Эстәлеккә күсергә

Золотарёв йорто (Таганрог)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Золотарёв йорто (Таганрог)
Золотарёв йорто
XIX быуаттың икенсе яртыһы ҡоролмаһы
XIX быуаттың икенсе яртыһы ҡоролмаһы
Ил Россия
Ҡала Таганрог, Итальян тыҡрығы, 20
Архитектура стиле эклектика
Беренсе тапҡыр 1860-сы йылдар
Бөгөнгө хәле ҡәнәғәтләнерлек

Золотарев йорто — Ростов өлкәһе Таганрог ҡалаһының XIX быуаттың икенсе яртыһы архитектура ҡомартҡыһы. Итальян тыҡрығы, 20[1] адресы буйынса урынлашҡан.

XIX быуаттың икенсе яртыһында, Таганрог ҡалаһы Итальян тыҡрығы, 20 адресы буйынса, эклектика стилендә бер ҡатлы йорт төҙөлгән. Ул бер нисә тиҫтә йыл эсендә әллә нисә хужа алмаштыра. 1860-сы йылдар аҙағында йорт грек Дмитрий Папанагиоти вариҫтары милегендә була. 18731880 йылдарҙа ул Таганрогтың Хаджиев фамилиялы кешеһенеке булып иҫәпләнә. 1880-се йылдар аҙағында йортто Елена Чангли-Чайкина һатып ала, ә уның туғандары 1890-сы йылдар уртаһына тиклем йортҡа хужа була. Йорттоң ҡалған хужалары тураһында мәғлүмәттәр төрлөсә. Ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса 1890-сы йылдар уртаһында йортто I гильдия сауҙагәре Федор Павлович Сифнео вариҫтары һатып алған. Башҡа мәғлүмәт буйынса, йортта 18901898 йылдарҙа Н. Г Диварис йәшәгән.

XX быуат башында Александр Сергеевич Золотарев йорт хужаһы булып китә, һәм Таганрогтағы йорт уның фамилияһы буйынса атала башлай. Был хужаһы хаҡында әҙ билдәле: ул 1869 йылда тыуған, юрист һәм йәмәғәт эшмәкәре, «Таганрогский вестник» гәзитендә эшләй. Йәмәғәт тормошонда Антон Павлович Чехов исемендәге китапхана һәм музей төҙөүгә ҡаршы сығыш яһаусы булараҡ билдәле. 1911 йылдан бинала мода журналдары һәм манекен контораһы эшләй, кейемдәр тегәләр, кейем өлгөһө әҙерләйҙәр, бесеү-тегеү курстары ойошторола.

1912 йылда бинаның бер өлөшө коллежский асессор Алексей Николаевич Беклемишевкә ҡуртымға бирелгән. 1915 йылда йорт 12 мең һум менән баһалана[2]. 1920-се йылдарҙа йорт муниципаль милеккә күсерелә. 1992 йылдан йорт закон менән һаҡлана һәм архитектура ҡомартҡыһы тип иҫәпләнә[3].

Таш йорттоң фасады шул осорҙоң Европа архитектураһы манераһы буйынса һылап яһалған биҙәктәр менән биҙәлгән. Ишек башында металл козырек урынлашҡан. Йорт эклектика стилендә төҙөлгән, биҙәүҙә барокко, классицизм, мавритан һәм роман архитектураһы[4] элементтары ҡушылған.

  1. Энциклопедия Таганрога
  2. Гаврюшкин О. П. Г12 «По старой Греческой…» (Хроника обывательской жизни) — Т.: ООО «Издательство „Лукоморье“», 2012. — 514 с.
  3. Жилой дом. 2017 йыл 12 март архивланған.
  4. Дом 20 2017 йыл 12 март архивланған.