Эстәлеккә күсергә

Завадский Кирилл Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Завадский Кирилл Михайлович
Файл:Завадский Кирилл Михайлович.jpg
Тыуған көнө

23 декабрь 1909 (5 ғинуар 1910)[1] или 5 ғинуар 1910({{padleft:1910|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[2][1]

Вафат көнө

2 ноябрь 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[2][3][1] (67 йәш)

Ғилми даирәһе

история биологии

Уҡыусылары

Т. М. Аверьянова

Завадский Кирилл Михайлович (5 ғинуар 1910 йыл2 февраль 1977 йыл) — СССР-ҙың фән тарихсыһы, педагог, эволюционист. Төп фәнни эштәре эволюция тәғлимәте теорияһы һәм тарихына, төр концепциялары мәсьәләренә һәм төрҙәрҙең барлыҡҡа килеүенә, үҫемлектәрҙең эксперименталь морфология һәм экологияһына, биологияның философик проблемаларына ҡарай. Эволюционистарҙың совет мәктәбенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе булып тора.

1948 йылда Кирилл Заводский «Күк һағыҙҙы ҡуйы ултыртыуҙың үҫемлектең һаны һәм үҫеше үҙгәреүенә йоғонтоһо» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай, ә 1963 йылда баҫылып сыҡҡан эштәре өсөн диссертация яҡламайса ғына «биология фәндәр докторы» дәрәжәһен ала[4].

Кирилл Михайлович Завадский 23 декабря 1909 года (5 января 1910 года) йылда Түбәнге Новгородта Михаил Михайлович (1875—1942) һәм Вера Алексеевна завадскийҙар (1879—1950) ғаиләһендә тыуа[5].

М. Р. Завадский, К. М. Заводскийҙың ҡартатаһы

К. М. Завадскийҙың атаһы яғынан ҡартатаһы Рәсәй мәғарифының күренекле эшмәкәре, Хөкүмәт Сенат ағзаһы (1906—1917), Дәүләт советы ағзаһы Михаил Ромулович (Ромуальдович) Завадский (1848—1924).[6]. Улар боронғо поляк дворян нәҫеленән сыҡҡан, ырыуға XV быуаттың икенсе яртыһында Рогаль Матвей нигеҙ һалған тип иҫәпләнә. Завадский имениеһының атамаһы буйынса улар Завадский фамилияһын алған. Рогаль ырыуының иң билдәле вәкилдәренең береһе-Станислав Завадский, медицина докторы, 1581—1588 йылдарҙа ул Ккраков университетынын ректоры булған[6]. М. М. Завадский , К. М. Завадскийҙың атаһы, революцияға тиклем судта төрлө вазифалар биләй, шул иҫәптән Орел ҡалаһындағы округ суды прокуроры вазифаһын башҡара, Февраль революцияһынан һуң Ғәҙәттән тыш тәфтиш комиссияһында, ә Октябрь революцияһынан һуң — ҙур булмаған төрлө иҡтисади һәм юридик вазифалар башҡара; блокада ваҡытында аслыҡтан хәлһеҙләнеп вафат була[6].

Кирилл Завадский 1932 йылда Ленинград педагогия институтын тамамлай. 1933—1938 һәм 1975—1977 йылдарҙа СССР ФА Ботаника институтында эшләй. Дарвинизм кафедраһы доценты вазифаһын башҡара биофак 1938—1942 йылдарҙа Ленинград университеты биология факультетының дарвинизм кафедраһында доцент вазифаһын башҡара.

1941 йылдың июленән 1942 йылдың мартына тиклем Карел муйынында халыҡ ополчениеһында була Тихвин янындағы һуғышта ҡатнаша, Ленинград фронтының сәйәсәи идаралығының лекторы була. 1942 йылда университет уны Алабуға ҡалаһына эшкә ебәрә, һуңынан ул Ҡырғыҙстанда (шул иҫәптән Ҡырғыҙстандағы Токмак ҡалаһында) — агроном, баш агроном, ер бүлеге мөдире, ҡала советы рәйесе урынбаҫары булып эшләй[7].

1945 йылда Ленинградҡа ҡайта, 1967 йылға тиклем Ленинград университетында эшләй. 1967—1975 йылдарҙа СССР Фәндәр аадемияһы Ленинград бүлексәһенең Тәбиғәт белеме һәм техникаһы тарихы институтында эшләй. РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре маҡтаулы исеменә лайыҡ.

1977 йылдың 2 февралендә Кирилл Михайлович Завадский Ленинградта вафат була. Ҡаланың Көньяҡ зыяратында ерләнгән[8].

Һайланма әҫәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • К пониманию прогресса в органической природе // Проблемы развития в природе и обществе. Сб. статей. — М.; Л.: Изд-во АН СССР, 1958. — C. 79—120.
  • Учение о виде. — Л.: Изд-во ЛГУ, 1961. — 254 с.
  • Основные формы организации живого и их подразделения // Философские проблемы современной биологии. — М.; Л.: Наука, 1966. — С. 29—47.
  • Вид и видообразование — Л.: Наука, 1968. — 404 с.
  • Развитие эволюционной теории после Дарвина (1859—1920-е годы). — Л.: Наука, 1973. — 423 с.
  • Эволюция эволюции. Историко-критические очерки проблемы. — Л.: Наука, 1977. — 237 с. (Совм. с Э. И. Колчинским).
  • Биологи. Биографический справочник
  • Учёный, учитель, гражданин. Памяти К. М. Завадского. — СПб., 1997.
Алдан килеүсе:
{{{предшественник}}}
декан
биолого-почвенного факультета ЛГУ

{{{годы}}}
Һуңынан килеүсе:
{{{преемник}}}
Предшественник:

Тахтаджян, Армен Леонович
декан

биолого-почвенного факультета ЛГУ


1954—1955
Преемник:

Прохорова, Мария Илларионовна