяра башлаһа, Ланской «көнләшмәгән, уға хыянат итмәгән, әрепләшмәгән, ләкин уның миһырбанһыҙлығын ауыр кисергән […] ихлас күңеленән ғазапланған, һәм уның мөхәббәтен тағы ла яулаған».
16 Мордвинов 1781 йыл, май. Екатерина егеткә бер ни тиклем иғтибар итте, был фавориты А. Д. Ланскойҙың отставкаға китеүенә сәбәпсе була яҙған. 1781 йыл, июнь Моғайын, Мордвинов, Николай Семёнович (1754—1845). Адмирал улы, бөйөк кенәз Павелдың тиҫтере, уның менән бергә тәрбиәләнгән[13]. Эпизод уның биографияһында сағылыш тапманы, ғәҙәттә, телгә алынмай. Билдәле флотоводец була. Лермонтовтың туғаны.
17 Ермолов Александр Петрович
(1754—1834)
1785 йыл, февраль. Офицер, Потёмкин үҙенең адъютантын тәҡдим иткән. Гельбиг, Потёмкин Ермоловты императрица менән таныштырыу өсөн махсус рәүештә байрам ойошторҙо, тип хәбәр итә. Ланской вафат булғандан һуң 9 ай үткәс кенә, Екатерина үҙенең шәхси тормошон тергеҙгән. Ермоловҡа, «осраҡ»ҡа эләккәнсе, көндәштәренә ҡаршы еңел булмаған көрәш алып барырға тура килде, уларҙан иң етди көнәркәш — 22 йәшлек Павел Михайлович Дашков, улы Дашкованың улы, булған. 1786 йыл, 28 июнь. Потёмкинға ҡаршы эш итергә уйлаған (Ҡырым ханы Сәхибгәрәй Потёмкиндан ҙур ғына сумма алырға тейеш ине, ләкин ул түләнмәгәнлектән, хан Ермоловҡа мөрәжәғәт иткән), уға императрица ла һалҡынланған. Петербургтан ҡыуылған — уға «өс йылға сит илгә китергә рөхсәт ителә». Рәсми фаворит 1767 йылда Екатерина, Волга буйлап сәйәхәт иткәндә, уның атаһының имениеһында туҡтай һәм 13 йәшлек малайҙы Петербургка ала. Потёмкин уны ярандары төркөмөнә ала, ә 20 йылға яҡын фаворит сифатында кандидатура тәҡдим итте. Оҙон, зифа буйлы блондин, ҡараңғы сырайлы, өндәшмәҫ, ғәҙел һәм үтә ябай булған. Канцлер граф Безбородконың тәҡдим хаттары менән Германияға һәм Италияға киткән. Үҙен бөтә ерҙә лә тыйнаҡ тотҡан. Отставкаға сыҡҡандан һуң, Мәскәүҙә йәшәй һәм Елизавета Михайловна Голицынаға өйләнә, балалары тыуа. Бынан алдағы фаворит Василий Левашовтың туғанының улы. Унан һуң Австрияға китә, унда Венанан алыҫ түгел ерҙә Фросдорф исемле бай поместье ала, 82 йәшендә вафат булған.
18 Дмитриев-Мамонов Александр Матвеевич
(1758—1803)
1786 йыл, июль. Потёмкиндың алыҫ туғаны һәм уның адъютанты. Ермолов киткәндән һуң икенсе көндө императрица менән таныштырыла[L 13]. 1789 йыл, ноябрь. Кенәз ҡыҙы Дарья Фёдоровнаның фрейлинаһына ғашиҡ була, был турала Екатеринаға еткерелә. «…Киске сығыуы алдынан ғали йәнәптәре граф А. М. Мамоновты кенәз ҡыҙы Щербатова менән никахландырыуға рөхсәт бирә; улар тубыҡланған килеш ғәфү үтенә һәм ғәфү ителә». Кейәүгә бүләктәр бирелгән һәм 12 июлдә, туйҙан һуң икенсе көнгә үк, Петербургтан китергә ҡушылған[L 14]. Рәсми фаворит Мөнәсәбәттәре башланыу мәленә 28 йәшлек. Оҙон буйы һәм аҡылы менән айырылып тора. Шиғырҙар һәм пьесалар яҙа. Дәүләт менән идара итеүгә ҡыҫылмаған. Мәскәүҙә ҡатыны булыуға ҡарамаҫтан, бер нисә тапҡыр императрица Екатерина II-гә Санкт-Петербургка ҡайтырға рөхсәт һорап мөрәжәғәт иткән, ләкин кире яуап алған. Головкиндың иҫкәрмәһе буйынса: «Ул был да түгел, теге лә түгел, ғөмүмән бер нәмә лә булмаған; тик бер генә сараһы — ҡатынын ғазаплау булған». 4 бала тыуҙырыуға ҡарамаҫтан, айырылышҡандар.
