Зла-Колата

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Зла-Колата
Рәсем
Донъя ҡитғаһы Европа
Дәүләт Flag of Montenegro.svg Черногория
Flag of Albania.svg Албания
Административ-территориаль берәмек Тропоя[d]
Тау һырты Проклетие[d]
Яҡынса бейеклеге 100 метр
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 2534 метр[1] һәм 2519 метр[2]
Commons-logo.svg Зла-Колата Викимилектә

Зла-Колата (черногор. Зла Колата, Zla Kolata, алб. Kolata e Keq) — Черногория менән Албания сигендә Проклетие тау массивындағы 2534 метр бейеклегендәге түбә. Зла-Колата Черногориялағы иң бейек түбә.

Физик-географик ҡылыҡһырламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Зла-Колата түбәһенең төньяҡ стенаһы

Зла-Колата Черногория һәм Албанияға сигендә урынлашҡан. Албания яғынан түбә Кукес өлкәһенең Тропоя округында ята. Албания яғынан иң яҡын тораҡ пункты — көньяҡ-көнсығышҡа табан 4 километрҙа Валбона ҡалаһы, Черногория яғында — көнбайышҡа табан 10 километрҙа Гусинье ҡалаһы. Гусинье, ғәҙәттә, тауға күтәрелеү өсөн старт нөктәһе булып тора.

Зла-Колата түбәһе Колата тау массивында бейеклеге буйынса икенсе урында тора. Уның иң юғары нөктәһе — Мая-Колата түбәһенең (Maja e Kollatës, йөки черногор. Ravna Kolata) бейеклеге 2552 метр, әммә ул тулыһынса Албания территорияһында урынлашҡан, сик буйынан төньяҡҡа табан яҡынса бер километрҙа. Зла-Колата тау массивы һыртында, Валбонаталс (Valbonatals) йылғаһынан төньяҡтараҡ урынлашҡан.

Түбәнең атамаһы «Яуыз (Зла) Колата». Икенсе түбә «Яҡшы (Мәрхәмәтле) Колата» (черногора. Kolata Dobra) Зла-Колатанан төньяҡ-көнсығышҡа табан ни бары 100 метр алыҫлыҡта ғына ята, Черногорияның бейеклеге 2526 метр булған был түбәһе бейеклеге буйынса икенсе урында тора. Түбәләр 2416 метр бейеклектәге билән менән бүленгән. Шулай итеп, икенсе түбә айырым түбә тип танылмай, сөнки Зла-Колатанан 110 метрға тәпәшерәк[3].

Ҡайһы берҙә Дурмитор тау массивындағы 2523 метр бейеклектәге Боботов-Кук түбәһен Черногорияның иң бейек түбәһе тип атайҙар[4]. Сөнки Зла-Колатанан айырмалы рәүештә, был түбә тулыһынса Черногория территорияһында урынлашҡан, шулай уҡ Зла-Колата түбәһе бейеклеген үлсәүҙә хата китеүенә лә ишаралайҙар. Әммә альпинистар яһаған үлсәүҙәр Зла-Колатаның 11 метрға бейегерәк булыуын раҫлай.

Тәбиғәтте һаҡлау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2009 йылда Черногория хөкүмәте Проклетие милли паркын ойоштороу тураһында иғлан итә, уға тау массивы һәм уның тирәһендәге территориялар инә. Зла-Колата һәм Добрая-Колата түбәләре лә парк составына инә[5][6].

Хәл-ваҡиға[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2012 йылдың авгусында Зла-Колата түбәһенә күтәрелергә тырышҡанда ике чех альпинисы, яҡынса 400 метр бейеклегенән ҡолап, һәләк була[7].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. http://www.peakbagger.com/peak.aspx?pid=30157
  2. [Republika Popullore Socialiste e Shqipërisë] 1:50 000 // (untranslated) — 1980. — Т. K-34-52-D.
  3. Dobre Kolata, Montenegro  (инг.). peakbagger.com. 12 апрель 2015 тикшерелгән.
  4. Montenegro in figures  (инг.). monstat.org. 12 апрель 2015 тикшерелгән.
  5. Feasibility study on establishing a transboundary protected area. Prokletije / Bjeshkët e Nemuna mountains  (инг.). unep.at. Тәүге сығанаҡтан архивланған 28 сентябрь 2013. 12 апрель 2015 тикшерелгән.
  6. National Parks of Montenegro, new IUCN member  (инг.). iucn.org. Тәүге сығанаҡтан архивланған 28 июль 2014. 12 апрель 2015 тикшерелгән.
  7. V Černé Hoře zahynuli dva Češi, otec a syn se zřítili ze 400 metrů  (чех.). zpravy.idnes.cz/. 12 апрель 2015 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Zla Kolata  (инг.). peakware.com. 12 апрель 2015 тикшерелгән.
  • Zla Kolata  (инг.). peakery.com. 12 апрель 2015 тикшерелгән.