Етеҙ бүртә (йыр)
Уҡыу көйләүҙәре
«Етеҙ бүртә» | |
Йыр | |
---|---|
Жанр | |
Башҡарыу теле |
башҡортса |
Дауамлығы |
3,5 мин |
«Етеҙ бүртә» (урыҫ. Быстрый караковый конь) (башҡ. Етеҙ бүртә) — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй (оҙон моңло йыр).
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Етеҙ генә бүртә ваҡ-ваҡ юрта,
Етер еркәйенә тиҙ етә.
Ашаған да бөтә, кейгән туҙа —
Татыу йәшәүҙәргә ни етә.
«Етеҙ бүртә» йырының һүҙҙәре.
Ниғмәт Шоңҡаров башҡарыуындағы был йырҙы 1960 йылда Камил Рәхимов яҙып ала.
Йөкмәткеһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кешеләр араһындағы дуҫтарса мөнәсәбәттәр тураһындағы лирик йыр. Мәғүлүмәт биреүсенең һөйләүенсә, был йыр Дим буйы башҡорттары араһында бик күптән йырланған.
Характеристикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Етеҙ бүртә» көйө минор пентатоникаға ҡоролған. Формаһы — ике юллы (АВВ).
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- №31 Етеҙ бүртә 286-сы бит
- Дияров К. М. Сал Уралдың моңдары. Өфө, 1988;
- Буранғолов М. А. Сәсән аманаты: халыҡ ижады hәм ижадсылар тураhында, туй йолалары, боронғо йырҙар hәм легендалар, ҡобайырҙар. Өфө, 1995.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар һәм көйҙәр. Башҡортостан китап шәшриәте. Өфө, 1983.
- Башкирские народные песни