19 Милорадович 1789 йыл. Дмитриев отставкаға киткәндән һуң, тәҡдим ителгән кандидаттар иҫәбендә булды. Улар иҫәбенә шулай уҡ Преображенск полкының отставкалағы секунд-майоры Казаринов, барон Менгден — бөтә йәш матур ир-егеттәр ингән, уларҙың һәр береһенең артында абруйлы һарай яны кешеләре (Потёмкин, Безбородко, Нарышкин, Воронцовтар һәм Завадовский) торған[14]. 1789 йыл Моғайын, Милорадович Михаил Андреевич (1771—1825). Билдәле генерал, Сенат майҙанында декабрист Каховский тарафынан үлтерелә. Екатеринаның биографияһында фаворлыҡ эпизоды телгә алынмай. Я. Л. Барсков күрһәтмәләре буйынса Екатеринаның донжуан исемлегенә инә.
20 Миклашевский 1787 йыл. 1787 йыл. Миклашевский кандидат булған, әммә фаворит була алмаған. Күрһәтеүҙәргә ярашлы, Екатерина II-нең 1787 йылда Ҡырымға сәфәре барышында фаворитҡа кандидаттар араһында ниндәйҙер Миклашевский ҙа була. Бәлки, ул Миклашевский Михаил Павлович (1756—1847) булғандыр, ул Потёмкин ярандары төркөмөнә адъютант сифатында ингән (фаворға тәүге аҙым), әммә нисәнсе йылдан икәне билдәле түгел.[15]. 1798 йылда Михаил Миклашевский Малороссия губернаторы итеп тәғәйенләнә, ләкин тиҙҙән эштән бушатыла. Биографияһында, ғәҙәттә, Екатерина менән булған эпизод телгә алынмай.
21 Зубов Платон Александрович
(1767—1822)
1789 йыл, июль. Екатеринаның ейән-ейәнсәрҙәренең баш тәрбиәсеһе, фельдмаршал кенәз Николай Иванович Салтыковтың ҡуйылдығы.

.

1796 йыл, 6 ноябрь. Екатеринаың һуңғы фавориты. Батшаның үлеме менән бәйле мөнәсәбәттәр туҡталған. Рәсми фаворит 60 йәшлек императрица менән мөнәсәбәттәр башлаған мәлдә 22 йәшлек егет, Потёмкин заманынан алып, элекке адъютант булмаған тәүге рәсми фаворит. Уның артында Н. И. Салтыков һәм А. Н. Нарышкина торған, шулай уҡ уға Перекусихина ярҙам иткән. Ҙур йоғонтоға эйә булған, «киләм дә күрмәгәнен күрһәтәм» тип янаған Потёмкинды ҡыҫырыҡлап сығара алған. Һуңыраҡ Павел батшаны үлтереүҙә ҡатнашҡан. Вафаты алдынан йәш кенә түбән ҡатлам йәки ярлы һәм сибәр поляк ҡыҙына өйләнгән һәм уны бик көнләгән.

Балалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Екатеринаның әсәйлеге өс балаһына ҡарата ғына бәхәсһеҙ. Ҡалған балалрының уның менән туғанлыҡ бәйләнештәре[5](таблицала зәңгәр төҫтә бирелгән) раҫланмаған. Уның берҙән-бер законлы балаһы, бөйөк кенәз Павел, уның өсөнсө йөклөлөгө һөҙөмтәһе була, тәүге икәүһе бала төшөү менән тамамлана (1752 йылдың декабре һәм 1753 йылдың майы).

Исеме Портреты Ғүмер йылдары Атаһы Иҫкәрмә
1 Павел I[16] 20 сентябрь 1754 — 11 март 1801 Пётр III йәки Сергей Салтыков Был осраҡта атайлыҡ мәсьәләһе Романовтар йортоноң төп йомаҡтарының береһе булып ҡала, шулай ҙа Павелдың тышҡы ҡиәфәте һәм характеры уның законлы булыуын раҫлай.
