Эстәлеккә күсергә

Игенселек

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Земледелие битенән йүнәлтелде)
Игенселек
Рәсем
Классификация Iconclass 47I
 Игенселек Викимилектә
Ямғырҙан һуң культивация

Игенселек — ауыл хужалығының төп тармаҡтарының береһе, ауыл хужалығы культураларын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Шулай уҡ агрономия фәненең бер бүлеге.

Игенселектең килеп сығыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Дата, тыс. л. до н. э. Европа Төньяҡ-Көнсығыш Африка Месопотамия һәм Левант Көньяҡ-Көнсығыш Азия
9 Керамикағаса неолит Б, хәҙерге Төркиә ерҙәрендә (Невалы-Чори, б.э. т.9250 ) — бойҙай[1][2]
8 Керамикағаса неолит А]] (Левант, Төньяҡ Месопотамия) — бойҙай, арпа, ҡуҙаҡлылар[3]
7 Неа-Никомедия (Төньяҡ Греция, Македония;б.э.т. 6230±150 )[4] — земледелие; Хассуна культураһы (Төньяҡ Месопотамия) — игенселек: бойҙай, борай, арпа[5]; Джармо культураһы (Ирак Курдистаны) — игенселек: бойҙай, арпа[6].
6 Буг-Днестр культураһы — игенселек: бойҙай, тары, арпа[7]; Караново культураһы (көньяҡ Болгария) — игенселек[8]; Кёрёш культураһы (Венгрия, Кёрёш йылғаһы буйы) — игенселек[9]. Тасий культураһы (Төньяҡ-көнсығыш Африка, Урта Мысыр) — игенселек: бойҙай, арпа[10]. Убейд(Месопотамия) — игенселек[11]. Хэмуду культураһы ( Көнсығыш Ҡытайҙың көньяҡ өлөшө, Янцзы йылғаһының түбәнге ағымы[12]) — игенселек: дөгө[13].

Игенселек төрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тупраҡ-климат шарттарына ҡарап, игенселек ошо төрҙәргә бүленә:

  • Мелиорациялы игенселек — ерҙәре мелиорацияланған игенселек
  • Һуғарыулы игенселек — игенселектә ҡулланылған төрлө төр һуғарыуҙар ҡулланыу
  • Богар игенселек — ҡоролоҡло райондарҙа иртә яҙҙағы дымды ҡулланыу.

Ер һәм үҫемлек игенселектең төп объекттары булып тора.

Уңдырышлылыҡ факторҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Эшкәртелгән баҫыу

Тупраҡ — ер ҡабығының уңдырышлы өҫкө ҡатламы. «Уңдырышлылыҡ» кешене йәки хайуандарҙы туҡландырыу маҡсатында етештерелгән үҫемлектәрҙең уңышы.Уңдырышлы тупраҡ тупраҡ сифатының төп күрһәткесе булып тора. Был тупраҡтың үҫемлектең тормош сығанағын тәьмин итеүсе факторҙарҙын һәм экологик функцияһын эсенә ала.

Юғары уңыш алыу өсөн тупраҡтың төп күрһәткестәре:

  • агрофизик (тупраҡтың уртаса тығыҙлығы яҡынса 1,1 — 1,2 г/см3, күҙәнәклелеге 50 — 55 %, шуларҙың 25 — 30 % тупраҡтағы һауаға тура килә; "ярмалы", , макроструктураның һыуға бирешмәүсәнлеге (10,0 — 0,25 мм) 40 %-тан ашыу тәшкил итә );
  • биологик ( гумусҡ 2,5 — 3,5 %-тән кәм түгел; тупраҡтың биоактивлығы — юғары, фитосанитар торошо - иҡтисади сик кимәлендә;
  • агрохимик (тупраҡтың әселеге 6,0 — 6,5 (нейтралгә яҡын), тупраҡта хәрәкәтсән азот берләшмәләре йөкмәткеһе 30-ҙан 50-гә тиклем , 150-250 фосфор, калий 200-300 мг/кг, микроэлементтар миҡдары: Cu — 0,8 — 1,2; Mo — 0,2 — 0,4; B — 0,5 — 0,6; Zn — 5,0 — 7,0 мг/кг).

Игенселек системаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Германияла иген культураларын сабыу, 1948 йыл

Игенселек системаһы — ерҙәрҙе һөҙөмтәле файҙаланыу, тупраҡтың уңдырышлылығын арттырыу һәм һаҡлау, ауыл хужалығы культураларынан юғары һәм тотороҡло уңыш алыу маҡсатында үҙ-ара бәйле агротехник- мелиорация саралары комплексы.

Игенселек системаһының төп төрҙәре:

  • Игенселектең адаптив-ландшафт системаһы 
  • Парға һөрөп сәсеү системаһы 
  • Һөрөп сәсеү системаһы
  • Үлән сәсеү системаһы
  • Орлоҡто алмаштырыу системаһы 
  • Тупраҡты һаҡлау системаһы 

Тупраҡты эшкәртеү системалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • кәҫен әйләндереп һөрөү
  • кәҫте әйләндермәй һөрөү
  • минималь
  • махсус
  • гравитациялы
  • эшкәртмәй сәсеү


  1. Пшеница не сразу окультурилась
  2. K. Tanno, G. Willcox, How Fast Was Wild Wheat Domesticated? Science. 31/03/2006
  3. Е. С. Бондаренко. Поселения неолитического периода на Ближнем Востоке. Восточное Средиземноморье IX—VI тыс.до н. э.
  4. Блаватская Т. В., Ахейская Греция во втором тысячелетии до н. э., М., 1966.
  5. Николай Яковлевич Мерперт, Рауф Магомедович Мунчаев., Раннеземледельческие поселения Северной Месопотамии, «Советская археология», 1971, № 3.
  6. Массон В. М., Средняя Азия и Древний Восток, М. — Л., 1964; Braidwood R.J., Howe В., Prehistoric investigations in Iraqi Kurdistan. [The Oriental Institute of the University of Chicago], Studies in ancient oriental civilization, № 31, Chi., [1960].
  7. Маркович В. И., Буго-Днестровская культура на территории Молдавии, Киш., 1974.
  8. .Миков В., Культура неолита, энеолита и бронзы в Болгарии, «Советская археология», 1958, № 1; Georgiev G.J., Kulturgruppen der Jungstein-und der Kupferzeit in der Ebene von Thrazien (Sudbulgarien), в кн.: L’Europe a la fin de l’age de la pierre, Praha, 1961.
  9. Kutzian J., The Koros culture, t. 1—2, Dissertationes Pannonicae…, ser. 2, № 23, [Bdpst], 1944—47; Milojcic V., Koros — Starcevo — Vinca, в кн.: Reinecke — Festschrift…, Mainz, 1950.
  10. Чайлд Г., Древнейший Восток в свете новых раскопок, пер. с англ., М., 1956; Brunton С., Mostageddaand the Tasian culture, L,, 1937; Baumgartel Е.J., The cultures of prehistoric Egypt, L. [а. o.], 1960.
  11. Массон В. М., Средняя Азия и Древний Восток, М. — Л., 1964.
  12. Доклад о первом периоде раскопок поселения Хэмуду // Каогу сюэбао. 1978. № 1. С. 39 — 94.
  13. У Юйсянь Первобытное искусство культуры хэмуду // Вэньу. 1982. № 7. С. 61 — 69.
  • Вадим Михайлович Массон Возникновение и развитие земледелия / АН СССР. ИА. — М.: Наука, 1967—232 с.: ил, карт. — Библиогр.: с. 228—231. (Совместно с А. В. Кирьяновым, И. Т. Кругликовой).