Изге Георгий сиркәүе (Кюстендил)
Изге Георгий сиркәүе | |
Нигеҙләү датаһы | X быуат |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Георгий Победоносец[d] |
Дәүләт | Болгария |
Административ-территориаль берәмек | Кюстендил[d] |
Епархия | Софийская епархия[d] |
Мираҫ статусы | памятник культурного наследия Болгарии[d] |
Изге Георгий сиркәүе (Кюстендил) Викимилектә |
Изге Георгий сиркәүе (болг. Църква „Свети Георги“) — болгар ҡалаһы Кюстендилдың Колуша кварталындағы Болгария православие сиркәүенең София епархияһы ғибәҙәтханаһы. Сиркәү X—XI быуаттарҙа төҙөлгән. 1816 йылға тиклем Кюстендил епархияһының кафедраль соборы булып тора.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Архитектура ҡиәфәтен һәм стеналарҙағы биҙәктәрен тикшереүҙәр нигеҙендә ҡорам төҙөлөшөн X быуат аҙағы — XI быуат башына ҡарай тип билдәләйҙәр, был Кюстендилда һаҡланып ҡалған Изге Георгий сиркәүен иң боронғо ҡорамдар рәтенә индерә[1]. Сиркәү ҡаланың көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, 1939 йылда ҡала составына ингән элекке Колуша ауылында урынлашҡан[2].
Фараздар буйынса ҡорамда 1330 йылда Велбыжде янында һуғышта һәләк булған болгар батшаһы Шишман Михаил III ерләнгән[1]. Был версияны тарихсы Николова Бистра тулыһынса кире ҡаға[3].
Изге Георгий сиркәүе ҡаланан алыҫта урынлашыуына ҡарамаҫтан, 1816 йылда Успенский сиркәүе төҙөлөшө тамамланғанға тиклем ул Кюстендил епархияһының кафедраль соборы булып ҡала[4]. XIX быуатта Георгий сиркәүе тулыһынса тиерлек емерелә. 1878 —1882 йылдарҙа Болгар кенәзлегенә нигеҙ һалынғандан һуң, ул яңынан тергеҙелә[5].
1927 йылда сиркәү милли әһәмиәттәге Болгария мәҙәниәте ҡомартҡылары исемлегенә индерелгән. 1960 йылдарҙа исемлекте ҡайтанан төҙөгәндә милли әһәмиәттәге мәҙәниәт ҡомартҡыһы (ДВ, бр.77/1968 й.) һәм милли әһәмиәттәге сәнғәт ҡомартҡыһы (ДВ, бр.100/1969 й.) исемлегенә индерелә[6]. 26-сы һан аҫтында, Димитр Пешевтың йорт-музейы, тәбәк тарихы музейы һәм сәнғәт галереяһы менән бергә Болгарияның 100 туристик объектына инә[7].
Архитектураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сиркәү оҙонлоғо 10 м, киңлеге 8,7 м булған тәре-көмбәҙле типик византия ҡорамы. Көмбәҙе һигеҙ ҡырлы яҡтылыҡ барабанында урынлашҡан. Бинаны эс яҡтан алты бағана тотоп тора, икәүһе миһрабҡа инеү урынында, ә дүртәүһе көмбәҙ аҫтында урынлашҡан. Сиркәүҙең өс апсидаһы бар[3].
Сиркәүҙә күп урта быуат фрескалары һаҡланып ҡалған, бигерәк тә колонналарының аҫҡы өлөшөндә һәм диуарҙарында. Миһрабтың биҙәктәре XI—XII быуаттарҙа, бағаналарының биҙәктәре XII быуатта башҡарылған. Был фрескаларҙа яҙыуҙар грек телендә яҙылған[3]. Ғибәҙәтханала рәссамдар Иван Доспевский һәм Михаил Белстойневтарҙың һуңғы 1881 йылдарҙағы эштәре бар[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Средновековна църква "Св. Георги" (болг.). Регионален исторически музей — Кюстендил. Дата обращения: 5 октябрь 2010.
- ↑ Чолева–Димитрова Анна М. Селищни имена от Югозападна България: Изследване. Речник. — София: Пенсофт, 2002. — P. 132. — ISBN 954-642-168-5.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Николова Бистра. Православните църкви през Българското средновековие IX–XIV в.. — София: Академично издателство "Марин Дринов", 2002. — P. 134. — ISBN 954-430-762-1.
- ↑ 4,0 4,1 Страхилова, Десислава За някои особености на състоянието на църковната живопис в Кюстендил и Кюстендилско през епохата на националното възраждане (болг.). LiterNet (2007). Дата обращения: 5 октябрь 2010.
- ↑ Един хубав проект винаги има шанс да бъде реализиран (болг.). Еврофинансиране. Дата обращения: 5 октябрь 2010. Архивировано 28 октябрь 2012 года. 2012 йыл 28 октябрь архивланған.
- ↑ Списък на паметниците на културата с категория "Национално значение" на територията на Област Кюстендил /по населени места/ (болг.) (недоступная ссылка — история). Министерство на културата на Република България. Дата обращения: 30 сентябрь 2010. Архивировано 19 ғинуар 2011 года. 2011 йыл 6 июль архивланған.
- ↑ Добрева, Райка Средновековната църква "Свети Георги" влезе в списъка на стоте туристически обекта (болг.). Наблюдател (23 сентябрь 2010). Дата обращения: 5 октябрь 2010.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]