Браницкая Александра Васильевна 1754—1838 Василий Андреевич Энгельгардт; әсәһе — Елена Александровна, Потёмкина (кенәз ғали йәнәптәренең һеңлеһе). Риүәйәткә ышанһаң — Пётр III йәки Салтыковтың ҡыҙы. Екатерина бик уҙындырған Потёмкиндың туғанының ҡыҙы (племянница) һәм һөйәркәһе Александра Браницкая тураһында ысынында уның батшабикәнең үҙ ҡыҙы булыуы тураһында хәбәр йөрөгән. Ул бөйөк кенәз Павел шәхесе менән бәйле: Александра бөйөк кенәз донъяға күренгән шул уҡ 1754 йылда тыуған, риүәйәткә ярашлы, Екатерина малай түгел, ә ҡыҙ тапҡан, һәм ҡыҙҙы ҡалмыҡ хеҙмәтсе ҡатындың улына алмаштырғандар имеш. Ҡалмыҡ улы Павелға әйләнгән, ә императрицаның ҡыҙын, йәнәһе, Энгельгардтарға биргәндәр[3].
2 Анна Петровна (Екатерина II ҡыҙы)[16] 9 декабрь 1757 — 8 март 1759 Станислав Понятовский (моғайын) Рәсми рәүештә танылған бөйөк кенәз ҡыҙы. Ике йәшендә вафат була.
Алексеева Наталия Александровна, графиня Буксгевден 1758—1808 Григорий Орлов (?). Әгәр императрица ҡыҙы булһа, Понятовский осоронда донъяға килгән Орловтың тәрбиәләнеүсеһе һәм «туғанының ҡыҙы». Гельбиг хәбәр итеүкенсә — Орловтың никахһыҙ ҡыҙы, Хмыров хәбәр итеүенсә — Екатеринанан тыуған ҡыҙы. Балтик буйы немецы Фридрих Вильгельм фон Буксгевден адъютантына кейәүгә бирелгән. Смольный институты архивы документтары буйынса, Агафье Васильевна Пущинаға өйләнгән полковник Александр Иванович Алексеевтың (1776 йылда вафат булған) өлкән ҡыҙы[17]. Лопатин Екатерина менән Потёмкиндың хат алышыуына тәфсирендә Екатерина ҡыҙҙың әсәһе булыуы мөмкин ти[4].
Елизавета Александровна Алексеева (Клингер) 1760—1844 Григорий Орлов (?) Орлов тәрбиәләнеүсеһе. Драматург Фридрих Максимилиан Клингерҙың ҡатыны. Екатеринаның ҡыҙы тигән ғәйбәт таралған булған. Хәйер, Алексеевтар ҡыҙҙарының береһен императрица фрейлинаһы Анна Протасованың тәрбиәләгән, был имеш-мимешкә дәлил булған.
3 Бобринский Алексей Григорьевич 22 апрель 1762 — 2 июль 1813 Григорий Орлов тыуыу менән Екатерина уны үҙенең гардеробмейстеры Шкуринға биргән, һәм ошо ғаилә 1774 йылға тиклем тәрбиәләп үҫтергән.
Тёмкина Елизавета Григорьевна 1775—1854 Григорий Потёмкин Бала Потёмкиндың туғандарына тәрбиәгә бирелгән. Екатерина уның әсәһе тип иҫәпләнһә лә, уға шиктәр ҙә бар — мәҫәлән, Потёмкиндың үҙенең туған-тыумасалары хаҡында нисек хәстәрлек күреүенән сығып, шулай уҡ, Бобринскийҙан айырмалы рәүештә, бер ҡасан да Тёмкинаны танымағанлығын күрһәтеп[3], Потёмкиндың хәҙерге биографы Монтефьоре шикләнә. Шулай уҡ Бобринский һәм Темкинаның тыуыуы араһында ҙур ваҡытлы арауығы, был ваҡытҡа Екатерина II-нең ҡарт булыуын билдәләп үтергә кәрәк.

Бынан тыш, Екатеринаның бүлмәләрендә уның Павелдан тыуған законлы ейәндәре (Александр, Константин һәм башҡалар), шулай уҡ уның никахһыҙ тыуған өлкән улы — Бөйөк Семён тәрбиәләнә.

