Икви сиркәүе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Икви сиркәүе
Рәсем
Дәүләт Flag of Georgia.svg Грузия
Административ-территориаль берәмек Шида-Картли[d]
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]

Икви Георгий сиркәүе - Грузияла Шида- Картли төбәгендәге Каспи муниципалитетында урынлашҡан грузин православ сиркәүе. Грек тәреһе формаһында төҙөлгән сиркәү 11 быцатҡа ҡарай. 2011 йылда тергеҙелә. Үҙенең фрескалары менән билдәле. Грузияның милли әһәмиәттәге мәҙәни ҡомартҡы исмелегенә индерелгән.[1]

Урынлашыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Икви сиркәүе Тедзами үҙәнендә, хәҙерге Чачубети ауылынан көньяҡҡа ҡарай ятҡан ташландыҡ Икви ауылында урынлашҡан. Шулай уҡ урта быуат ҡомартҡыһы булған Ркони сиркәүенән 2 км алыҫлыҡта тора. Сиркәүҙең төҙөлөшө һәм тарихы тураһында әҙәби сығанаҡтар юҡ. Ҡомартҡы башлыса 1939 һәм 1940 йылдарҙа йүнәтелә.[2]

Архитектураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иквила соҡоп яһалған декоратив таш

9 × 7,2 м күләмендәге Икви сиркәүе XII в быуатта ҡырҡылған таш блоктарҙан төҙөлгән. Интерьеры барабан эсендә уйылған алты тәҙрә менән яҡтыртыла. Барабаны һәм фасады ташҡа соҡоп эшләнгән геометрик мотивтар һәм төрлө сәскә узорҙары булған семәрле биҙәктәр менән биҙәлгән. Алты көньяҡ- көнбайыш бүлкәттә урта быуат грузин алфавитында яҙылған яҙыу бар. Палеографик яҡтан ул 11 быуатҡа ҡарай[3]

Интерьеры 12 һәм 13 быуат фрескалары менән биҙәлгән. Картиналары үҙенең художество сифаты менән билдәле. Картиналарҙа руханиҙарҙы, изге Георгий тормошонан күренештәрҙе күрергә мөмкин[4]. Фрескалар 2011 йылда көслө ямғырҙар һөҙөмтәһендә зыян күрә, а 2012 йылда тергеҙелә[5]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. "List of Immovable Cultural Monuments" (PDF) (Gürcüce). National Agency for Cultural Heritage Preservation of Georgia. Erişim tarihi: 25 July 2019.
  2. Dolidze, V; Kintsurashvili, S; Sidamonidze, U; Tskitishvili, G, (Edl.) (1990). საქართველოს ისტორიისა და კულტურის ძეგლთა აღწერილობა, ტ. 5 [Historical and cultural monuments of Georgia: Summa, vol. 5] (Gürcüce). Tbilisi: Metsniereba. ss. 166–168.
  3. Dolidze, V; Kintsurashvili, S; Sidamonidze, U; Tskitishvili, G, (Edl.) (1990). საქართველოს ისტორიისა და კულტურის ძეგლთა აღწერილობა, ტ. 5 [Historical and cultural monuments of Georgia: Summa, vol. 5] (Gürcüce). Tbilisi: Metsniereba. ss. 166–168.
  4. Grotowski, Piotr (2003). "The Legend of St. George Saving a Youth from Captivity and its Depiction in Art". Deluga, Waldemar (Ed.). Series Byzantina I. Warsaw: Wydawnictwo Neriton. ss. 27–77. ISBN 83-88973-65-7. Erişim tarihi: 19
  5. "Emergency Stabilization of the 12th - 13th c.Mural Paintings in the Ikvi Church of St. George (11th. c.)". Georgian Arts & Culture Center. Erişim tarihi: 19 August 2019.