Ер еләге

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ер еләге

Ер еләге ( рус. Клубни́ка, урыҫ телендәге «клубок, шарообразное тело» тигәндән) — еләк төрө, башҡорт телендә ерле атамалары күп: тупар, таш еләге, шартый, шыртлаҡ еләк, йөндө еләк

Еләк тураһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ер еләге тураһында "Башҡортостан" гәзитендәге мәҡәләнән (2013, 5 июль):

Ер еләге ҡайын еләгенән үҙенә башҡа тәме, татлыраҡ һәм сөсөрәк булыуы, эрелеге, һабағынан япраҡса менән өҙөп алырға тура килеүе менән айырыла. Тап һуңғы үҙенсәлеге арҡаһында уны ҡайһы бер төбәктәрҙә шыртлаҡ еләк тип атайҙар ҙа инде. Емештәре аҡһыл йөнтәҫерәк булғанға, бәғзе райондарҙа йөндө (йөнлө) еләк тигәнде лә ишетеп, рәхәтләнеп көлгән бар. Инйәр-ҡатайҙар уны тупар тип атай, йыйғанда тупырлап төшөп торған өсөндөр. Төпһәһе менән сығып, таҙартырға тура килгәнгә күрә, уны эшкәртеүҙе мәшәҡәтлерәк һанайҙар, әммә һоҡланғыс хуш еҫе, тәме менән ҡыш табындарҙы йәмләп тора. Ҡайһы саҡ төпһәһе менән дә ҡайнаталар, бик ҡупшы килеп сыҡмаһа ла, быныһының файҙаһы күберәк тип һанала. Хәҙер таҙартылмаған килеш блендер менән генә туғып, шәкәрләп йә туңдырып ҡуйыуға өҫтөнлөк биреүселәр күбәйә [1]

.

Ер еләгенән аш-һыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡайнатма[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уның ҡайнатмаһын ҡайнатмаларҙың батшаһы тип тә атайҙар. Ҡайнатма былай эшләнә:1 кг ер еләге, 1 кг шәкәр, ярты стакан һыу. Ер еләген таҙартып, алдан әҙерләнгән сироп өҫтөнә һалырға. Емешкә сшәкәр тулыһынса һеңеп бөтөргә тейеш. Ныҡ талғын утта бешерелә. Еләк бик һутлы булһа, ҡайнатмаға һыу өҫтәмәҫкә лә мөмкин.

Сиропһыҙ әҙерләр өсөн еләк менән шәкәрҙе бергә бутап, һалҡынса урында 10 – 12 сәғәт тоторға кәрәк.

Сәй[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ер еләгендә витаминдар (С, РР, В1,В2), минералдар (тимер, марганец) ифрат күп. Ашҡаҙан ауырыуҙарына еләк сәйе бик яҡшы дауа. Шулай уҡ ул бөйөр ауыртҡанда ла ярҙам итә. Уның япрағынан сәй тамаҡ шешен дауалауҙа ҡулланыла. Ауыҙҙы сайҡатып алырға ла була. Ул былай әҙерләнә: емешенән, япрағынан, тамырынан әҙерләнгән ҡатышмаға бер стакан ҡайнар һыу ҡойорға һәм биш минутҡа ултыртып торорға. Ер еләге сәйгә тәм һәм хуш еҫ бирә.

Ер еләгенән ҡаҡ эшләйҙәр, уны ҡушып ҡамыр ризыҡтары бешерәләр [2]

Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]