Китаптарҙа, кинофильмда һәм пропагандала[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Екатерина II үҙе иҫән саҡтан уҡ артыҡ ғишыҡ дәрте арҡаһында яманатҡа ҡалған, насар даныь сыҡҡан, шуға күрә әҙәбиәттә уның интим тормошона ҡағылышлы (200-300-ләп һөйәре) төрлө тайпылыштар, шул иҫәптән зоофилияны ла индереп, төрлө тайпылыштар һәм боҙоҡлоҡтар тасуирланыуын осратырға мөмкин.

Бөйөк кенәз ҡатыны (княгиня) Екатерина Алексеевнаның йәш сағы
  • Лаво һүҙҙәренсә, Екатеринаның тыуған төйәге Штеттинда һөйәре, граф Б… булған, ул ысынлап уға өйләнгәнмен, тип уйлай, ләкин был никах фиктив булған, сөнки никахлашыу йолаһын атҡарғанда, миһрап алдында Екатеринаны вуаль аҫтына йәшеренгән әхирәттәренең береһе алмаштырған. Казимир Валишевский күрһәткәнсә, был ахмаҡ әкиәт. Шул уҡ Лаво, ғәйбәт һкатып, Салтыков венецианлы скоморох Далолиоға урынын биргән, һәм ул да Елагиндың өйөндә үҙенең күренекле һөйәркәһен бер нисә көн рәттән яңы танышыуҙар ойошторған, тип яҙа[1].
  • Екатерина һарайындағы фаворитизмды күптәр тәнҡитләгән, — тәү сиратта сәйәси оппозицияла булған кешеләр (мәҫәлән, бөйөк кенәз Павел Петрович, Семён Воронцов, Пётр Панин). Михаил Шербатов үҙенең «Рәсәйҙә әхлаҡтың боҙолоуы тураһында» хеҙмәтендә уның аҙғынлығын тәнҡитләгән. Екатеринаның батшалыҡ иткән һуңғы йылдарында был тема бигерәк модалы булып киткән, Рәсәй тураһында яҙған бер сит ил кешеһе лә уны һәр ваҡыт телгә алмай ҡалмаған. Ғәйбәт яратыусы Оксфорд профессоры Джон Паркинсон, Потёмкин вафат булғандан һуң империяға килеп киткәндән һуң, Екатерина тураһында анекдоттар йыйған һәм популярлаштырған. Илсе Джон Макартни белдереүенсә, Екатеринаның рус ирҙәренә булған тәме «урыҫ байҙарының балаларын имеҙеүселәр даими рәүештә ир балаларҙың енси органдарын тарта торған үртештәре булған, был иһә мөғжизәле рәүештә ағзаны оҙонайта»[3].
  • Потёмкиндың сутенёрлығына бөтәһе лә тиерлек ышана. Ысынбарлыҡта императрица йыш ҡына ул күрһәткән фаворитты һайламай, ә уның яҡындарының киләсәктә Потёмкинға тоғролоғона ышанғанлығы менән бәйле һайлай[3].
  • Леопольд фон Захер-Мазохтың «Новеллы русского двора. Страсти при дворе Екатерины Великой» (Katherina II, Russische Holgeschichten) китабында Бөйөк Екатерина интрига өсөн секс ҡулланыу — көнәркәше император Иоанн Антоновичҡа ҡаршы тороу всулы итеп Екатеринаның подпоручик Мировичты әүрәтеүе тасуирлана. Йыйынтыҡтың башҡа новеллалары ла көслө ҡатын Екатерина ҡулы аҫтында автор яратҡан мазохизм йүнәлешенә бағышланған.
