Эстәлеккә күсергә

Таныш ир кеше (хикәйә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Знакомый мужчина (рассказ) битенән йүнәлтелде)
Таныш ир кеше
Жанр

хикәйә

Автор

Антон Павлович Чехов

Төп нөхсә теле

урыҫ

Ижат ителгән ваҡыты

1886

Тәүге тапғып нәшер ителгән

1886 йылдың 20 апрелендә

Таныш ир кешеАнтон Павлович Чехов хикәйәһе. 1886 йылда яҙыла, тәүге тапҡыр ошо уҡ йылдың 20 апрелендә «Осколки» йыйынтығында баҫыла.

А. П. Чеховтың «Таныш ир кеше» хикәйәһе 1886 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1886 йылдың 20 апрелендә аҙналыҡ юмористик әҙәби-нәфис Осколки журналында (№ 18), «Немножко боли» башы менән А. Чехонте ҡултамғаһы аҫтында баҫыла. Шул уҡ йылдың 6 июлендә хикәйә бер ниндәй үҙгәртеүһеҙ Көндәлек яңылыҡтар гәзитендә донъя күрә. Нәшерсе Адольф Маркс 1899-1901 йылдарҙа баҫтырған Чехов әҫәрҙәре йыйынтығының беренсе томына яңы атама Чеховтың үҙ ҡулы менән төҙәтелеп индерелә.

Антон Чехов тере саҡта хикәйә болгар, венгр, немец, поляк, румын, серб-хорват һәм чех телдәренә тәржемә ителә.

Хикәйәнең сюжетын Чеховҡа Виктор Билибин тәҡдим итә.
1886 йылдың 6 апрелендә В. В. Билибин Чеховҡа хатында: «Тормош ауырлығы кисергән тәрбиәле кешенең үҙ әшнәһенә бурысҡа аҡса һорарға килеүен яҙығыҙсы. Бының ниндәй ояты бар? Ләкин аҡса һорарға килеүсегә был шул тиклем оят булып тойола, шунлыҡтан ул әшнәһе менән осрашҡанда бөтөнләй икенсе әйберҙәр тураһында һөйләй ҙә, аҡса тураһында һүҙ ҙә әйтмәй сығып китә», - тип яҙа[1].

Ванда исемле ҡатындың дауаханан сыҡҡанда кеҫәһендә бер тин аҡсаһы булмай. Ул яңыраҡ ҡына кафела осратҡан бер кешегә аҡса һорап барырға була. Финкель исемле был стамотолог ир, йомош менән килгән Ванданы теш креслоһына ултырта ла, уның тештәренең торошон ҡарарға керешә. Финкелдең уға иғтибар итмәүенә иҫе киткән ҡатын, көҙгөләге үҙенең күренекһеҙ йөҙөн күреп, ир кешенән бурысҡа аҡса һорамай, ә, киреһенсә, һурылған сирле теше өсөн стоматологҡа фирүзә ташлы йөҙөгөн һатып тапҡан һуңғы бер һум аҡсаһын биреп сығып китә. Бәхетенә күрә, икенсе көндө Ванда шул уҡ кафела икенсе бер бай ирҙе осрата һәм унан бурысҡа аҡса алып тора.

  • Чехов А. П. Знакомый мужчина // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
  • Журнал «Нива», «Ежемесячные приложения», 1903, № 10, с. {0}[13]{/0}} (1936)