Илья Чавчавадзеның йорт-музейы (Кварели)
Илья Чавчавадзеның йорт-музейы | |
Дәүләт | Грузия |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Кварели[d] |
Төп тема | Чавчавадзе Илья Григорьевич |
Илья Чавчавадзеның йорт-музейы ― Грузияның Кварелиҙағы мәҙәни ҡомартҡыһы. Ул ҡаланың үҙәгендә, Руставели урамында урынлашҡан.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Илья Чавчавадзеның йорт-музейы 1938 йылдың 1 майында китапхана-музей булараҡ асылған. 1943 йылда ул дәүлт музейына әйләндерелә.
Комплексҡа Чавчавадзеларҙың ғаилә башняһы, Илья Чавчавадзеның атаһының йорто, мөгәрәп, икмәкхана, боҙ баҙы, һыу тирмәне инә. 1981 йылда мемориаль музей өс ҡатлы бинала урынлаштырыла. 1983 - 1984 өҫтәмә реставрация эштәре үткәрелә.
1985 - 1987 йыл атаһының йортонда реставрация эштәре үткәрелә.
Музей экспозицияһы төҙөлгән бинаның икенсе-өсөнсө ҡаттарында ҡуйылған.
2018 йылда Илья Чавчавадзеның йорт-музейы милли әһәмиәткә эйә булған дәүләт күсемһеҙ мәҙәни мираҫ ҡомартҡыһы тип танылған[1].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Описание памятников истории и культуры Грузии , Т. 1-я стр. 351, Тб. 2013 год.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ საქართველოს მთავრობის დადგენილება №10 2018 წლის 12 იანვარი ქ. თბილისი, საგურამოსა და ყვარელში მდებარე ილია ჭავჭავაძის სახლ-მუზეუმებისათვის ეროვნული მნიშვნელობის კატეგორიის განსაზღვრის შესახებ Правительство №10 2018 от 12 января, г. Тбилиси, Сагурамо и Кварели, Дом-музей Ильи Чавчавадзе об определении национального значения