  • Салтыковҡа тиклем уның ниндәйҙер заманса яҙмаһын һәм уның сығарылмаларын[18] шулай уҡ Андрей Чернышёвты һәм уның ике ҡустыһын, шул иҫәптән Захарҙы (аң билдәле улдары Авдотья Чернышёваны күҙ уңында тотҡандыр, моғайын, улар араһында Захар та булған, ләкин Андрей булмаған)[19], Швеция илсеһе граф Поленберг, Кирилл Разумовский. Уның туғаны Сергей Салтыковтан тыш, унан һуң Понятовскийға — йөклө булған Лев Нарышкинға; Орлов менән бәйләнештәре башланғандан һуң ике йыл үткәс, үҙе паркта күргән бик сибәр поляк Высоцкийҙы (ысынында иһә был фамилиялы кеше Потёмкиндың туғанының улы булған һәм бер нисә тиҫтә һуңыраҡ индерелгән) иҫкә алалар. Шул уҡ текста, Васильчиков менән ул бер нисә аҙна булған тиелә, ысынында иһә — 2 йыл самаһы; шулай уҡ уға канцлер Паниндың, һарайҙа мейес яғыусы Тепловты, ниндәйҙер әрмән сауҙагәрен даими һөйәре итеп, шулай уҡ Потёмкин килтергән сиған ҡатыны менән лесбий бәйләнештәре тураһында яҙғандар. Атап әйткәндә, Суворовты, батшабикә теләгән тән йыуаныстары өсөн ҡыҙын биреүҙән баш тартылыуы менән бәйле, имениеһына ҡыуыуы. Зорич "осрағы"н бында Потёмкин интригаһы менән түгел, ә Екатеринаның ниндәйҙер акушерканың туғанының Зорич фамилиялы улын һөйөргә теләүе, уның бойороғо буйынса бөйөк кенәз Павелдың ҡатыны Наталья Алексеевнаны ағыулауы (гусар Зорич дворяндарҙан, һәм бындай туғандары юҡ) менән бәйләйҙәр; Ланской ҙа шулай уҡ Потёмкиндың бойороғо буйынса «ағыуланған» булып сыға. Артабан уның һөйәрҙәре тип офицер Хвостовты, канцлер Безбородконы, принц де Линде һәм граф де Сегюрҙы атайҙар. Мамоновтың ҡатыны фрейлина Щербатова Дарья тип тә, Елизавета тип тә аталмаған, ә Елизаветаны бирнәһе менән отставкаға сығарылған фаворитҡа биреп ҡалмайҙар, Екатеринаның бойороғо буйынса, Шешковский уны тереләй стенаға томалап ҡуя, һуңынан уны тартып сығаралар, өйләндерәләр, яңы никахлкашҡандарҙың йоҡо бүлмәһенә һалдаттар баҫып керә, Мамоновты бәйләп ҡуялар һәм ҡатынын тотош рота көсләй, ирҙе арҡаһын ҡанға туҙҙырып туҡмайҙар, ти. Замандаштарының хәтирәләре нигеҙендә юғарыла баҫылған исемлектәрҙе тәшкил иткән екатерина тарихын тикшереүселәр императрицаның һөйәрҙәре тип уның теләһә ниндәй ярандарын ҡыҫтырған порнографтарҙың уйҙырмаларына тура килмәй.
  • Поляк-еврей дин әһеле, ялған мессия Яков Франк, ҡыҙы Ева Франкты Екатерина тыуҙырған, тигән хәбәр таратҡан[20].
  • Ғәйбәткә ярашлы, Ланской, ҡуҙғытыу сараһы — «шпан мушкаһы» ҡулланғанлыҡтан, һаулығын ҡаҡшатып үлгән.
  • Байрон, «Дон Жуан» (1818—1819) поэмаһында — Екатерина 1790 йылда Измаилды алғандан һуң төп геройҙың һөйәркәһенә әйләнгән.
  • Бернард Шоу, «Бөйөк Екатерина» — билдәле драматург-сатириктың экранлаштырылған популяр пьесаһы көнбайышта таралған императрицаның аҙғынлығы хаҡындағы мифты нығыта.
  • Енси аппетиты арҡаһында ул, бауҙа күтәрелгән айғыр менән ҡушылырға маташҡанда, баҫылып үлгән тигән имеш-мимеш бигерәк сирҡаныс[21]. Бындай хәбәр тарихы революцион Франциянан килгәндер, унда монархиня популяр булмаған, аттар тураһындағы ғәйбәт Мария-Антуанетта исеменә бәйле таралған булған. Көнбайышта Екатеринаны «урыҫ Мессалинаһы» тип йөрөткәндәр.
  • Clone High мультсериалдар серияһының береһендә Екатеринаеның клоны президент Джон Кеннедиҙың клоны менән енси бәйләнешкә инә.
  • 2014 йылда власть өсөн көрәш тураһында «Екатерина» сериалының премьераһы уҙҙы, 2022 йылда «Екатерина. Фавориты» фильм төшөрөүҙең дүртенсе миҙгеле асылды[22].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Екатерина II һәм Потёмкиндың туйы
  • Елизавета Петровна фавориттарының исемлеге
  • Урыҫ императорҙаврының никахһыҙ тыуған балалары исемлеге

Комментарии[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. «Паренёк считает житьё своё тюрьмою, очень скучает», — записал как-то секретарь императрицы её слова об одном из фаворитов.
