Заһиров Наил Ғамил улы
Заһиров Наил Ғамил улы | |
Тыуған урыны | Баҡалы районы |
---|
Заһиров Наил Ғамил улы (10 ғинуар 1958 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре. «Енер хорлдинг» ЯСЙ-нең (компанияның) генераль директоры.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1958 йылдың 10 ғинуарында Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районында тыуған.
Заһиров Наил Ғамил улы В. В. Куйбышев исемендәге Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Мәскәү инженер-төҙөлөш институтында уҡый. «Енер хорлдинг» ЯСЙ-нең йәғни компанияһының генераль директоры.
Хеҙмәт юлы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1973—1977 йй. — Нальчик кооператив-төҙөлөш техникумында уҡый.
1977—1979 йй. — Совет Армияһында хеҙмәт итә.
1984 йылда В. В. Куйбышев исемендәге Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Мәскәү инженер-төҙөлөш институтын тамамлағандан һуң,
1984—1990 йй. — Башҡорт АЭС-ы төҙөлөш Идаралығының «Спецмонтаж» участкаһында мастер, прораб, өлкән прораб булып эшләй.
1990—1999 йй. — «Башурал-энергострой» тресының «Башуралспецэнергомонтаж» СМУ-һында баш инженер
1999—2001 йй. — «Башкирэнерго» ААЙ-ының филиалы — «Энергостройремонт» подразделениеһы директоры урынбаҫары
2001—2008 йй. — «Энергостройсервис» ЯСЙ-ы директоры
2008 йылдың февраленән — ООО ХК «Башуралэнергострой» ЯСЙ Холдинг компанияһының генераль директоры.
«Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй Сәйәси партияһы ағзаһы статусында Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рәсәй Федерацияһының почётлы төҙөүсеһе
- «Салауат Юлаев» ордены
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- [www.enerholding.ru/company/rukovodstvo.html]
- [1]
- [2]
- https://www.eprussia.ru/epr/149/11504.htm 2021 йыл 17 ғинуар архивланған.
- [3]