Ивана Мележ исемендәге Мозырь драма театры
Ивана Мележ исемендәге Мозырь драма театры | |
Нигеҙләү датаһы | 1990 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Мазырски драматычны тэатар имя Ивана Мележа |
Дәүләт | Беларусь |
Административ-территориаль берәмек | Мозырь[d] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Q114049075?, Мозырь[d], Гомель өлкәһе, Беларусь |
Рәсми сайт | mozyr-theatre.by |
Ивана Мележ исемендәге Мозырь драма театры Викимилектә |
Иван Мележ исемендәге Мозырь драма театры (бел. Мазырски драматычны тэатар имя Ивана Мележа) — . Беларусь Республикаһы Гомель өлкәһе Мозырь ҡалаһында урынлашҡан драма театры. Ҡаланың иң төп театр сәхнәһе. Белоруссияның иң йәш театры[1].
Белорус классигы Иван Мележ хөрмәтенә ҡоролма уның исеме менән аталған.
Иван Мележ исемендәге Мозырь драма театры труппаһы — илдең иң йәш, башлыса йәштәр, труппаһы.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Театр 1990 йылда элекке Мозырь «Верасень» эксперименталь халыҡ театры исеме аҫтында асыла. Оҙаҡ йылдар дауамында бында белорус артисы Андрей Лазаровский әүҙем ҡатнаша. Щукин исемендәге Мәскәү театр училищеһында уҡып сыҡҡан Михаил Колос етәкселеге аҫтында театр ҙур популярлыҡ яулай.
Мозырь театры күп тапҡырҙар Бөтә союз фестивалдәренең һәм конкурстарының лауреаты була. Мәҫәлән, Янка Купала пьесаһы нигеҙендә яҙылған «Разоренное гнездо» спектакле Кремль театры сәхнәһендә 1967 йылда ҡуйыла.
1991 йылда Мозырь театрының директоры Сергей Клименко була. Уның етәкселеге аҫтында театрҙа Белоруссияның билдәле режиссёрҙары— М. Трухан, В Барковский, Н. Динов һәм В. Короткевич спектаклдәр ҡуя. «Верасень» белорус классик драматургияһын хәҙерге заманға яраҡлаштырып һәм хәҙерге заман белорус драмалары конфликтын классика кимәленә яҡынайтып спектаклдәр күрһәтә.
1994 йылда театрҙың художество етәксеһе Валерий Лосовский була, ул театрға яҡташ яҙыусылары Иван Мележ исемен бирергә тәҡдим итә.
1998 йылда директор вазифаһына Потапьева Мария тәғәйенләнә (ғәмәлдәге директор), театрҙа эшләгән ошо ҡыҫҡа ғына осорҙа ул театрҙың эшен яҡшыртыу өсөн үҙенән алда эшләгәндәрҙең барыһынан да күберәк эшләй. Уның арҡаһында хәҙерге көндә архитектура ҡомартҡыһы тип һаналыусы театр бинаһы реконструкциялана. 1999 йылдарҙа ул театрҙың баш режиссёры вазифаһына йәш режиссёр Роман Циркинды саҡыра. Театр репертуар сәйәсәтендә Циркин үҙенсәлекле реформалар үткәрергә тырыша.
Эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иван Мележ исемендәге драма театры репертуарында ватан һәм сит ил спектаклдәре ҡуйыла: В. Голубок һәм Л. Родевичтың «Если бы Адам не согрешил» , А. Петрашкевичтың (И. Мележдың «Люди на болоте» романы мотивы буйынса) «Любовь Анны Чернушки» , Я Коластың «Антось Лата» пьесаһы буйынса «Яд», А. Макаеноктың «Трибунал», В. Соллогубтың «Беда от нежного сердца», Н. Гоголдең «Женитьба», А. Касониҙың «Деревья умирают стоя», Ю. О ' Нилдың «Страсти под вязами», А. Чеховтың «Дядя Ваня», А. Островсийҙың «На всякого мудреца довольно простоты», Я. Купаланың «Павлинка» һәм башҡалар.
Театр байтаҡ театр фестивалдәрендә ҡатнаша һәм лауреат була, шул иҫәптән халыҡ-ара фестивалдәрҙең дә лауреаты.
Театр Белорус дәүләт сәнғәт академияһы менән хеҙмәттәшлек итә, унда артистар үҙ профессиональ кимәлен күтәреү менән шөғөлләнә. Бер нисә спектаклде (Г. Запольскаяның «Их было четверо» , Петрашкевичтың «Любовь Анны Чарнушки» . Петрашкевич, Р. Киплингтың «Кошка, которая гуляет сама по себе», Е. Исаеваның «Абрикосовый рай», Е. Токмакова һәм О. Табаковтың «Белоснежка и семь гномов», Я. Купала һәм Ф. Аляхновичтың «Павлинка» спектаклдәрен Белоруссияның билдәле режиссёры, Белорус дәүләт сәнғәт академияһының режиссура кафедраһы мөдире Григорий Боровик ҡуйған.
2013 йылдың 16 февралендә театр бинаһында янғын була. Бина ҡыйығының яҡынса 800 м² утта юҡ ителә. Икенсе ҡат өлөшләтә зыян күрә. Шулай уҡ сәхнә костюмдары һәм театр архивы тулыһынса тиерлек юҡ ителә[2].
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑
- ↑ Мележа. И. исемендәге драмтеатр янғын эҙемтәләрен Мозырь 2016 йыл 4 март архивланған.