  2. Зубов занял место фаворита в нарушение установленной договорённости между Потёмкиным и Екатериной. В письме B.C. Попову Гарновский отметил: «Однако же все до сих пор при воспоминовении имяни Его Светлости [Екатерина при упоминании Потёмкина] неведомо чего трусят и безпрестанно внушают Зубову иметь к Его Светлости достодолжное почтение… Бог знает, что будет впереди».
  3. Австрия илсеһе граф Людвиг Кобенцль Потёмкин тураһында: «Әгәр теләһә ниндәй башҡа сара уға маҡсатына ирешергә ярҙам итмәй икән, ул яңынан бер нисә көнгә фаворит бурыстарын йөкмәй».
  4. Шампо в своём донесении, составленном для Версальского двора в 1758 году, писал: «Великий князь, сам того не подозревая, был неспособен производить детей, вследствие препятствия, устраняемого у восточных народов посредством обрезания, но почитаемого им неизлечимым. Великая княгиня, не любившая его и не проникнутая ещё сознанием необходимости иметь наследников, не была этим опечалена». Кастера добавляет: «Он (великий князь) так стыдился несчастия, поразившего его, что у него не хватало даже решимости признаться в нём, и великая княгиня, принимавшая его ласки с отвращением и бывшая в то время такой же неопытной, как и он, не подумала ни утешать его, ни побудить искать средства, чтобы вернуть его в её объятия». Шампо продолжает: «Салтыков, первое время находивший для себя большое счастье в том, что обладает предметом своих мыслей, вскоре понял, что вернее было разделить его с великим князем, недуг которого был, как он знал, излечим. Однако опасно было действовать в подобном деле без согласия императрицы. Благодаря случаю, события повернулись самым лучшим образом. Однажды весь двор присутствовал на большом балу; императрица, проходя мимо беременной Нарышкиной, свояченицы Салтыкова, разговаривавшей с Салтыковым, сказала ей, что ей следовало бы передать немного своей добродетели великой княгине. Нарышкина ответила ей, что это, может быть, и не так трудно сделать, и что если государыня разрешит ей и Салтыкову позаботиться об этом, она осмелится утверждать, что это им удастся. Императрица попросила разъяснений. Нарышкина объяснила ей недостаток великого князя и сказала, что его можно устранить. Она добавила, что Салтыков пользуется его доверием и что ему удастся на это его склонить. Императрица не только согласилась на это, но дала понять, что этим он оказал бы большую услугу. Салтыков тотчас же стал придумывать способ убедить великого князя сделать всё, что было нужно, чтобы иметь наследников. Он разъяснил ему политические причины, которые должны бы были его к тому побудить. Он также описал ему и совсем новое ощущение наслаждения и добился того, что тот стал колебаться. В тот же день Салтыков устроил ужин, пригласив на него всех лиц, которых великий князь охотно видал, и в весёлую минуту все обступили великого князя и просили его согласиться на их просьбы. Тут же вошел Бургав с хирургом, — и в одну минуту операция была сделана и отлично удалась. Салтыков получил по этому случаю от императрицы великолепный бриллиант. Это событие, которое, как думал Салтыков, „обеспечивало и его счастье и его фавор“, навлекло на него бурю, чуть не погубившую его… Стали много говорить о его связи с великой княгиней. Этим воспользовались, чтобы повредить ему в глазах императрицы… Ей внушили, что операция была лишь уловкой, имевшей целью придать другую окраску одной случайности, которую хотели приписать великому князю.»
  5. Из «Записок Екатерины II»: «Во время одного из этих концертов (у Чоглоковых) Сергей Салтыков дал мне понять, какая была причина его частых посещений. Я не сразу ему ответила; когда он снова стал говорить со мной о том же, я спросила его: на что же он надеется? Тогда он стал рисовать мне столь же пленительную, сколь полную страсти картину счастья, на какое он рассчитывал…». Далее она подробно описывает сближение с ним осенью 1752 года, беременность, которая закончилась выкидышем по пути в Москву в декабре, новая беременность и выкидыш в мае 1753-го, охлаждение любовника, заставлявшее страдать Екатерину, строгий присмотр, установленный за беременной великой княгиней в апреле 1754, удаление Сергея Салтыкова.
