Индустриаль парк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Алабуға» махсус иҡтисади зонаһының дөйөм күренеше (Татарстан), 2017 йыл

Индустриаль парк (сәнәғәт паркы) — етештереү һәм башҡа предприятиелар дөйөм инфраструктура һәм үҙ-ара етештереү хеҙмәттәшлеге аша берләштерелгән махсус территория. Индустриаль парк булдырыуҙың маҡсаты — дөйөм эшмәкәрлек өлкәһе булған йәки берҙәм инженер инфраструктураһын файҙаланған предприятиеларҙы — электр ҡоролмаларын һәм электр селтәрҙәрен, йылытыу селтәрҙәрен, һыу объекттарын, канализация һәм таҙартыу ҡоролмаларын, элемтә һәм сигнализация селтәрҙәрен, һаҡсыларҙы һәм башҡаларҙы бер территорияға туплау. Бындай тупланыу индустриаль паркта ҡатнашыусыларҙың барыһына ла инфраструктура сығымдарын экономияларға мөмкинлек бирә.

Етештереү предприятиеларының ошондай территориаль берләшмәләрен сәнәғәт зонаһы йәки сәнәғәт үҫешенең көйләнгән зонаһы тип атарға мөмкин.

Муниципаль берәмектең иҡтисадын үҫтереү өсөн элекке сәнәғәт предприятиелары базаһында булдырылған индустриаль парктары айырыуса әһәмиәткә эйә була ала. Бер нисә ойоштороу сараларын үткәргәндә: — сәнәғәт зонаһына айырым статус биреү, сәнәғәт паркының идара итеүсе компанияһын булдырыу, муниципаль берәмек хакимиәте менән социаль-иҡтисади партнерлыҡ килешеүе төҙөү, сәнәғәт паркы территорияны үҫтереү үҙәге ролен үтәй ала.

Шулай уҡ һуңғы ваҡытта шәхси инвесторҙар иҫәбенә һәм дәүләт-шәхси партнерлыҡ сиктәрендә индустриаль парктарҙы үҫтереү йүнәлеше күҙәтелә.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Харченко К.В. Индустриальный парк – инструмент развития муниципальной экономики // Практика муниципального управления. – 2016. - №1. – С.33-41.