Ижора

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ижора
 Ижора Викимилектә
Ижора, XVIII быуат

Ижора (ижора, пинкертон, иралин, карьяла, ижор. inkeroin, ižora, ižoralain) — аҙ һанлы фин-уғыр халҡы. Элек — водь менән бер рәттән Ижора еренең төп халҡы. XX быуат уртаһына тиклем ижора телен һәм үҙенсәлекле гадәтләрен һаҡлап килгәндәр. Хәҙерге ваҡытта тулыһынса тейәрлек ассимиляцияға дусар булғандар. Туған телдә һөйләшеүселәр һаны бер нисә йөҙгә генә етә.

Таралыштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ижора халҡы вәкилдәре бөгөнгө көндә Ленинград өлкәһе Ломоносов һәм Кингисепп райондарында йәшәйҙәр. 2002 йылғы халыҡ һанын ҡабул итеү буйынса Россияла ижора булараҡ 327 кеше теркәлгән, донъя 177се Ленинград өлкәһендә. Вистину ауылында иң күп ижора халҡы төркеме теркәлгән.

Телдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Телдәре — фин-уғыр телдәренең Балтыйк буйы фин төркөмөнә кереүсе ижора теле. Ижора теленә иң яҡын телдәр булып карел һәм фин телдәре тора.

Ижора теле боронға карел теленең нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Тағы ла XX быуат башында эҙләнеүселәр ижора вәкилдәренең урыҫ телен аҙмы-күпме насар белеүҙәрен иҫкәртеп китәләр. Был уларҙың православ булуларына һәм урыҫ исем-фамилияларын йөрөтөүҙәренә ҡарамай күҙәтелә.

Ижора теле 2009 йылда ЮНЕСКО тарафынан юҡҡа сығыусы телдәр Атласына «юҡҡа сығыу янаған» тел булараҡ керетелә.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ижора халҡы тураһында беренсе иҫкә алыуҙар урыҫ сығанаҡтарында (Иоаким йылъяҙмаһы) IX быуат урталарына ҡарай.

Иҡтисад[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XV быуат аҙағына инде ижорҙарҙа ауыл хужалығы нигеҙе булып һуҡалап ер эшкәртеү торған. Төп бөртөклө культуралар һоло һәм арыш булған, һирәгерәк арпа һәм бойҙай сәскәндәр, ә тағы ла һирәгерәк борсаҡ һәм ҡарабойҙай булған. Ижоралар аттарҙы, эре мөгөҙлө терелекте, һарыҡтарҙы үрсеткәндәр. Һунарсылыҡ ҙа әһәмиәтен һаҡлап ҡалған: ижоралар ҡуяндарҙы һәм тейендәрҙе аулағандар, ыласын һунары өсөн ыласындарҙы тотҡандар.

Диңгеҙ ярында йәшәгән ижорҙарҙа төп балыҡсылыҡ кәсебе булған, ул ҡыш көнө булған һәм байтаҡ табыш килтергән. XVI быуат башы яҙыусы кенәгәләре уҡ балыҡсылыҡты "оброкка" һалынғанын, ә яһаҡ исемлегендә "курва" балығы булыуҙы килтерә.

Көнсығыш ижора ауылдарҙың русса яҡшыраҡ белгән халҡы Санкт-Петербурга киткән: ир кешеләр фабрикаларға һәм оҫтаханаларға киткән, ямсылар булып эшләгән, кыҙҙар имсәк бала ҡараған. Күп кыҙҙар Нарваға туҡыма фабрикаларына ялланған. Шуға ла ҡарамаҫтан ижорҙарҙа ҡалаларға күсеүе ваҡытлыса булған; 1920-се йылдарҙа әлә ижорҙарҙа 99%-ы-ауыл кешеләре булған.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Киуру Э. С., Шлыгина Н. В. . Ижора // Прибалтийско-финские народы России / Отв. ред. Е. И. Клементьев, Н. В. Шлыгина. — М.: Наука, 2003. — 671 с. — (Народы и культуры). — ISBN 5-02-008715-7. — С. 592—620.
  • Конькова О. И. . Ижора // Мы живём на одной земле. Население Петербурга и Ленинградской области / Под ред. К. В. Чистова. — СПб.: Лениздат, 2002. — 192 с. — ISBN 5-289-000909-4 (ошибоч.). — С. 89—109.