  6. Понятовский вспоминал об их встрече: «Ей было двадцать пять лет. Она лишь недавно оправилась после первых родов и находилась в том фазисе красоты, который является наивысшей точкой её для женщин, вообще наделенных ею. Брюнетка, она была ослепительной белизны: брови у неё были чёрные и очень длинные; нос греческий, рот как бы зовущий поцелуи, удивительной красоты руки и ноги, тонкая талия, рост скорее высокий, походка чрезвычайно лёгкая и в то же время благородная, приятный тембр голоса и смех такой же весёлый, как и характер, позволявший ей с одинаковой лёгкостью переходить от самых шаловливых игр к таблице цифр».
  7. 7 лет до разрыва Беранже доносил из Петербурга герцогу Пралену: «Этот русский открыто нарушает законы любви по отношению к императрице. У него есть любовницы в городе, которые не только не навлекают на себя гнев государыни за свою податливость Орлову, но, напротив, пользуются её покровительством. Сенатор Муравьев, заставший с ним свою жену, чуть было не произвел скандала, требуя развода; но царица умиротворила его, подарив ему земли в Лифляндии».
  8. Прусский посланник Сольмс доносил в Берлин недели через две после отъезда Орлова: «Не могу более сдерживаться и не сообщить Вашему Величеству об интересном событии, которое только что случилось при этом дворе. Отсутствие графа Орлова обнаружило весьма естественное, но тем не менее неожиданное обстоятельство: Её Величество нашла возможным обойтись без него, изменить свои чувства к нему и перенести своё расположение на другой предмет. Конногвардейский корнет Васильчиков, случайно отправленный с небольшим отрядом в Царское Село для несения караулов, привлёк внимание своей государыни, совершенно неожиданно для всех, потому что в его наружности не было ничего особенного, да и сам он никогда не старался выдвинуться и в обществе очень мало известен. При переезде царского двора из Царского Села в Петергоф Её Величество в первый раз показала ему знак своего расположения, подарив золотую табакерку за исправное содержание караулов. Этому случаю не придали никакого значения, однако частые посещения Васильчиковым Петергофа, заботливость, с которой она спешила отличить его от других, более спокойное и весёлое расположение её духа со времени удаления Орлова, неудовольствие родных и друзей последнего, наконец множество других мелких обстоятельств открыли глаза царедворцам. Хотя до сих пор всё держится втайне, никто из приближенных не сомневается, что Васильчиков находится уже в полной милости у императрицы; в этом убедились особенно с того дня, когда он был пожалован камер-юнкером».
  9. «Васильчиков, способности которого были слишком ограничены для приобретения влияния в делах и доверия государыни, теперь заменён человеком, обладающим всеми задатками, чтобы овладеть тем и другим», писал сэр Р. Гунинг 4 марта 1773
  10. Гельбич рассказывает, что Екатерина вышла в приёмную, когда там находились все три назначенные к аудиенции претендента. Каждый из них стоял с букетом цветов, и она милостиво беседовала сначала с Бергманом, потом с Ронцовым и, наконец, с Корсаковым. Необычайная красота и изящество последнего покорили её. Екатерина милостиво улыбнулась всем, но с букетом цветов отправила к Потёмкину Корсакова, который сделался следующим фаворитом.
  11. Гримму, который считал увлечение своего друга обычной прихотью, Екатерина писала: «Прихоть? Знаете ли вы, что это: выражение совершенно не подходит в данном случае, когда говорят о Пирре, царе Эпирском (так Екатерина называла Корсакова), и об этом предмете соблазна всех художников и отчаянья всех скульпторов. Восхищение, энтузиазм, а не прихоть возбуждают подобные образцовые творения природы… Никогда Пирр не делал ни одного неблагородного или неграциозного жеста или движения… Но все это в общем не изнеженность, а, напротив, мужество, и он таков, каким бы вы хотели, чтобы он был…»
  12. В начале августа 1778 года Харрис сообщал в Лондон, что фавор нового избранника уже клонится к закату, а Потёмкин, Григорий Орлов и Никита Панин борются между собой за новую протекцию. Через пару недель он узнал даже, что «секрет графа Панина носит имя Страхов […] На него впервые обратили внимание на балу в Петергофе 28 июня».
  13. Гельбиг пишет: «Известно, что он послал его как своего адъютанта к императрице с нарисованной, фигурой, причём государыня и князь заранее условились, что критика рисунка будет означать оценку его подателя. Екатерина, отдавая листок бумаги, приказала Мамонову сказать князю: „Рисунок хорош, но колорит дурен“. Хотя этот приговор был и не в пользу Мамонова, императрица всё-таки назначила его полковником и своим флигель-адъютантом».
  14. Говоря об отъезде Мамонова, поселившегося с молодой женой в Москве и вскоре разочаровавшегося в семейном счастье, граф Сегюр писал графу Монморену: «Можно снисходительно закрывать глаза на ошибки великой женщины, — потому что она даже в своих слабостях проявляет столько самообладания, столько милосердия и великодушия. Редко бывает, чтобы при самодержавной власти ревность оставалась сдержанной, и подобный характер может осуждать неумолимо только человек без сердца и государь, не знающий увлечений».

Примечания[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Казимир Валишевский. Роман императрицы. Ч. 2. Кн. 4. Гл. 3. Интимная жизнь Екатерины. — Фаворитизм. Дата обращения: 31 ғинуар 2010. Архивировано из оригинала 16 октябрь 2008 года.
  2. Н. Болотина. Младший сын Екатерины II // Наука и жизнь. № 9, 1999 год. Дата обращения: 2 февраль 2010. Архивировано 15 декабрь 2007 года.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 3,7 С. С. Монтефьоре. «Потёмкин»
  4. 4,0 4,1 В. С. Лопатин. Письма, без которых история становится мифом. Дата обращения: 10 февраль 2010. Архивировано 29 май 2010 года.
  5. 5,0 5,1 Родословное древо. Предки и потомки Екатерины II Великой (1729—1796), императрицы России. Дата обращения: 2 февраль 2010. Архивировано 11 сентябрь 2007 года.
  6. К. Валишевский. Роман императрицы // Ч. 1. Кн. 1. Гл. 3. Вторичное воспитание Екатерины(недоступная ссылка)
  7. Письма Екатерины II Г. А. Потёмкину // Вопросы истории. № 6, 1989. Дата обращения: 31 ғинуар 2010. Архивировано 11 ноябрь 2009 года.
  8. Письма императрицы Екатерины II к гр. П. В. Завадовскому. (1775—1777) // Русский исторический журнал, № 5. 1918. Дата обращения: 2 февраль 2010. Архивировано 27 июль 2014 года.
  9. Граф Петр Васильевич Завадовский // Русские портреты XVIII и XIX веков. Издание Великого князя Николая Михайловича Романова. Дата обращения: 2 февраль 2010. Архивировано 1 март 2007 года.
  10. Министр просвещения граф П. В. Завадовский(недоступная ссылка)
  11. 11,0 11,1 11,2 Гельбиг Г. фон. Русские избранники. — М., 1999. Дата обращения: 2 февраль 2010. Архивировано 20 ноябрь 2012 года.
  12. Согласно письму от Завадовского к фельдмаршалу Румянцеву.
  13. М. Ю. Лермонтов в Царском Селе: Предтеча. Н. С. Мордвинов. Дата обращения: 31 ғинуар 2010. Архивировано 15 июнь 2010 года.
  14. В. Н. Балязин. Тайны дома Романовых. Родственные союзы(недоступная ссылка)
  15. Миклашевский Михаил Павлович. Дата обращения: 31 ғинуар 2010. Архивировано из оригинала 21 июнь 2008 года.
  16. 16,0 16,1 Родословная книга Всероссійскаго дворянства 2020 йыл 6 апрель архивланған.. // Составилъ В. Дурасов. — Ч. I. — Градъ Св. Петра, 1906.
  17. Буксгевден Наталия Александровна. Дата обращения: 31 ғинуар 2010. Архивировано из оригинала 14 октябрь 2007 года.
  18. Екатерина II. Секс-бомба русского престола
  19. Экштут С. А. Мемуары Екатерины Великой без пошлости. Почему академическое издание скандальных «Записок» императрицы стало научной сенсацией
  20. Frank, Eva // Encyclopedia Judaica. Дата обращения: 31 ғинуар 2010. Архивировано 17 июль 2011 года.
  21. [europeanhistory.about.com/od/catherinethegreat/a/histmyths1.htm Historical Myths: The Death of Catherine the Great]. Дата обращения: 31 ғинуар 2010. Архивировано 27 сентябрь 2011 года.
  22. Стартовали съемки нового сезона киносаги "Екатерина. Фавориты" (7 август 2022). 7 август 2022 тикшерелгән.

Библиография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Фавориты Екатерины Великой